Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Май 2012, 15:00

Полиграфистар лицейында – юбилей

Өфөләге Советтар Союзы Геройы Солтан Бикеев исемендәге 1-се профессиональ лицей 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был уҡыу йорто республика һәм бөтә Рәсәй өсөн полиграфия өлкәһендә белгестәр әҙерләй. Лицейға 1922 йылда нигеҙ һалына. Уның бер быуатҡа яҡын тарих сағылдырған музейында элекке замандан һаҡланып ҡалған һәм ҡасандыр полиграфия өлкәһендә ҡулланылған әллә күпме экспонат ҡуйылған. Музей директоры Геннадий Шевелев байрам кисәһенә килгән ҡунаҡтарҙы лицей һәм республика полиграфияһының тарихы менән яҡындан таныштырып үтте:

Полиграфистар лицейында – юбилей
Полиграфистар лицейында – юбилей

– Мин уҡырға ингәндә был лицей 11-се полиграфистар һөнәрселек училищеһы исемен йөрөтә ине. 1949 йылда баҫмасыға уҡый башланым һәм өс йылдан уҡыуымды тик «бишле»гә тамамлағас, мине бында мастер итеп ҡалдырҙылар. Илле йыл эшләү дәүерендә 600-гә яҡын баҫмасы әҙерләп сығарҙым. Улар Владивостоктан алып Калинин­град­ҡа тиклем предприятие директоры, инженер, мастер булып эшләй, ҡайһы берҙәре үҙҙәренең типографияһын да асҡан. 2002 йылда хаҡлы ялға китһәм дә, йыш ҡына килеп, ярҙам итеп йөрөйөм, – тине ул, хәтирәләре менән уртаҡлашып.
Бөгөн лицейҙың типографияһы, яңы ҡорамал менән йыһазландырылған инновацион-нәшриәт полиграфия комплексы, интерактив таҡталы һәм компьютерлы уҡыу клас­тары, ашханаһы, тамаша һәм спорт залдары, китапханаһы һәм дөйөм ятағы бар. Лицей үҙенең “Ҙур тәнәфес” исемле гәзитен дә сығара, шулай уҡ төрлө ойошмалар һәм граждандарҙың заказдарын да үтәй.
Лицейҙа электрон хәреф йыйыу һәм версткалау операторы, матбуғат эше мастеры, яҫы баҫма эшсеһе, китап төпләүсегә уҡыталар. Уны тамамлаусы йәш белгестәр “Китап” нәшриәтендә, “Өфө полиграфия комбинаты”нда, “Белая река” нәшриәтендә, Матбуғат йортонда эшләй. Лицей директоры Флорида Шәрифулла ҡыҙы Фартукова әйтеүенсә, был лицей – республикабыҙҙа полиграфистар әҙерләгән берҙән-бер уҡыу йорто.
Әлбиттә, полиграфистарҙың эше баһалап бөткөһөҙ. Сөнки бөтә гәзит-журналдар, китаптар һ.б. баҫмаларҙы уларһыҙ сығарыу мөмкин түгел.
Читайте нас в