Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Февраль 2012, 12:43

Бөрйәндә “Йыл уҡыусыһы” асыҡланды

Байназар ауылының мәҙәниәт һарайында уҙҙы шундай күркәм сара. “Иң-иң“ исеменә һынау тотҡан конкурсанттарға лайыҡлы исемде алыр өсөн бер нисә этапты үтергә тура килде. “Танышырға рөхсәт итегеҙ” тигән тәүге конкурста уҡыу­сылар ҡобайыр ҙа әйтте, бейеп тә күрһәтте, ҡыҫҡаһы, бар һәләтен эшкә екте.”Бөрйән – минең тыуған ерем” тип аталған турҙа һәр кем йәнтөйәгенең тарихын, йәшәйешен, йола-ғәҙәттәрен яҡшы белеүен күрһәтте. Был һынауҙан һуң уҡыусылар һаны кәмеп тә алды − әҙерәк балл йыйыусылар төшөп ҡалды. Бөрйәндәр булһын да туризмға иғтибар йүнәлтмәй ҡалһын ти. ”Туризм – Бөрйәндең киләсәге” проектын яҡлау буйынса һынау тотҡанда уҡыусылар туристик комплекстар асыу, тәбиғи парктар булдырыу, агротуризм, һауыҡтырыу туризмы хаҡында һөйләне.

“Йыл уҡыусыһы” исеменә Иҫке Собханғолдан Гөлназ Хәлиуллина лайыҡ булды. Байназар мәктәбенән Азамат Буранов – беренсе, Килдеғолдан Сөмбөл Исхаҡова – икенсе, Әбделмәмбәт мәктәбенән Нурзилә Усманова өсөнсө урынды алды. Бынан тыш, төрлө номинациялар еңеүселәре асыҡланды, былтырғы уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса район хакимиәте стипендиаттары тәбрикләнде.

Т. АМАНОВ.
И. КИНЯПИН фотоһы.
Читайте нас: