Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Октябрь 2020, 08:36

Уның ҡулында — балалар яҙмышы

Өфөнөң 166-сы башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Роза Нурмөхәмәтова кескәйҙәрҙе телебеҙҙе ихлас һөйөргә өйрәтә.

Милли тәрбиә биреү өсөн милли мөхит булдырыуҙың иң тәүге шарт икәнлеге бөтәһенә лә билдәле. Һәр халыҡ үҙенең быуаттар буйына тупланған этнопедагогикаһына эйә.
Элекке 13-сө, хәҙер 166-сы башҡорт балалар баҡсаһы бына инде ике тиҫтә йыл самаһы милли үҙаңды үҫтереү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Кескәйҙәр ҡапҡаға етеү менән үк милли мөхиткә эләгә, һәр ерҙә – башҡортса биҙәк, халыҡ әкиәттәре геройҙары менән осрашалар, уларҙы ашнаҡсыларға тиклем туған телдә һөйләшкән апайҙар ҡаршы ала.
Ошо баҡсаның тәрбиәсеһе Роза Нурмөхәмәтова ла – башҡорт теленең матурлығын һәм аһәңлеген аңлатыусы, телебеҙҙе ихлас һөйөргә, халҡыбыҙҙың рухи байлығын кесе йәштән үк баһаларға өйрәтеүсе педагог.
Тәрбиәсе һөнәре хаҡында, был һөнәр кешене үҙе һайлай, ә киреһенсә түгел, тиҙәр. Ысынлап та, осраҡлы кеше балалар менән аралаша, уларҙың йөрәгенә үтеп инә, күңелен яулай алмай. Геройым бала күҙлегенән сығып фекер йөрөтә белә, тәрбиәләнеүселәрен нисек бар шулай ярата. Роза Азат ҡыҙының тағы бер матур сифаты — ул һәр яҡшы күренештән йәм таба, кескәйҙәрсә ихлас ҡыуана белә. Уның фекеренсә, бер ниндәй ҙә ваҡ-төйәк әйбер юҡ, бала үҫешендә барыһы ла мөһим.
Роза Нурмөхәмәтова, баланың уй-теләген яҡшы аңлағанға, үҙ донъяһы булған һәр сабыйға иғтибарын бүлеп өлгөргәнгә һәм яуаплы булғанға күрә, ата-әсәләр араһында хөрмәт ҡаҙанған. Ә хәҙерге заманда бит балаларҙан бигерәк ата-әсәләр менән эшләү ауыр бирелә. Сөнки бөгөн бик күптәр, тәрбиә эшмәкәрлеге өсөн тулы­һынса белем биреү учреждениеһы яуаплы, тип иҫәпләй һәм тәрбиәселәрҙән артығын талап итергә тартынмай. Роза Азат ҡыҙы иһә ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, уларҙың теләк-фекерҙәре менән ҡыҙыҡһына һәм ишетә белә. Улай ғына ла түгел, һәр сараға ата-әсәләрҙе йәлеп итә, ғаилә менән конкурс-бәйгеләрҙә ҡатна­шырға илһамландыра. Бөгөнгө ығы-зығылы, үтә мәшәҡәтле, ата-әсәләрҙең һәр минуты ҡиммәтле осорҙа өлкәндәрҙе бындай эшкә ризалата алыуың ай-һай, тиер берәүҙәр. Ә был тәрбиәсе тылсымлы бала саҡ донъяһы менән мауыҡтырып, сабыйҙарҙы ғына түгел, ә өлкәндәрҙе лә үҙ көсөңә ышанырға, алдағы маҡсатыңа ҡыйыу атларға өйрәтә.
Телгә һөйөү уятыуҙа киң ҡулланылған алым – ул уйындар. Тәрбиәсе эшендә уйындарҙы күп файҙалана, уйын аша балалар менән аралаша. Улар кескәй йөрәктәрҙә етеҙлек, ғәҙеллек, сабырлыҡ һәм башҡа күркәм сифаттар уята. Шулай уҡ Роза Азат ҡыҙы баланың һәләтен тоя белеп, уны асыу һәм артабан үҫтереү өҫтөндә эшләй. Әлбиттә, һәр бала бөтә яҡлап һәләтле булмай, уны ниндәйҙер шөғөлгә ылыҡтырыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Тәрбиәсенең төркөмөндә, мәҫәлән, әкиәтсе балаларҙың күп булыуы – быға асыҡ дәлил. Ғөмүмән, 166-сы балалар баҡсаһы республикала йәш әкиәтселәре менән дан тота. Тылсымлы әкиәттәр — иң боронғо һәм барыһының да хәленән килгән рухи тәрбиә биреү алымы. Әкиәт мәктәпкәсә федераль дәүләт белем биреү стандарттарының барлыҡ мәғариф өлкәһе талаптарын үҙ эсенә ала: белем биреү, телде үҫтереү, социаль-коммуникатив, художество-эстетик һәм физик үҫештәр. Теле асылыр-асылмаҫтан әкиәт һөйләп үҫкән тәрбиәләнеүселәрҙең “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурстарында, “Илһам” нәфис һүҙ смотр-ярыштарында, Бөтә донъя фольклориадаһына арналған “Бишек йыры – халҡым мираҫы” һәм башҡа ҡала һәм район бәйгеләрендә бихисап еңеү яулауы – баҡсала ғәҙәти күренеш. 166-сы мәктәпкәсә белем биреү усағын Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дөйөм белем биреү буйынса почетлы һәм атҡаҙанған хеҙ­мәткәре, БР-ҙың мәғариф отличнигы Гөлсара Килдеғолова етәкләй. Педагогик коллектив үҙ өҫтөңдә эшләү, төрлө курс, семинар, лекцияны, заманса технологияны өйрәнеү, һөнәри бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашыу һәм еңеү яулау буйынса алдынғы икән, эште дөрөҫ ойошторған, тейешле йүнәлеш биргән етәкселектең өлөшө, һис шикһеҙ, баһалап бөткөһөҙ.
Тәрбиәсе булыу, оло түҙемлеккә һәм аҡылға эйә булыуҙан тыш, төрлө яҡлап белемде даими камиллаштырыу, ижади эҙләнеү, эшкә һәр саҡ яңылыҡ индереү ҙә. Роза Нурмөхәмәтова – нәҡ шундай тын­ғыһыҙ педагог. Республиканың Мәға­рифты үҫтереү институтына квалифи­кацияһын күтәреү өсөн килеүсе педа­гогтарға ике йыл рәттән асыҡ дәрес күрһәтеү, Мәскәүҙәге Халыҡ-ара мәғариф салонына барып, оҫталыҡ дәресе биреү тәрбиәсегә оло һөнәри тәжрибә өҫтәгән. Быға баҡсаның шахмат түңәрәген етәкләү, “Беҙ – гагаринсылар” республика олимпиа­да­һында кураторлыҡ, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының съезында ҡатнашыу, Совет районында уҙғарылған “Күңелле старттар” спартакиа­даһында, педагогтарҙың нәфис һүҙ оҫталығы фестивалендә сығыш яһауҙы ла өҫтәһәң, был педагогтың уңғанлығына һәм бөтә яҡлап камил булыуына хайран ҡалаһың.
Роза Азат ҡыҙының ғаиләһе лә өлгөлө – татыу һәм берҙәм Нурмөхәмәтовтар шәжәрә һәм ғаилә ҡиммәттәре буйынса ҡала һәм район бәйгеләрендә уңышлы сығыш яһай, маҡтаулы дипломдарға лайыҡ була. Баймаҡ ҡыҙы һәм Әбйәлил егете Илнур Рим улының ырыҫлы һәм йәмле донъяһында Инсаф менән Динислам исемле малайҙар буй еткерә. Башланғыс класта белем алған өлкәндәре әленән үк, ата-әсәһенән күрмәксе, шахмат, ауыҙ-тел, төрлө рационализаторлыҡ ярыштарында призлы урындар яулай. Дүрт йәшенән үк уҡырға өйрәнгән кинйә уландың киләсәктә ағаһынан арттырып ебәрәсәге әленән үк күренеп тора.
Балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ, иң ҙур байлығыбыҙ. Тәрбиәсеһен иҫкә алыу менән балаңдың күҙҙәрендә шатлыҡ нуры сағылыуы, уны тик йылы һәм яғымлы һүҙ менән иҫкә алыуы күңелгә ҡыуаныс өҫтәй, киләсәккә ышаныс уята. Бар булмышы менән балаларҙы тәрбиәләү эшенә бирелгән Роза Азат ҡыҙының тәрбиәләнеү­селәренең ата-әсәләре был йәһәттән бик бәхетле.
Фото: Лилиә ХӘЛИТОВА.
Читайте нас: