Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Ғинуар 2022, 18:03

Бик һәйбәт мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырма!

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған Аҡмулла олимпиадаһында ҡатнашып, юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтәмә 10 балға тиклем алырға мөмкин.

Бик һәйбәт мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырма!
Бик һәйбәт мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырма!

Бындай мөмкинлек бәйге еңеүселәре һәм призёрҙарына бирелә. Быйылдан өҫтәмә балдарҙы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға ингәндә генә түгел, үҙҙәренең ҡабул итеү ҡағиҙәләрендә күрһәткән башҡа юғары уҡыу йорттарында ла алырға була.

Олимпиада башҡорт теле һәм әҙәбиәте, инглиз, рус телдәре, татар теле һәм әҙәбиәте, биология, география, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, физика, математика, информатика һәм мәғлүмәти технологиялар буйынса үтәсәк. Аҡмулла олимпиадаһында VIII – XI синыфта уҡыусы мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары көсөн һынай ала.

Беренсе тур  ситтән тороп 15 ғинуарға тиклем барһа, икенсе тур 1 февралдән 1 мартҡа тиклем уҙасаҡ.

Ҡатнашыусыларҙы теркәү һәм тәүге этап ошо һылтанма буйынса http://distolimp.bspu.ru/ үтә.

 

 

Фото: https://vk.com/bgpu_akmully.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: