Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Ғинуар 2022, 08:27

БДАУ каникуляр мәктәп ойоштора

14-енән 16 ғинуарға тиклем Башҡорт дәүләт аграр университеты белем усағы, лицей, гимназияларҙың IX – XI синыфтары өсөн каникуляр мәктәп ойоштора.

БДАУ каникуляр мәктәп ойоштора
БДАУ каникуляр мәктәп ойоштора

Уның барышында ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе ҡыҙыҡһындырған йүнәлештәр буйынса әҙерлек дәрестәре, факультеттар буйлап экскурсиялар, мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре көтә. Киске программа ла бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Ҡунаҡхана рәүешендәге ятаҡта йәшәү бушлай.

Ҡатнашыу өсөн түбәндәге һылтанма буйынса  https://forms.gle/CyS4iDC5zz7mojqf8 12 ғинуарға тиклем теркәлергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо телефон буйынса 8(937)34-04-500 йәки ҡабул итеү комиссияһының социаль селтәрҙәрендә https://www.instagram.com/pk_bsauhttps://vk.com/pk_bsau_ru алырға була.

 

Фото: https://www.bsau.ru/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: