Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Июль 2020, 09:35

Бер түңәрәк, ике һыҙыҡ, тимәгеҙ...

Дистанцион форматта өйҙә эшләгәнде күҙәтеп йөрөгән бала бер көн миңә былай тине:– Минең дә яҙғым килә. Тик гәзит түгел, ә китап эшләргә теләйем.Ҡулына өр-яңы блокнот тоттороп:– Мә, улайһа. Үҙеңдең китабыңа нимә теләйһең, шуны яҙ, – тинем. – Ә һүрәт эшләргә буламы? – улымдың ауыҙы ҡолағына етте.– Әлбиттә.“Китап сығарыусы” ике-өс көн буйы башын баҫып ултырҙы, тауыш-тыны сыҡманы тиерлек. Шулай итеп, “презентация” мәле лә килеп етте. Оһо, күҙҙең яуын алырлыҡ һүрәттәрҙең ниндәйе генә юҡ!...– Ниндәй матур дельфин!– Ул бит дельфиндың балаһы, ҡыҙыҡай. Ҡыҙыл бантын күр­мәйһеңме ни? Океанда аҙашҡан, ә алыҫта-алыҫта атаһы йөҙөп килә – бына ошо нөктә.– Был ниндәй ағас?– Шыршы. Уны Яңы йылға киҫмәгәндәр, тере ҡалғанына ул ҡыуана. Шатлығынан ботаҡтары өҫкә ҡарай үрелгән хатта.Ысынлап та, тотош китап икән – Искәндәрҙең һәр һүрәткә ҡарата аңлатмаһы бар, бының аша бәләкәй рәссамдың күңелендә ниҙәр барлығын уҡып була икән!Ысынлап та, психологтар, һәр баланың һүрәтендә уның психологик хәле сағылыш таба, тип иҫәпләй.


Ғаилә һүрәте
Бәләкәстәр үҙҙәренең яҡындарын төшөрөргә ярата. Уның нисек булыуына үтә иғтибарлы булырға кәрәк, баҡһаң. Әгәр ҙә барлыҡ ғаилә ағзаһы бер рәткә теҙелеп, етәк­ләшеп торһа, тимәк, бала ҡәҙерле кешеләренә ышана, уларҙың яратыуын тоя. Ә үҙенең эргәһендә иң ныҡ ышанған кешеһен яһай. Сабый арала ҙур дистанция ҡалдырһа йәки ул кешене тәҙрә аша, ҡойма артынан ҡарап тора икән тип төшөрһә, был кешегә ҡарата мөнәсәбәте һалҡын, уға ышанып бөтмәй.

Ҡайһы саҡ ҡусты-һеңлеһен шулай ситтә төшөрөүе бар. Был уның көнләшеүен аңлата – тимәк, ул өлкәндәрҙең иғтибары өсөн көрәшә.

Ғаиләне төшөрөүен һорағас, иң беренсе кемде яһауы менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Әгәр ҙә иң тәүҙә үҙен аҡ ҡағыҙға яһап ҡуйһа, был дөрөҫ. Психологик күҙлектән тап шулай булырға тейеш. Тик яңғыҙын ғына төшөрөп ҡуйһа, ата-әсәгә һағайырға урын бар. Тимәк, бала үҙен донъяла яңғыҙ тоя. Үҙен тулы хоҡуҡлы ғаилә ағзаһы итеп тойһон өсөн тырышырға, һөйләшеүҙәр уҙғарырға, ышанысын яуларға ашығырға кәрәк.

Кемгә үпкәләгән, шул кешене төшөрөп ҡалдырыуы ла мөмкин.

Иң һуңынан күптәр эт-бесәйҙе яһап ҡу­йырға әүәҫ. Уларҙы башҡа ғаилә ағза­ларына ҡарағанда алдан төшөрһә, йорт хайуандары – уның иң яҡын дуҫтары, тип аңларға кәрәк.


Бер түңәрәк,

ике һыҙыҡ...

3 – 4 йәшлек баланың кеше һүрәте, ғәҙәттә, ошо фигураларҙан тора. Ҡайһы саҡ ҡулы йәки аяғы булмаҫҡа мөмкин. 5 – 6 йәшкә еткәс инде барлыҡ тән өлөшөн яһай башлай. Был осорҙа ниндәй өлөштө төшөрөп ҡал­дырыуына иғтибар итегеҙ – ата-әсә асыуланһа, ул уларҙың ауыҙын яһамаясаҡ. Һуғылһа, унан ҡурҡһа – оҙон ҡуллы итеп төшөрә. Кешеләр араһында үҙен уңайһыҙ тойған баланың кешеләре ҡулдарын йән-яҡҡа йәйеп тора, оҙон бармаҡлы була. Ҡулын күтәреп торған кеше­ләр бала күңелендә йәшерен агрессия тыуҙыра. Оҙон аяҡлы кешеләр – бала иреклеккә ынтыла. Йыуан аяҡлы булһа – интуитив рәүештә ныҡлыҡҡа ынтыла.

Һүрәт ярҙамында баланың холҡон да билдәләргә мөмкин.


Гиперактив
Бындай тынғыһыҙ бәләкәстең һүрәте симметрияһыҙ, бер яҡҡа ауыш була. Һүрәттең ҡап уртаһынан һыҙыҡ үткәрһәң, ул перпендикуляр булмай. Ә кешеләре, хайуандары һикерә, йүгерә, ҡулдарын йән-яҡҡа тарбайтып тора.


Агрессив

Бындай бала һүрәтте күп мөйөшлө итеп эшләй. Хайуан йәки кеше­ләрҙең осло, ыржайып торған тештәре була. Ҡылыс һәм бысаҡ тоттороп та ҡуя. Конфликтлы бала кешене ҙур ауыҙлы, үткер тешле итеп төшөрә.


Хафаланыусан

Һүрәттәге беленер-беленмәҫ һыҙыҡ йәки нөктәләр, ҙур күҙҙәр, ҡатып ҡалған бер үк позалар сабыйҙың күңелендәге борсолоу хаҡында һөйләй. Ә үҙен бер мөйөштә бәләкәй генә итеп яһай, юйманы йыш ҡуллана йәки бер һыҙыҡты ҡат-ҡат һыҙа.


Һөҙөмтәлә

Бындай тест үткәрергә теләһәгеҙ, баланың бер рәсемен генә алмағыҙ. Рәсем төшөргәндә күңел торошо ҙур роль уйнай. Ә бер үк шикле деталдәр ҡат-ҡат ҡабатланһа, һүрәттәрҙе белгескә – балалар психологына күрһәтеп ҡарағыҙ.
Фото: Л.Ғәлимйәнова
Читайте нас: