Мәғариф
7 Января 2020, 02:29

Пластилиндың файҙаһы бармы?

Иҙәндә лә, мебелдә лә, диуарҙа ла, тәҙрәлә лә – пластилин. Таныш күренешме? Ә уйынсыҡтарҙы әйтеп тораһы ла юҡ: уларҙың барлыҡ тишегенә аллы-гөллө киҫәктәр тығып ҡуйылған. – Ни өсөн бөтә ергә пластилин һылап бөттөң инде? – тип зарлана-зарлана, донъяны ҡырып таҙартам. – Был нәмәне ташлап бөтмәйенсә булмаҫ. Исмаһам, машинаңдың тәгәрмәсен тотош һылап ҡуймаһаң ни була?! Бынан һуң ул бит насар йөрөйәсәк.– Әсәй, киреһенсә, машинам хәҙер яҡшыраҡ йөрөй. Тәгәрмәстең шинаһы төшөп ҡалғайны, пластилин менән уны тигеҙләп ҡуйҙым. “Балансировка” эшләнем, үәт! Ә шкафтың ишегенә, бурҙар килә ҡалһа, аса алмаһын тип, йоҙаҡ яһаным. Аяҡҡа эләккән сүп иҙәндәге пластилинға йәбешеп ҡаласаҡ. Уның менән стенаға календарь ҙа элеп ҡуясаҡмын, уға ҡарап аҙна көндәрен өйрәнәсәкмен...Ниҙер әйтергә тип асҡан ауыҙымды кире яптым, улым пластилинды үҙенсә файҙалы эштәр өсөн ҡуллана икән дәбаһа!Кискеһен интернеттағы төрлө мәҡәлә менән танышҡас, был әйберҙе әүәләү яп-ябай шөғөл кеүек, ә бәләкәс өсөн файҙаһы ғәйәт ҙур икән, тигән фекергә килдем. Пластилин – техник йәһәттән генә түгел, баланың психологик хәл-торошон төрлө яҡлап үҫтерә, тиелгән. Был яҙма, уның менән бөтә йыһазды бысрата, үҙе лә буялып бөтә, тип уйлаған, пластилинға ҡаршы булған ата-әсәләр өсөн.


Ваҡ моториканы үҫтерә
Ваҡ моторика – ҡулдар ярҙамында теүәл һәм тигеҙ хәрәкәттәр үтәү һәләте. Был процеста нервы системаһы һәм күреү хәтере ҡатнаша. Балаға ике йәш тулыу менән уны пластилин менән таныш­тырырға кәрәк. Был йәштә уны ашарға ярамағанлығын сабый яҡшы аңлай. Тәүге мәлдә өлкәндәрҙән, әлбиттә, иғтибарлы булыу талап ителә.
Иң тәүҙә үҙегеҙ был әйбер ярҙамында ниҙәр әүәләргә мөмкин икәнен эшләп күрһәтегеҙ.


Ижад һәм күҙ алдына килтереү һәләте
Бала пластилин менән ныҡлап танышҡас, бергәләп төрлө һын яһағыҙ. Был ваҡытта сабыйҙың фантазияһы һәм ижади фекерләүе эшкә егелә. Төҫтәрҙе өйрәнеүгә лә яҡшы. Бынан тыш, әүәләү процесында аҡыл ҡеүәһенә бәйле ус һәм бармаҡтағы төрлө нөктәгә массаж яһала. Тимәк, аҡыл, шулай уҡ телмәр үҫешенә нигеҙ һалына.


Күҙ һәм ҡул теүәллеге
Пластилин әүәләү күҙ һәм ҡул бәйләнешен нығыта. Баланың хәрәкәттәр теүәллеге менән күреү хәтере иртәрәк үҫешкән һайын, шул тиклем яҡшыраҡ. Ҡыҫҡаһы, улығыҙ йәки ҡыҙығыҙ тиҙ реакциялы, етеҙ ҡуллы булһын тиһәгеҙ, магазинға ашығығыҙ. Бәләкәс менән сәғәттәр буйы шөғөлләнергә тимәгән, көнөнә 15 – 20 минут ваҡыт етә.


Тынысландырыу тәьҫире
Пластилин менән шөғөлләнеү ашыҡҡанды яратмай. Был мәл нервы системаһын тынысландыра.
Гиперактив баланы даими рәүештә пластилин әүәләргә ылыҡтырыу ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Ул сабыр, ныҡыш булырға һәм башлаған эшен аҙағына еткерергә өйрәнәсәк.


Социалләшеү
Әүәләү баланың кеше араһында үҙ-үҙен тотошона ла оло йоғонто яһай, баҡһаң. Тирә-яҡ мөхиттән күсереп, үҙаллы һындар, персонаждар яһай торғас, ул өлкәндәргә, тиңдәштәренә, тәбиғәткә, хайуандарға ҡарата түҙемлерәк булырға, кешеләр менән танышырға, әүҙем аралашырға өйрәнә. Был йәһәттән ҡатмарлы холоҡло балалар өсөн айырыуса файҙалы.


Ҡыҙыҡлы шөғөл
Бала 4 – 5 йәшкә еткәс, йәнһүрәт геройҙарын яһарға тәҡдим итегеҙ. Хатта ул үҙ йәнһүрәтен дә төшөрә ала. Бының өсөн ни бары телефон камераһы етә. Һындарҙан төрлө хәрәкәт яһатып, һәр береһен фотоға төшөрөргә һәм махсус программа ярҙамында уларҙан видео монтажлауы һис тә ауыр түгел. Тауыш йәки көй яҙҙырып, уны тағы ла йәнлерәк итергә мөмкин.


Өй шарттарында пластилин яһау
Бөгөн балалар өсөн пластилиндың ниндәйе генә юҡ! Хатта ҡараңғыла яна торған һәм һыуҙа йөҙгәне лә осрай. Кескәйҙәр өсөн балауыҙҙан яһалғаны яйлы буласаҡ. Ул тиҙ йомшара һәм экологик яҡтан да зыяны юҡ.
Өй шарттарында әҙерләү өсөн кәстрүлдә бер стакан аш тоҙона ярты стакан он һәм бер стакан һыу ҡойоп, талғын утта ҡайнатырға кәрәк. Ҡайнатма һы­ғылмалыға әйләнгәс, бер аҙ һыуытырға. Артабан он өҫтәп, ҡаты итеп ҡамыр баҫырға.

Фото: Т.Аманов


Читайте нас