Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Март 2012, 15:12

Уҡыусыларҙы имтиханда нимә көтә?

Уҡыу йылы аҙағына яҡынлашҡан һайын сығарылыш синыф уҡыусыларының борсолоуҙары арта бара. Сөнки алда уларҙы яуаплы һынау – Берҙәм дәүләт имтихандары көтә. Мәктәп­тәр­ҙә дәүләт имтихандарының төп этабы 28 майҙан 21 июнгә тиклем дауам итәсәк. Йыл һайын уҡыусыларҙы, имтиханға талаптар көсәйә, ныҡлы контроль буласаҡ, тип ҡурҡыталар. Быйыл берҙәм дәүләт имтихандарында уҡыусыларҙы ниндәй үҙгәрештәр көтә һуң?

Уҡыусыларҙы имтиханда нимә көтә?
Уҡыусыларҙы имтиханда нимә көтә?

Уҡыу йылы аҙағына яҡынлашҡан һайын сығарылыш синыф уҡыусыларының борсолоуҙары арта бара. Сөнки алда уларҙы яуаплы һынау – Берҙәм дәүләт имтихандары көтә. Мәктәп­тәр­ҙә дәүләт имтихандарының төп этабы 28 майҙан 21 июнгә тиклем дауам итәсәк. Йыл һайын уҡыусыларҙы, имтиханға талаптар көсәйә, ныҡлы контроль буласаҡ, тип ҡурҡыталар. Быйыл берҙәм дәүләт имтихандарында уҡыусыларҙы ниндәй үҙгәрештәр көтә һуң?
БР Мәғариф министрлығының Берҙәм дәүләт имтиханы һәм белем сифатына баһа биреү бүлеге начальнигы Зәки Мырҙағәлин әйтеүенсә, артыҡ ҙур үҙгәрештәр көтөлмәй, булған хәлдә лә, улар күберәк берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороуға, үткәреү тәртибенә ҡағыла.
Беренсенән, яңы ҡағиҙәләр буйынса, законлы рәүештә йәмәғәт күҙәтеүсеһе статусы булдырылды. Әйткәндәй, БДИ тапшырыусыларҙың ата-әсәһенән, туғандарынан тыш, теләге булған һәр кем, аккредитация үтеп, йәмәғәт күҙәтеүсеһе була ала. Бының өсөн имтихандан ике аҙна алда урындағы мәғариф идаралығына йәиһә Мәғариф министрлығына ғариза бирергә кәрәк.
Контроль-үлсәү материалдарына рөхсәт сикләнгән. Йәғни уларҙағы мәғлүмәт, икенсе төрлө әйткәндә, имтихан һорауҙары менән БДИ тапшырыу пункты етәксеһе, имтиханды ойоштороусылар һәм имтихан тапшырыусылар ғына таныша ала. Мәғлүмәттең ситкә таратылыуы өсөн был кешеләр закон алдында яуап тотасаҡ. 2011 йылда был закон ғәмәлгә индерелмәгәйне.
Имтиханды ойоштороу тәртибенә индерелгән үҙгәрештәрҙең тағы берәүһе – БДИ тапшырыу пункттарына кеҫә телефондары, электрон иҫәпләү техникаһын индереү һәм урынлаштырыу тыйыла. Был имтихан тапшырыусыларға ғына түгел, БДИ тапшырыу пункттары етәкселәренә, имтиханды ойоштороусыларға ла ҡағыла. Телефондарын улар БДИ тапшырыу пунктына ингән ваҡытта ҡалдырырға тейеш, бының өсөн айырым бүлмә ҡаралыуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта бер кемдең дә уҡыусыларҙың кеҫәләрен тикшерергә хаҡы юҡ. Шуға күрә БР Хөкүмәте ҡарамағында төҙөлгән ведомство-ара комиссияла кеҫә телефондары өсөн тауыш йотҡос система индереү тураһындағы мәсьә­лә ҡарала. Йәғни ул кеҫә телефондары аша бәйләнешкә инеү мөмкинлеген сикләйәсәк.
Шулай уҡ БДИ тапшырыу үҙәктәрендә металл детекторҙар ҡуйыу, аудиторияларҙа видеокамералар урынлаштырыу тураһында ла һүҙ алып барыла. Әммә камералар ҡуйыл­ған хәлдә лә, улар имтихан тапшырыу процесын яҙҙырып барасаҡ, әммә кем дә булһа онлайн режимында уны күҙәтә алмаясаҡ. Был рөхсәт ителмәй. Ниндәйҙер тәртип боҙоу осрағы булғанда ғына дәүләт комиссияһы видеояҙманы ҡарап сыға аласаҡ.
Әгәр ҙә быға тиклем имтихан барышындағы тәртип боҙоуҙар өсөн имтихандан азат ителгән уҡыусы уны бер ниндәй рөхсәтһеҙ резерв көнөндә ҡайтанан тапшыра алһа, хәҙер иһә икенсе тапҡыр имтихан тапшырыу өсөн ул дәүләт имтихан комиссияһынан рөхсәт алырға тейеш буласаҡ. БР мәғариф министры етәкселегендәге дәүләт имтихан комиссияһы 32 кешенән тора, унда бөтә ректорҙар ингән, шулай уҡ уҡытыусылар ҙа бар.
Имтиханды үткәреү ваҡытына бәйле лә бер аҙ төҙәтмәләр индерелгән. Мәҫәлән, 20 апрелгә тиклем БДИ үткәреү пункттары һәм тәртибе, апелляцияға биреү урындары һәм тәртибе, шулай уҡ БДИ һөҙөмтәләре менән таныштырыу тәртибе тураһында мәғлүмәт бирелергә тейеш. Әйткәндәй, Зәки Дамир улы әйтеүенсә, быйыл БДИ һөҙөмтәләре тураһында таныҡлыҡты юғары уҡыу йорттарына тапшырыу шарт түгел, документтар ҡабул иткән ваҡытта, федераль мәғлүмәт базаһына инеп, абитуриенттың балдарының дөрөҫлөгөнә инанырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта вуз абитуриенттың тап ошо вузға документ тапшырыуы тураһында ла билдә ҡуйырға тейеш. Был иһә абитуриенттың нисә вузға документ тапшырыуын күҙәтеп барырға булышлыҡ итәсәк һәм биштән артыҡ вузға документ тапшырырға юл ҡуймаясаҡ. Бөтә был мәғлүмәт сайтҡа ҡуйылып, 1 сентябргә тиклем һәр БДИ тапшырыусы уның менән таныша алырлыҡ булырға тейеш.
Шулай уҡ БДИ үткәреү тәртибендә имтиханда ҡатнашыусыларҙың иҫәбе лә асыҡланған. Һәр аудиторияла 15-кә тиклем имтихан тапшырыусы, ике ойоштороусы һәм бер йәмәғәт күҙәтеүсеһе бу­лыр­ға тейеш. Үткән йылдарҙа өсәүгә тиклем йәмәғәт күҙәтеүсеһе рөхсәт ителһә, быйыл иһә ул берәүгә генә ҡалдырылды.
Әгәр ҙә уҡыусы имтиханға килгәндә документын онотоп ҡалдырған булһа, балаларҙы БДИ тапшырыу урынына оҙатып килеүсе ошо мәктәптең тулы хоҡуҡлы вәкиле яҙма рәүештә уның шул-шул мәктәптең уҡыусыһы булыуын раҫлаһа, был уҡыусыға берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу рөхсәт ителәсәк.
Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү тәртибенә ҡағылышлы төп үҙгәрештәр ошо. Бынан тыш, контроль-үлсәү материалдарына ла ҡайһы бер төҙәтмәләр индерелгән.
Тарих. Был фәндән БДИ тапшырыусы уҡыу­сыларға яңы эш төрө индерелә, улар тарихи инша яҙасаҡ. Йәғни һынау тотоусылар төрлө дәүерҙең өс шәхесенең береһен һайлап алып, уның тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында һөйләргә тейеш була. Бынан тыш, А өлөшөндә һорауҙар ҡыҫҡарасаҡ, шул иҫәптә С өлөшөндә инша яҙыу өҫтәләсәк.
Математика. Эштәрҙең тәүге өлөшөнә геометрия, стереометрия буйынса бер мәсьә­лә һәм бер практик эш өҫтәләсәк.
Информатика. Был фән буйынса ҡайһы бер бүлектәр буйынса һорауҙар һаны артһа, икенселәре буйынса, киреһенсә, кәмегән. Һөҙөмтәлә имтихан һорауҙарының тәүге өлөшөндә һорауҙар күбәйәсәк, икенсеһендә элеккенән әҙерәк буласаҡ.
Химия. Тәүге өлөшөндә имтихан һорауҙары икәүгә кәмегән.
Быйыл нисә кеше берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашасаҡ?
Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, быйыл республиканан 27594 кеше берҙәм дәүләт имтихандарында ҡатнаша. Шуларҙың 25748-е быйылғы сығарылыш синыф уҡыусылары булһа, 813-ө − мәктәпте үткән йылдарҙа тамамлаусылар, 829-ы − училище һәм техникумдарҙы тамамлаусылар, 11-е − үткән йылдарҙа аттестат ала алмаусылар, 33-ө – хәрби хеҙмәттән ҡайтыусылар һәм 22-һе – башҡа категорияға ҡараусылар.
Барлыҡ сығарылыш синыф уҡыусылары ла рус теле һәм математика буйынса мотлаҡ БДИ тапшырырға тейеш булһа, ниндәй уҡыу йортона уҡырға инергә теләүенә ҡарап, улар тағы ла 12 фәндән БДИ һайлай ала. Йылдағыса, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән БДИ тапшырырға теләүселәр күп, барлығы 15475 кеше был фәндән имтиханды һайлаған, икенсе урында физика килә – 11424 кеше физиканан БДИ тапшырырға теләк белдергән, өсөнсө урында иһә – биология, 6907 кеше был фәндән БДИ тапшырасаҡ.

БДИ-ға ҡағылышлы тағы бер нисә һорау

Быйыл уҡырға инә алмаған хәлдә икенсе йыл яңынан БДИ тапшырырғамы?
Берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәһе киләһе йылдың 31 декабренә тиклем үҙ көсөнә эйә, йәғни быйылғы имтихан һөҙөмтәләре 2013 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә була. Шуға күрә быйыл юғары уҡыу йортона уҡырға инә алмаған абитуриенттар­ға киләһе йыл уҡырға инеү өсөн яңынан БДИ тапшырырға кәрәкмәй. Ә инде һөҙөмтәләр менән риза булмаған осраҡта яңынан БДИ тапшырырға мөмкин.
Ситтән тороп уҡырға инеү өсөн БДИ кәрәкме?
Ситтән тороп уҡырға инеү өсөн дә БДИ һөҙөмтәләре кәрәк. Шуға күрә мәктәпте 2009 йылдың 1 ғинуарынан һуң тамамлаусылар юғары уҡыу йортона уҡырға инеү өсөн мотлаҡ БДИ тапшырырға тейеш. Ә 2009 йылдың 1 ғинуарына тиклем урта дөйөм белем алыусылар уҡырға ингәндә үҙҙәренең теләге буйынса имтиханды традицион формала ла тапшыра ала.
Уҡыусы ауырыу сәбәпле берҙәм дәүләт имтихандарына бара алмаһа, ул нимә эшләргә тейеш?
Ауырыу сәбәпле берҙәм дәүләт имтиханына бара алмаған сығарылыш синыф уҡыу­сыһы БДИ тапшырыу өсөн теркәлгән мәктәпкә медицина белешмәһе (справка) алып килергә тейеш. Мәктәп иһә сығарылыш синыф уҡыусыһына БДИ тапшырыу өсөн көн билдәләр өсөн дәүләт имтихан комиссияһына хәбәр итә.
БДИ-нан кемдәр азат ителә?
Сәләмәтлеге буйынса сикләүҙәр булған балаларға мәктәптә БДИ урынына элекке кеүек үк дәүләт сығарылыш имтихандары тапшырырға рөхсәт ителә. Бының буйынса айырым исемлек бар, унда шулай уҡ I һәм II төркөм инвалидтары инә.
Уҡыусылар вуз этабында БДИ тапшыра аламы?
Сығарылыш синыф уҡыусылары тик мәктәптә генә БДИ тапшырасаҡ, ә вуз этабында былтыр һәм унан алдағы йылдарҙа мәктәпте тамамлаусылар ғына ҡатнаша. Шулай уҡ мәктәпте былтыр тамамлаусылар берҙәм дәүләт имтихандарын мәктәптә лә тапшыра ала, тик бының өсөн улар алдан ғариза бирергә тейеш. Юғары уҡыу йортона уҡырға инеү өсөн иһә БДИ-ның былтырғы һөҙөмтәһен йәиһә быйылғыһын күрһәтеү – улар ҡарамағында.
Әгәр ҙә имтихан бирергә теләүсе 1 март­ҡа тиклем ғариза биреп өлгөрмәһә, һуңыраҡ быны эшләргә мөмкинме?
Ниндәйҙер сәбәп буйынса (ауырыу сәбәпле, ғаилә шарттарына бәйле йәиһә техникумда сығарылыш имтихандары һ.б.) берҙәм дәүләт имтихандарының төп этабында ҡатнаша алмаған һәр кем (быйылғы сығарылыш уҡыусыларынан тыш) БДИ тапшырыу өсөн 5 июлгә тиклем урындағы мәғариф идаралығына, юғары уҡыу йорттарына ғариза тапшыра ала.
Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса тағы ла һорауҙарығыҙ булһа, имтихандың рәсми сайтына www.ege.edu.ru мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Читайте нас: