Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Ноябрь 2020, 07:35

Иҫебеҙҙә ҡалдырабыҙ

Хәрефтәрҙе танырға өйрәтеү өсөн магазинда ниндәй генә тауар тәҡдим итмәйҙәр. Төрлө карточка, магнит уйын, плакат, стенаға элеп ҡуйыр өсөн тауышлы алфавит – ә беҙ ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙе ҡулланып ҡарайыҡ. Тәүҙә үҙегеҙ төрлө материалдан хәреф яҙып күрһәтегеҙ. Ниндәйҙер ярма йәки конструктор детален ҡулланырға мөмкин. Хәрефте тәүҙә үҙегеҙ, һуңынан бала яҙып ҡараһын. Шул ваҡытта хәреф тураһында берәй шиғыр йәки табышмаҡ уҡылһа, бигерәк тә яҡшы. Бәләкәс үҙенсә хәрефтең образын тыуҙырасаҡ, яҡшы хәтерләп ҡаласаҡ һәм киләсәктә текста шунда уҡ таныясаҡ.

“А”-ға оҡшаш бер ракета,
Алыҫ йыһанға елә.
Азат, Айҙар һәм Айгөл
Быны бик яҡшы белә.
“Б” хәрефе бик оҡшаған
Һимеҙерәк бабайға.
Билен быуған тарттырып,
Кәпәс кейгән батырып.
Ғайса ҡайта бесәнлектән,
Елкәһендә салғыһы.
Салғы түгел, “Ғ” хәрефе –
Һис айырып алғыһыҙ.
“Ҙ” — ул ғәжәп серле өн,
Хәрефе “З”-ға тартҡан.
Айырма шунда ғына:
Ул ҡыҫҡа ҡойроҡ таҡҡан.
"Ҡ" — ул башҡорт хәрефе,
"К"-ға ла яҡшы таныш.
Ҡуян кеүек ҡолаҡлы,
Ҡулы-аяғы ҡыйыш.
“Һ” — ул ултырғыс һымаҡ,
Бар арҡаһы, аяғы.
Һаҙый уҡый ултырып
Өйгә биргән һабағын.
(З. Янышева шиғырҙары).
Фото: Т,Аманов
Читайте нас: