Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Март 2012, 18:30

«Өмөттәрҙе һәр саҡ аҡларға тырышырбыҙ!»

Республика йәштәр гәзиттәре менән берлектә БР Үҙәк һайлау комиссияһы уҙғарған конкурстың еңеүселәре бүләкләндеБР Үҙәк һайлау комиссияһы “Йәшлек”, “Өмет”, “Молодежная газета” республика баҫмалары ме­нән берлектә ғинуар – февраль айҙарында йәш һайлаусылар өсөн викторина үткәрҙе. Конкурста ҡат­нашыусылар­ҙың төрлө тараф­тар­ҙан булыуы ҡыуандыра, был гәзиттәрҙең халыҡ араһында уҡымлы икәнен дә күрһәтә. Шуныһын да әй­тергә кәрәк, РФ Дәүләт Дума­һына декабрҙәге депутаттар һайлау алдынан да ошондай сара үткәрелгәйне. Йәштәр үҙҙәренең әүҙемлеген күрһәткәс, РФ Пре­зидентын һайлауға әҙерлек барышында ла БР Үҙәк һайлау комиссияһы улар­ға йәнә һынау ойошторорға булды.

«Өмөттәрҙе һәр саҡ аҡларға тырышырбыҙ!»
«Өмөттәрҙе һәр саҡ аҡларға тырышырбыҙ!»

Республика йәштәр гәзиттәре менән берлектә БР Үҙәк һайлау комиссияһы уҙғарған конкурстың еңеүселәре бүләкләнде
БР Үҙәк һайлау комиссияһы “Йәшлек”, “Өмет”, “Молодежная газета” республика баҫмалары ме­нән берлектә ғинуар – февраль айҙарында йәш һайлаусылар өсөн викторина үткәрҙе. Конкурста ҡат­нашыусылар­ҙың төрлө тараф­тар­ҙан булыуы ҡыуандыра, был гәзиттәрҙең халыҡ араһында уҡымлы икәнен дә күрһәтә. Шуныһын да әй­тергә кәрәк, РФ Дәүләт Дума­һына декабрҙәге депутаттар һайлау алдынан да ошондай сара үткәрелгәйне. Йәштәр үҙҙәренең әүҙемлеген күрһәткәс, РФ Пре­зидентын һайлауға әҙерлек барышында ла БР Үҙәк һайлау комиссияһы улар­ға йәнә һынау ойошторорға булды.
Тәүге конкурста “Йәш­лек” гәзите уҡыусыла­рының егермеләбе ҡатнашһа, был юлы ла һайлау темаһына үҙҙәренең белемен тикшереп ҡарарға теләүселәр етерлек ине. Шулай итеп, конкурс комиссияһы тарафынан викторина еңеүселәре тип түбәндәгеләр билдәләнде.
Учалы ҡалаһынан Әлиә Әлибаева беренсе урынға лайыҡ булды, икенсе урында – Айгөл Низамова (Әлшәй районы, ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы), Ғәзинур Собханғолов (Хәйбулла районы, Таштуғай ауылы), Люциә Сафиуллина (Әбйәлил районы, Байым ауылы), Таңһылыу Рәхмәтуллина (Илеш районы, Үрге Йәркәй ауылы). Ә Гөлнара Рәсүлева (Баймаҡ районы, Байыш ауылы), Эльза Фәйзуллина (Мәләүез ҡалаһы), Раушания Иҫәнбаева (Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы) өсөнсө урын алды. Өфө ҡалаһынан Наҙгөл Солтановаға дәртләндереү бүләге тапшырылды.
Тәҡдим ителгән викторинала һайлау йәшендәге йәштәр генә түгел, үҫмерҙәр ҙә, ололар ҙа теләп ҡатнашты. Иң йәш ҡатнашыусы ҡыҙ ни бары бишенсе синыфта уҡый, пенсия йәшенә яҡынлашыусылар ҙа бар. Ойоштороусылар уларға бик рәхмәтле. Әммә конкурс шарттары буйынса, викторинала тик 30 йәшкә тиклемге тауыш биреүселәр генә ҡатнаша ала ине. Комиссия, быны иҫәпкә алып, гәзит редакцияларына үҙ ҡатнашыусыларын билдәләргә тәҡдим иткәйне. “Йәшлек” Салауат райо­ны Арҡауыл ауылынан 54 йәшлек Айгөл Маликованы, Илеш районының Йөннө ауылынан бишенсе синыф уҡыусыһы Алһыу Ғилманованы бүләкләргә ҡарар итте.
“Молодежная газета” уҡыусыларынан Анастасия Васильева үҙен иң белемле һайлаусы итеп күрһәтһә, Елена Носова, Яҙгөл Ишкинина, Игорь Капитонов, Евгений Васильев, Эльза Гәрәевалар ҙа унан ҡалышманы. Шулай уҡ дәртләндереү бүләктәренә Артур Дәүләткирәев, Вера Иванко, Гөлназ ҡунафина, Юлиә Сәләғәтдинова, Гөлшат Шаки­рова лайыҡ булды. “Өмет” гәзите уҡыусылары араһында Илвер Вафин (беренсе урын), Наза Балағутдинова, Алһыу Вахитова, Фәйрүзә Шакирова (икенсе урын) еңеүсе тип билдәләнде. Улар ҙа республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан.
Еңеүселәрҙе БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай йортона саҡырып бүләкләнеләр. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев йәштәрҙе ысын күңелдән тәбрикләп, уларҙың әүҙемлегенең беҙҙең тормошта бик мөһим икәнен билдәләне. Был тәңгәлдә һайлауҙы ойоштороусылар йәш тауыш биреүселәргә иғтибарҙы йәлләмәй – төрлө осрашыуҙар уҙғарыла, беренсе тапҡыр һайлау­ҙа ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырыла.
Әйткәндәй, әлеге конкурста иң әүҙем ҡатнашыусылар беҙҙең “Йәшлек”тең уҡыусылары булыуына бик һөйөндөк. Еңеүсе­ләрҙең байтағы, мәктәптә генә белем алыуҙарына ҡарамаҫтан, яуаптарҙы тулы һәм дөрөҫ итеп ебәргән.
Ниңәлер беренсе урын алыусы Әлиә Әлибаева тантанаға килмәгән, шулай ҙа уны дүрт мең һумлыҡ бүләк сертификаты Үҙәк һайлау комиссияһында көтә.
Гәзитебеҙҙе Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында яратып уҡыйҙар. 11-се класс уҡыусыһы Ғәзинур Собханғолов (Хәйбулла районының Таштуғай ауылынан) менән 10-сынан Айгөл Низамова (Әлшәй районының ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан) икенсе урын алғандарына, өс мең һумлыҡ сертификатҡа бик һөйөнә. Мәҫәлән, Ғәзинур, һорауҙарға яуап эҙләп, китапханала, интернетта ла ултыр­ған. “Арыу ғына тырышырға тура килде. Бындай конкурстарҙа ҡатнашҡан да юҡ ине. Призлы урын алыуым тураһында хәбәр алғас, ныҡ ҡыуандым”, − ти ул. Ә Айгөл “Йәмғиәтте өйрәнеү” фәнен бик яратыуын, шуға ла конкурста ҙур теләк менән ҡатнашыуын белдерҙе. Уның апаһы Гүзәл юрислыҡҡа уҡып йөрөй икән, һеңлеһенә уның китаптары ярап ҡалған.
Тағы бер еңеүсебеҙ – Таңһылыу Рәхмәтуллина Илештән килеп еткән. Үрге Йәркәй ауылында 10-сы класта уҡып йөрөүсе ҡыҙын атаһы Әнис ағай алып килгән. Был ғаилә “Йәшлек”те өйҙәренә алдыра. ҡыҙ уҡытыусы әсәһе Гөлнара Хәдит ҡыҙы менән баҫмабыҙҙың ысын дуҫтары булыуын әйтте. “Мин үҙем ситтән тороп Башҡорт иҡтисад техникумында юрист һөнәрен дә үҙләштерәм, викторинаға яуаптарҙы закондарҙан таптым. Уларҙы яҡшылап уҡығанда, барыһы ла аңлашыла”, − ти Таңһылыу. Уҡыу алдынғыһы мәктәпте гел “бишле”гә тамамлауҙы үҙенә бурыс итеп ҡуйған. Һөйләшкәндә уның спорт менән дә, музыка менән дә дуҫ булыуын белдек.
Әйткәндәй, Люциә Сафиул­лина, Гөлнара Рәсүлева, Раушания Иҫәнбаеваларҙың исемдәре лә таныш. Улар былтыр декабрь һайлауҙары алдынан уҙғарылған конкурста ла ҡатнаш­ҡайны.
Бүләкләү тантанаһы бергәләп иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды. ҡәнәғәт йөҙҙәр, бүләктәр, сәскә гөлләмәләре, ихлас теләктәр – күңел үҫһен өсөн ошолар ҙа етә, әлбиттә.

А. ИШЕМҒОЛОВА,
Ф. ТҮЛӘКОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотолары.

Читайте нас: