Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Сентябрь 2012, 16:48

Донъяла вуздарыбыҙ баһаһы – йөҙөнсө, ике йөҙөнсө…

Йыл һайын “QS” компанияһы донъяның иң яҡшы институт-университеттары исемлеген төҙөй. Әле бынан ике йыл элек кенә Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты 93-сө урында ине, быйыл иһә 116-сыла ғына (рейтингыла илдән иң шәбе).

Донъяла вуздарыбыҙ баһаһы – йөҙөнсө, ике йөҙөнсө…
Донъяла вуздарыбыҙ баһаһы – йөҙөнсө, ике йөҙөнсө…

Йыл һайын “QS” компанияһы донъяның иң яҡшы институт-университеттары исемлеген төҙөй.
Әле бынан ике йыл элек кенә Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты 93-сө урында ине, быйыл иһә 116-сыла ғына (рейтингыла илдән иң шәбе).
Исемлекте Массачусетс технология институты башлап ебәрә лә, артынан уҡ Кембридж, Гарвард вуздарын эйәртә. Санкт-Петербург дәүләт университеты 253-сө урында. Былтырғынан ике юлға төшкән.
Әлбиттә, рейтинг 100 процент теүәл баһа бирә тигән һүҙ түгел. Етмәһә, ул әллә ниндәй сит ил компанияһы. Шулай ҙа беҙҙең вуздарға шикләнеп ҡарау, ышанмау, һанға һуҡмау күренеше бар.
Исемлек төҙөүҙә алты критерий ҡарала – академик мөхиттәге абруй, вуз тамамлаусыларға эш биреүселәр­ҙең мөнәсәбәте, хеҙмәткәрҙәр публикацияларының популярлығы, уҡы­тыу­сы һәм студенттарҙың һаны сағыштырылыу, сит ил ғалимдары һәм студенттары һаны.

Lenta.ru сайтынан
Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.

Читайте нас: