Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Октябрь 2012, 16:05

Булмышы менән уҡытыусы ине

Флүрә ҡотлобирҙина әҙәбиәт аша уҡыусыларын тормошто яратырға өйрәттеУҡытыусым!ҡараштарың беҙҙең һәммәбеҙҙеЯҡын итеп, һөйөп ҡараны,Үҙ балаһы итте изге күңелеңСиныфтағы һәр бер баланы.

Булмышы менән уҡытыусы ине
Булмышы менән уҡытыусы ине

Флүрә ҡотлобирҙина әҙәбиәт аша уҡыусыларын тормошто яратырға өйрәтте
Уҡытыусым!
ҡараштарың беҙҙең һәммәбеҙҙе
Яҡын итеп, һөйөп ҡараны,
Үҙ балаһы итте изге күңелең
Синыфтағы һәр бер баланы.
Был шиғыр юлдары ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған уҡытыусы Флүрә Сафа ҡыҙы ҡотлобирҙинаға тулыһынса тап килә.
Флүрә Сафа ҡыҙы Баймаҡ райо­нының Темәс ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуып үҫә. Бала сағынан уҡ тәрән хисле, нескә күңелле булыуы менән айырылып тора. Китаптарҙың мөғжизәле донъя икәнен ҡыҙ иртә аңлай. Нәфис әҙәбиәт уҡыу уның яратҡан шөғөлөнә әйләнә. Үҫмер ҡыҙ хыялында әҫәр герой­ҙары араһында йөрөргә ярата, уҡығандары тураһында күп уйлана. Киләсәктә ул мотлаҡ уҡытыусы һөнәрен һайларға хәл итә. Хыялын тормошҡа ашырыу теләге уны Бөрө педагогия институтына алып килә. 1971 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлап, Флүрә Сафа ҡыҙы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып тыуған районына эшкә ҡайта.
Уға бер нисә мәктәптә эшләргә тура килә. Йомаш мәктәбендә ауыл­ға яңы ғына килен булып төшкән йәш ҡыҙҙы уҡытыусылар Фатима Барлыбаева, Рауза Йәналина, Зәйнулла ҡәйепов яҡты йөҙ менән ихлас ҡаршы ала. Ниғәмәт мәктәбендә иһә Миңзифа һәм Фәрит Мөхәмәтйәновтар менән, икенсе Этҡолда Разия һәм Дәүләтбай Ибраһимовтар менән дәртләнеп эшләй. Ялҡынлы агитатор ҙа, өмә­ләр­ҙе башлап йөрөүсе лә, ата-әсәләрҙең яҡын кәңәшсеһе лә, докладсы ла, үҙешмәкәр артистар ҙа була улар. «Йәш инек, арыуҙы ла белмәнек, нисек өлгөргәнбеҙҙер», – тип хәтерләй ине Флүрә апай.
Эш дәүерендә Флүрә Сафа ҡыҙы төрлө етәкселәр ҡулы аҫтында эшләй. Директорҙарҙан бигерәк тә алдынғы ҡарашлы, ныҡлы принцип­лы, балалар өсөн йән атып тороусы Радмир Әкрәм улы Абдуллин, Ирек Имам улы Кәримов уҡытыусы күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра.
Флүрә Сафа ҡыҙы, ҡайҙа ғына эшләмәһен, коллективта үҙе тураһында «тырыш, балаларға төплө белем бирә, дәрестән тыш күп эшләй» тигән фекер тыуҙыра. Йәш саҡтан бергә аралашҡан мәғариф ветераны Ғилмиә Йосопова: «Флүрә менән һөйләшкәндә уның үҙ эшен бөтә күңел йылыһын һалып башҡарыуы, сабыр холоҡло, ғәҙел, белемле кеше икәнлеге күренә ине», – ти.
Флүрә апай бер нисә йыл яҙыусы Лира Яҡшыбаева менән бер мәктәптә эшләй. Әҙибә менән аралары тиҙ яҡыная, күп һөйләшеү була. Һүҙ, әлбиттә, рус һәм башҡорт әҙәбиәте – яңы әҫәрҙәр, проза оҫталары, шиғриәт тураһында бара. «Мин Флүрә кеүек рус әҙәбиәтен һыу кеүек эскән башҡорт ҡыҙын осрат­ҡаным юҡ ине әле», – тигән фекерҙә Лира Әхмәт ҡыҙы Флүрә ҡотлобирҙина тураһында.
Уҡыусылары менән төрлө темалар­ға инша яҙыу, эңер төшкәнсе шиғыр һөйләшеп ултырыу, йөҙөп йөрөп асыҡ дәрестәр, класс сәғәттәре үткәреү, кабинетты йыһазландырыу өҫтөндә эшләү, КВН-ға, олимпиадаларға әҙерләнеү, һуңынан һөҙөмтәләрҙе күреп шатланыу – барыһы ла күңеле түрендә онотолмай һаҡланды Флүрә апайҙың. Флүрә Сафа ҡыҙының уҡыусылары күптән инде үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫып, үҙҙәренең яратҡан һөнәре буйынса эшләп йөрөй. Шағирә, журналист Лилиә ҡәйепова, юрист Булат Байрамғолов, табиптар Зилә Арыҫланбаева, Рәфҡәт Зыянгидин кеүек уҡыусылары менән ғорурланды ул. Шулай уҡ уҡыусылары араһында үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре, иҡтисадсылар менән инженерҙар ҙа күп.
Флүрә Сафа ҡыҙы үҙенең уҡыу­сыларының күңелендә лә юйылмаҫ эҙ ҡалдыра. Тәүге уҡыусыларының береһе – Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған уҡытыусыһы Фәриҙә Бай­рамғолова: «Флүрә апай йәш саҡтан уҡ үҙен етди, талапсан, шул уҡ ваҡытта балаларға иғтибарлы һәм ихтирамлы булған мөғәллимә итеп күрһәтте», – тип хәтерләй. Бигерәк тә Флүрә Сафа ҡыҙының дәрестәрендә әҫәрҙең эсенә инеп китеп, асылына төшөнөп, тылсымлы әҙәбиәт даръяһында гиҙеп, рухи яҡтан үҫешеү мөмкинлеге тыуҙырғаны өсөн уҡытыусыһына рәхмәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала ул.
Әлеге ваҡыта БР Мәғариф министрлығында яуаплы бүлектә эшләп йөрөүсе Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова ла күңелендә уҡытыусыһы тураһында иң яҡты хәтирәләр генә йөрөтә: «Флүрә Сафа ҡыҙы булмышы менән уҡытыусы ине. Уҡыусылар күңелендә үҙ-үҙҙәренә ышаныс тәрбиәләй алыуы, һәр балала шәхес күрә белеүе менән оло ихтирам һәм хөрмәт яуланы ул. Рус әҙәбиәте буйынса яҙылған һәр иншаны асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә ҡороуы беҙҙе ижади фекерләргә, үҙ уйҙарыбыҙҙы ҡыйыу рәүештә әйтергә өйрәтте».
Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе уҡыу­сыһы Гөлнара: «Флүрә Сафа ҡыҙының дәрестәре ғүмерлеккә иҫтә ҡалды. Рус теле буйынса ҡағиҙәләр­ҙең күбеһен Флүрә апай өйрәткәнсә еңел генә иҫкә төшөрә алам. Уның дәрестәрендә иркен аралаша инек. Флүрә апай беҙҙең хаталарға юмор аша иғтибар иттереп, хәтерҙә ҡалдыра торғайны», – тип хәтерләй яратҡан уҡытыусыһын.
Флүрә апай тормош иптәше Рәшит ағай менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе. ҡыҙҙары ла әсәйҙәренең юлын дауам итә: өлкәне – Лилиә Халиҡова ‒ Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында, кеселәре – Динә Уразбаева Өфө ҡалаһының 13-сө коррекция мәктәбендә эшләп йөрөй. Үкенескә күрә, тормош ҡанундары аяуһыҙ, быйыл­ғы йәй был ғаиләгә ауыр ҡайғы алып килә. Намыҫлы уҡытыусының 36 йыл мәктәптә эшләү дәүере эҙһеҙ юғалмаҫ, яҡты иҫтәлеге балалары, туғандары, уҡыусылары күңелендә һаҡланыр.

С. АМАНТАЕВА.
Читайте нас: