Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Ноябрь 2011, 16:20

Фәндә әйтер һүҙҙәре бар

Уралия Ғәбиҙуллина һәм Гөлназ Фазылова һыу таҙартыуҙың яңы ысулы өҫтөндә эшләйСтудент тормошо үҙеңде төрлө яҡлап һынау өсөн бик күп мөмкинлектәр аса. Кемдер уҡыуҙа алдынғылыҡ яулаһа, икенсе берәү ойоштороусы лидер һәләтен аса, өсөнсөһө спорт буйынса һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшеп, уҡыу йортоноң данын күтәрә, ә дүртенсеһе фән өлкәһен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Фән тигәндә, тәбиғәттең, кеше эшмәкәрлегенең асылмаған серҙәре бик аҙ ҡалғандыр һымаҡ тойолһа ла, әле асыҡланмаған күренештәр байтаҡ. Ғалимдарҙы, фән менән шөғөлләнеүсе йәштәрҙе алда яңы асыштар көтә. Тик тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәһе нигеҙендә килтереп сығарылған асыштары бойомға ғына ашырылһын.

Фәндә әйтер һүҙҙәре бар
Фәндә әйтер һүҙҙәре бар
Уралия Ғәбиҙуллина һәм Гөлназ Фазылова һыу таҙартыуҙың яңы ысулы өҫтөндә эшләй

Уралия бәләкәй сағынан кем генә булыр­ға хыялланып бөтмәгән − уҡытыусы ла, юрист та, табип та. ҡыҫҡаһы, бөтә һө­нәр­ҙәрҙе барлап сыҡҡан тиһәң дә була, әллә күпме түңәрәккә лә йөрөгән. Төрлө фәндәр­ҙән район һәм республика олимпиадаларында ҡатнашып, призлы урындар яулаған. Ә 8-се синыфта химия дәресе инә башлағас, химик булырға ҡарар итә. Уҡы­тыусыһы Лилиә Мөхәммәт ҡыҙы Дәүләто­ваға шул тиклем үҙ фәнен яҡшы өйрәтә алғаны, уға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырғаны өсөн бик рәхмәтле. Шулай уҡ ата-әсәһенә лә рәхмәте ҙур Уралияның. «Күп кенә ата-әсәләр, эшләп йөрөүҙәренә, ваҡыттары юҡлығына һылтанып, балаларына иғтибарҙы аҙ бүлә, уларҙы үҫтереүҙе ҡайғыртмай. Шуға ла бала ҡайһылыр яҡлап үҫмәй ҡала, ҡыҙыҡһыныусанлығын юғалта, нимәгәлер ынтылыуҙан туҡтап ҡалыуы бар. Ә мин был яҡтан бик бәхетлемен», − тип йылмая ҡыҙ. Университетҡа уҡырға ингәс тә, беренсе курстан уҡ лабораторияға килеп яҙыла (студенттар лабораторияға 4-се курста ғына беркетелә), фән менән ҡыҙыҡһынып, эш башлай.
ҡыҙҙарҙың Маҡтау ҡағыҙҙарын һанап та бөтөрлөк түгел. Әллә күпме халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, республика конференцияһында, конкурста, симпозиумда ҡатнашҡандар. Новосибирск, Томск, Краснодар ҡалаларында доклад менән сығыш яһағандар. «Беҙ өйрәнгән тема бик актуаль, шуға ла конференцияларҙа хатта ауыҙ асып тыңлай­ҙар. Үҙебеҙ ҙә күп яңы нәмә белеп, төрлө йүнәлештә белем туплап, фекер алышып ҡайтабыҙ», − ти Уралия менән Гөлназ.
Эштәренең тейешенсә баһаланыуы − ҡыуаныслы күренеш. Һыу − йәшәү сығанағы, уның таҙа булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. ҡыҙҙарҙың проекттары яҡын арала сәнәғәт предприятиеларында ҡулланы­лыш­ҡа ла инер, ҡағыҙҙа ғына ятып ҡалмаҫ, тип ышанғы килә.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.
Читайте нас: