Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Ноябрь 2020, 09:30

Хәреф танырға өйрәнәбеҙ

Бөгөн 5 – 7 йәшлек баланың хәреф таныуы, уҡый белеүе – бик күп белем учреждениеһының талабы. Балалар баҡсаһының өлкәндәр төркөмөндә мәктәпкә әҙерләү буйынса дәрестәр ҙә алып барыла. Ә ата-әсәләр, бала теләйме, юҡмы, мәктәптә ауыр булмаһын, тип, мәжбүри хәреф өйрәтә башлай. Ғәҙәттә, бындай “күнегеү”ҙәр илаш, әрләш менән тамамлана.

Беҙҙең Искәндәргә был йәһәттән уңыш йылмайҙы: ул “Тамыр” телеканалының “Алфавит” фильмында ҡатнашты. Дүрт йәшлек баланың нисек тиҙ арала барлыҡ хәрефте ятлап алыуын, дөрөҫөн әйткәндә, үҙем дә аңламай ҡалдым. Сөнки уға хәреф таныу ҡыҙыҡлы һәм яратҡан шөғөлө (телевидениеға төшөү) аша килде. Ысынлап та, балала хәрефтәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, өйрәнергә теләк уятҡанда, был эш күпкә еңелерәк башҡарыласаҡ.
Иң мөһиме, алфавитты хәреф түгел, ә өн көйөнсә өйрәтергә кәрәк. Йәғни, “бэ” түгел, ә “б”, “эн” түгел, ә “н” һ.б. Сөнки ҡушып уҡырға өйрәткәндә тартынҡыларҙы алфавиттағы кеүек әйттереү артабан ауырлыҡ тыуҙырасаҡ. Юғиһә, ул “бала” тигән һүҙҙе “бэалэа”, “атай” һүҙен “атэай” тип уҡыясаҡ.
Йәш бала белем эстәгәндә, ошоларҙы иҫтә тотоғоҙ:
1. Психик баҫым яһамағыҙ. Балаға хәреф таныу ауыр бирелһә, ул үҙләштергәндә ҡыйынлыҡ кисерһә, “Насар уҡыһаң, үҫкәс урам һепереүсе булаһың инде”, “Ошоно ятлап алмаһаң, уйынсыҡ алмайым” тип янау дөрөҫ түгел.
2. Бала тыуғас та уҡырға өйрәтә башламағыҙ. Педагогик практика бының һөҙөмтәле булмауын күр­һәтте. Традицион методика буйынса 5 – 7 йәштән уҡырға өйрәтә башлаһаң да, бала ошондай уҡ уңышҡа өлгәшәсәк.
3. Бер төрлө уҡыу материалын ғына ҡулланмағыҙ. Мәҫәлән, һүрәтле хәрефтәр яҙылған карточкалар менән генә хәреф өйрәтһәң, “Был ниндәй хәреф?” тигәнгә, “а” эргәһендә алма һүрәте күрергә күнеккән бала “алма” тип яуаплаясаҡ.
4. Һүҙҙәге хәрефтәрҙе берәмләп айырым-айырым әйттермәгеҙ. Мәҫәлән, б а л а. Һүҙҙе берәм­ләп әйтергә күнеккән бала оҙон, мәҫәлән, ун хәрефтән торған һүҙҙәрҙе уҡый башлағас, ҡыйынлыҡ кисерәсәк.
Фото: Т,Аманов
Читайте нас: