Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Ғинуар 2022, 15:20

Телһөйәрҙәр бәйгеһендә кемдәр еңеүсе булды?

Баш ҡалабыҙ Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Бөгөн, 13 ғинуарҙа, телһөйәр, илһөйәрҙәр бәйгеһенең еңеүселәре билдәле булды.

Телһөйәрҙәр бәйгеһендә кемдәр еңеүсе булды?
Телһөйәрҙәр бәйгеһендә кемдәр еңеүсе булды?

Утыҙ алтынсы тапҡыр ойошторолған  тел, рух байрамын ябыу тантанаһында  мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Азат Рафаэль улы Батыршин тәбрикләп, барыһына ла оло рәхмәтен еткерҙе.

– Беҙҙең өсөн бөгөн, ысынлап та, ҙур байрам. Тел, әҙәбиәт байрамы. Сәмле лә, ғәмле лә ярыш артта ҡалды. Еңеүселәрҙең исемдәре сәхнәнән яңғырар әле, был һеҙҙең еңеүҙең башы ғына. Беҙ һеҙгә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Халҡыбыҙҙың киләсәге, өмөтө, беҙгә алмашсы булып үҫеүегеҙгә ышанысыбыҙ ҙур. Ә инде бөгөн исемдәре сәхнәнән яңғырамағандар күңелдәрен төшөрмәһен, киреһенсә, сәмләнеп, еңдәрегеҙҙе һыҙғанып, мин булдырам, тип икенсе йыл тағы ла олимпиадаға килегеҙ.

Ғөмүмән, илем, туған телем , туған әҙәбиәтем тип йәшәгән баланың киләсәге һәр ваҡыт яҡты була. Һеҙ  бер ваҡытта ла бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаясаҡһығыҙ. Шуны онотмаһағыҙ ине, – тип сығыш яһап,  Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина әлеге юғары уҡыу йортоноң махсус бүләктәрен тапшырҙы.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ла телһөйәр, илһөйәр балаларға махсус приздарын әҙерләгәйне.

Әйткәндәй, быйыл  беренсе программа линияһы буйынса (уҡытыу башҡорт телендә алып барылған милли мәктәптәр, гимназиялар, лицейҙар) – 84 уҡыусы, икенсе программа линияһы буйынса – 59, өсөнсө программа линияһы буйынса – 55, күрше өлкәләрҙән 20 уҡыусы ҡатнашҡан.

Бына тулҡынландырғыс минуттар ҙа етте. Күрше  төбәктәрҙән ҡатнашыусылар араһында Силәбе өлкәһенән Радик Кирәев менән  Айлина Шәмсетдинова иң телһөйәр, илһөйәр балалар тип танылды.

Беренсе программа линияһы буйынса Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан Сәлимә Яҡупова, Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһынан Ғәлиә Шәрипова, Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһынан Камила Ҡыуатова еңеүсе булды.

Икенсе программа линияһы буйынса Өфөләге «Смарт» 2-се республика полилингваль  күп профилле гимназияһынан Лиана Ҡарабаева, Өфө районы Шамонин мәктәбенән Дания Ғәзизова, Әбйәлил районы Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназиянан Светлана Килмөхәмәтовалар иң-иңдәр тип танылды.

Өсөнсө программа линияһы буйынса Баҡалы районы Баҡалылағы 1-се мәктәптән Камила Шәйхетдинова, Борай районы Борайҙағы 2-се гимназиянан Эльвира Сәйетғәлиева, Өфөләге 160-сы лицейҙан Рина Хәсәнова еңеүсе  булып ҡыуанды.

Еңеүселәр һәм призёрҙарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға ирешеүҙәрен теләйбеҙ.

 

 

 

 

 

 

Телһөйәрҙәр бәйгеһендә кемдәр еңеүсе булды?
Телһөйәрҙәр бәйгеһендә кемдәр еңеүсе булды?
Телһөйәрҙәр бәйгеһендә кемдәр еңеүсе булды?
Телһөйәрҙәр бәйгеһендә кемдәр еңеүсе булды?
Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: