Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2020, 07:13

“Мин – башҡорт теле уҡытыусыһы!”

Дыуан районы Мәсәғүт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Байышева – уҡыусыларының һәм коллегаларының ихтирамын яулаған өлгөлө педагог

– Мәктәп – ул минең яҙмышым. Бында йөрәгем ҡушыуы буйынса килдем, – ти ул. – Уҡытыусы 45 минут дәрес аңлата ла, шуның менән эше бөтә, тип яңылыш фекер йөрөткән кешеләр ҙә бар. Ә бит уҡытыусы ғүмере буйы уҡытыусы: өйҙә лә, урамда ла, ҡунаҡта ла, интернет селтәрендә лә. Уның бөтә ғүмере – дәрес. Әйткәндәй, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы бер ҡасан да ябай уҡытыусы булып ҡала алмай. Сөнки ул – шағир ҙа, йырсы ла, ғалим да, оратор ҙа.


Буласаҡ педагог бә­ләкәйҙән китап уҡыр­ға ярата. Берҙән-бер көндө китапха­насы­ның: “Айгөл, һин уҡымаған китап ҡалманы бит”, – тигә­ненә борсолоуы бөгөнгөләй хәтерендә. Күпте белергә ынтылған ҡыҙ Мәсәғүт педагогия училище­һына бара. Баш­ланғыс кластар уҡытыусыһы дипломына эйә булғас, артабан юғары уҡыу йортонда белемен камиллаш­ты­рырға те­ләй. Атаһының, төпсөк ҡыҙын ситкә ебәргеһе килмә­йенсә: “Ағай-апайҙарың береһе лә университетта уҡыманы, ба­рыһы ла бына тигән донъя көтә”, – тип Өфөгә китеүенә ҡар­шы булыуына ҡарамаҫтан, илай-илай имтиханға әҙер­ләнә. Ә инде Башҡорт дәүләт педагогия университетының көндөҙгө бүлеген ҡыҙыл дипломға тамам­лағас, атай кеше өсөн был оло ғорурлыҡ була.

Заманса технологиялар һәм методикаға өҫтөнлөк биргән юғары категориялы педагог­тың уҡыусылары башҡорт теленән район һәм республика олимпиадаларында призлы урындар яулай, район буйынса рус авторҙары әҫәрҙәрен туған телгә тәржемә итеү, фольклор, шиғыр һәм әкиәт һөйләү конкурстарында, ғилми-ғәмәли кон­ференцияларҙа, КВН-да, “Һы­лыуҡай” бәйгеһендә ҡат­нашып, еңеүгә лайыҡ була.

Айгөл Ғә­лимйән ҡыҙын мәктәптәге туҡ­тауһыҙ дәфтәр ағымы, тәүлек әйләнәһенә һүнмәгән компьютер мониторы, асыҡ дәрестәргә әҙер­ләнеп үткәргән йоҡоһоҙ төндәр ҙә ҡурҡытмай. Белем усағына йүгереп килгән ба­лаларҙы ҡаршылағанда, ниндәй изге һөнәр ул – уҡытыусы, тип ҡыуана.

Уҡыусы фәнеңде яратмаһа, ысын уҡытыусы булып бул­ма­ғанлығын күптән төшөнгән Айгөл Ғәлимйән ҡыҙы. Уның сере үтә ябай – һин бала менән нисек мөғәмәлә итәһең, ул да һиңә шулай яуап ҡайтара.

Бихисап мәктәп һәм Дыуан районының мәғариф бүлеге, район хакимиәте грамоталарынан тыш, Айгөл Ғәлимйән ҡыҙы уңышлы хеҙмәте өсөн БР Мә­ғариф министрлығының Ма­ҡтау ҡағыҙына һәм рәхмәт хатына лайыҡ булған. Быйыл иһә ул “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара һөнәри бәйгеһенең мәртәбәле “Педагогик өмөт” номинацияһын яуланы.

Уның уҡыусыһы Ирина Храмцова: “Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап ҡараның күҙҙә­ремә...” – тип йырлай. Рус ҡыҙы баш­ҡортса йырлауы менән уҡы­тыусыһында күпме ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ хисе уятыуын аңлаймы икән?! Айгөл Ғәлимйән ҡыҙы бар күңелен һалып эшләгәнгә күрә сит милләт балалары ла башҡорт телен теләп өйрәнә. Дәүләт телен ул төрлө яңы алым аша өйрәтә, йырлата, бейетә, музыка ҡоралдарында уйната. Уның менән генә сикләнеп ҡалмай, төрлө сарала ҡат­наштыра, конкурстарға, ярыш­тарға әҙерләй.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туған теленә битараф башҡорт балалары ла бар. Уҡытыусы ундай­ҙарҙың һәр ҡайһыһында туған телгә ҡарата йылы хистәр тыу­ҙырырға ынтыла. Ата-әсәләр менән әңгә­мәләшә, йыйылыш­тарҙа, конфе­ренцияларҙа сы­ғыш яһай, телебеҙҙең, хал­ҡыбыҙҙың килә­сәген уйларға, балаларҙы туған теленән мәхрүм итмәҫкә өндәй. Ә кемгәлер ошо аңлатыу эше этәргес көс булып тора! Ни тиһәң дә, туған телем – иркә гөлөм, бөгөн ул башҡорт теле уҡытыусылары ярҙамына ныҡ мохтаж. Айгөл Байышева кеүек тел һаҡсыларын бик күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ.

Көсләп тағылған белем – бер көнлөк, күңел биреп өйрәнгәне – мәңгелек. Башҡорт телен өй­рәнеүҙе ҡыҙыҡлы итеү өсөн педагог быйыл өр-яңы түңәрәк асып ебәргән. Унда балалар ту­ған телендә видеоклиптар тө­шөрөргә өйрәнә. Уҡытыу­сының “Сулпылар” фольклор түңәрәге лә уңышлы эшләп килә.

Бынан тыш, Айгөл – район мәҙәниәт йортоноң “Күстәнәс” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Алты йылда төркөм үрҙәр яулаған, халыҡ ансамбле исе­менә лайыҡ булған. Хәҙер бер сара ла “Күстәнәс”һеҙ уҙмай.

Айгөл Ғәлимйән ҡыҙынан ҡайһы берәүҙәр, аптырап: “Һин барыһына ла нисек өлгөрә­һең?” – тип һорай. Төп педагогик хеҙмәтенән тыш, татыу, рухлы ғаиләһенә, ата-әсәләр менән эшләргә, балаларҙы бәйгеләргә әҙерләргә, төрлө сара ойош­торорға, төндәрен ижад итергә, түңәрәктәрҙе етәкләргә, бейеү һәм “Ағи­нәйҙәр” хәрәкәтенә ваҡыт еткереү – ай-һай! Геройым был һорауға былай тип яуап бирә: “Сөнки мин – башҡорт теле уҡытыусыһы!”


Юлай КӘРИМОВ фотоһы.


Читайте нас: