Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Март 2012, 15:10

Күршеләр менән килештек

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән Екатерин­бургтағы Урал дәүләт педагогия университеты үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгән. Доку­ментҡа вуз ректорҙары Раил Әсә­ҙуллин һәм Борис Игошев ҡул ҡуйған.Хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре – берлектәге белем биреү программаларын әҙерләү, студенттар һәм уҡытыусылар менән алмашыу. Урал дәүләт педагогия университеты ректоры Борис Игошев билдәләүенсә, педагогия юғары уҡыу йорттарына ябылыу йәки башҡа вуздың филиалы булып ҡалыу, йә булмаһа, классик вуздар ме­нән берләшеү хәүефе янай.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән Екатерин­бургтағы Урал дәүләт педагогия университеты үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгән. Доку­ментҡа вуз ректорҙары Раил Әсә­ҙуллин һәм Борис Игошев ҡул ҡуйған.
Хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре – берлектәге белем биреү программаларын әҙерләү, студенттар һәм уҡытыусылар менән алмашыу.
Урал дәүләт педагогия университеты ректоры Борис Игошев билдәләүенсә, педагогия юғары уҡыу йорттарына ябылыу йәки башҡа вуздың филиалы булып ҡалыу, йә булмаһа, классик вуздар ме­нән берләшеү хәүефе янай.
– Һеҙҙең вуз – республикала педагогик белем биреү өлкәһенең берҙән-бер таянысы. Бөгөн беҙҙең төп бурыс – юғары уҡыу йорттарын һаҡлап ҡалыу, шуның өсөн Урал төбәгенең педагогия юғары уҡыу йорттарын берләштереү зарур, – тине ул.
Читайте нас: