Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Март 2012, 14:38

Өфөлә Мәғариф форумы асылды

27 – 30 мартта Өфө ҡалаһында Мәғариф форумы үтә. Уның программаһы бик бай. Уның сиктәрендә «Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәре» фестивален һәм «Мәғариф. Фән. Карьера – 2012» махсуслаштырылған күргәҙмәһен ойошторола. Форумда төрлө кимәлдәге белем биреү учреждениеларының ҡаҙаныштары, мәғариф системаһындағы алдынғы методикалар һәм технологиялар менән танышыу мөмкинлеге буласаҡ, яңы проекттарға нигеҙ һалынасаҡ. Шулай уҡ «Йәштәрҙе инновацион процесҡа берләштереү» тигән темаға «түңәрәк өҫтәл», студенттар өсөн «Буласаҡ финансист» олимпиадаһы ла сара программаһына ингән. Форумда республиканан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән барлығы 130-ҙан ашыу уҡыу йорто ҡатнаша.

27 – 30 мартта Өфө ҡалаһында Мәғариф форумы үтә.
Уның программаһы бик бай. Уның сиктәрендә «Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәре» фестивален һәм «Мәғариф. Фән. Карьера – 2012» махсуслаштырылған күргәҙмәһен ойошторола. Форумда төрлө кимәлдәге белем биреү учреждениеларының ҡаҙаныштары, мәғариф системаһындағы алдынғы методикалар һәм технологиялар менән танышыу мөмкинлеге буласаҡ, яңы проекттарға нигеҙ һалынасаҡ. Шулай уҡ «Йәштәрҙе инновацион процесҡа берләштереү» тигән темаға «түңәрәк өҫтәл», студенттар өсөн «Буласаҡ финансист» олимпиадаһы ла сара программаһына ингән. Форумда республиканан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән барлығы 130-ҙан ашыу уҡыу йорто ҡатнаша.
Читайте нас в