– Бөгөнгө ваҡытта һөнәр һайлау мәсьәләһе бик мөһим мәғәнәгә эйә, сөнки хеҙмәт баҙарындағы конкуренция мәктәп уҡыусыларына һәм уларҙың ата-әсәйҙәренә алданыраҡ уйланырға мәжбүр итә. Беҙҙең балалар юғалып ҡалмаҫҡа тейеш. Һөнәри белем биреү учреждениеларына документтарҙы тапшырыуға ваҡыт күп ҡалманы һәм хәҙер дөрөҫ һайлап, ҙур һөнәрҙәр донъяһында үҙеңдең урыныңды табыу өсөн иң уңайлы мәл. Бындай саралар мәктәп уҡыусыларына мөһим, йәмғиәткә кәрәкле, ихтыяждарға һәм хеҙмәт баҙары ҡыҙыҡһыныуҙарына тура килгән һөнәр һайларға ярҙам итә, – тип билдәләне республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Был сарала 15-тән артыҡ колледж тураһында мәғлүмәт биреләсәк. Уларға нисек уҡырға инергә була, ниндәй белгеслектәр буйынса белем алырға мөмкин, ниндәй өҫтәмә имтихандар тапшырырға кәрәк? Барыһы хаҡында республика онлайн-фестивалендә һөйләнеләсәк. Сараға ярашлы, һөнәр һайлау республика дәресе «PRO мөмкинлектәр» (10.00 – 11.00 сәғәттә), онлайн-марафон «PRO колледж» (11.00 – 12.00) һәм уҡыусылар өсөн ПрофБаттл да (12.00 – 13.00) ҡаралған.
Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса https://vk.com/copp_rb алырға мөмкин.
Фото: https://vk.com/copp_rb.