Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Апрель 2012, 15:29

Тәжрибә бүлешкәндән арта ғына

Шамонин мәктәбендә уҡытыусыларҙың семинары үттеОшо көндәрҙә Өфө районының Шамонин ауылында «II быуын федераль дәүләт стандарттарын индереү шарттарында башланғыс мәктәптә балаларҙың һәләтен үҫтереү» тигән темаға республика ғилми-ғәмәли конференцияһы ойошторолдо.

Шамонин мәктәбендә уҡытыусыларҙың семинары үтте
Ошо көндәрҙә Өфө районының Шамонин ауылында «II быуын федераль дәүләт стандарттарын индереү шарттарында башланғыс мәктәптә балаларҙың һәләтен үҫтереү» тигән темаға республика ғилми-ғәмәли конференцияһы ойошторолдо.
Унда БР Мәғарифты үҫтереү институтының тәжрибә мәктәптәренең башланғыс синыф уҡытыу­сылары ҡатнашты. Сараның программаһы бик бай ине. Рәсми өлөшөн Өфө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Люциә Ризуанова асты. Артабан ҡотлау сәләме менән Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының һәләтлелекте асыҡлау һәм үҫтереү үҙәге директоры Флорида Фәхретдинова сығыш яһаны. Һуңынан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Шамонин урта мәктәбенең башланғыс синыф, информатика, математика һәм рәсем уҡытыусыларының асыҡ дәрестәрендә булды, синыфтан тыш сараларҙы ҡараны. Семинарҙың йомғаҡлау өлөшөндә Өфө ҡалаһы һәм республика гимназия-лицей уҡытыу­сылары оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
Бындай форматтағы осрашыу­ҙар уҡытыусыларҙың эшенә йомғаҡ яһау, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу, коллективҡа республика кимәленә сығыу мөмкинлеге бирә.
Э. ДУСАЕВА,
Шамонин урта мәктәбе
директорының ғилми-методик эштәр буйынса
урынбаҫары.
Читайте нас: