Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Ғинуар 2022, 14:18

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада башланды

Баш ҡалабыҙҙағы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында илһөйәр, телһөйәр мәктәп уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһына һынау тоторға йыйылды.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада башланды
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада башланды

Утыҙ алтынсы тапҡыр үткәрелгән бәйгене  мәғариф һәм фән министрлығы мәғарифты үҫтереү институты, Башҡорт дәүләт һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеттары менән берлектә ойоштора. Иң-иңдәрҙе арҙаҡлы ғалимдар, уҡытыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, милли мәғариф өлкәһендәге белгестәр баһалаясаҡ.

Олимпиаданы асыу тантанаһы онлайн рәүештә үтте. Унда ҡатнашыусыларҙы республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Зәкир ҡыҙы Ғәлиева сәләмләп, бәйгеселәргә уңыштар, тел асҡыстары теләне.

Жюри рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры Әлфиә Вәкил ҡыҙы Әбделмәнова әйтеүенсә, бөгөн, 12 ғинуарҙа,  беренсе һәм икенсе программа линиялары буйынса ҡатнашыусылар Башҡортостан республикаһы мәҙәниәте буйынса викторина һорауҙарына яуап бирә, икенсе турында яҙма тексты уҡып, идея-тематикаһын билдәләй, фекерен әйтеп, бер һөйләмгә лексик-грамматик анализ эшләй. Өсөнсө программа линияһына килгәндә, олимпиадала көсөн һынаусыларҙы программа буйынса викторина көтә, икешәрләп инеп, бер-береһе менән әңгәмә ҡоралар.

Олимпиадала ҡатнашыусыларҙың уҡытыусылары өсөн дә  мауыҡтырғыс программа әҙерләнгән. Улар һынау барған осорҙа семинарҙарҙа белемен камиллаштыра, оҫталыҡ дәрестәре ала.

Әйткәндәй, олимпиаданың һайлап алыу этабында ситтән тороп республикабыҙҙың район-ҡалаларынан, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған,  Һамар өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан һәм Пермь крайынан IX – XI синыфтарҙан 1 мең 679 уҡыусы ҡатнашҡан. Әле йомғаҡлау этабында республикабыҙҙан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән иң-иңдәр тип танылған 218 уҡыусы көсөн һынай. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада  Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы үткәргән олимпиадалар, интеллектуаль һәм ижади конкурстар исемлегенә лә индерелгән.

Төбәк-ара олимпиада 13 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 10-да тантаналы ябыласаҡ. Еңеүселәр һәм призёрҙарҙы бүләкләү барышын онлайн рәүештә лә ҡарап буласаҡ.

Телһөйәр, илһөйәр уҡыусыларға уңыштар теләйек!

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: