Республикабыҙҙа йәштәрҙең һәр башланғысы хуплау таба. Уларға үҙҙәренең ҡыҙыҡлы идеяларын, яңы проекттарын тормошҡа ашырыу, һәләтен үҫтереү, белемен камиллаштырыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә булдырылған. Фән менән ҡыҙыҡһыныусы йәштәр ҙә төрлө өлкәлә ғилми тикшеренеүҙәр алып бара ала, сит илдәрҙең абруйлы уҡыу йорттарында стажировка үтә, өҫтәүенә, уларҙы фәнни эҙләнеүҙәргә дәртләндереүсе гранттар, премиялар булдырылған. Дәртләндереү саралары араһында иң мәртәбәлеһе – Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт йәштәр премияһы. Республикабыҙҙа ул 2002 йылда Башҡортостандың ғилми ҡеүәтен үҫтереү, һәләтле йәш ғалимдарҙы асыҡлау маҡсатында булдырыла. Шул ваҡыт арауығында республиканан 15 йәш ғалим һәм 9 ғилми коллектив был премияның лауреаты була. Быйыл иһә тағы ике йәш ғалим һәм бер коллектив уларҙың сафын тулыландырҙы. 2010 йыл өсөн Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт йәштәр премияһына 55 эш тәҡдим ителгән. Шуларҙың 21-е – гуманитар фәндәр өлкәһендә, 20-һе – тәбиғи фәндәр буйынса һәм 14-е – техник фәндәр өлкәһендә.
Йәштәр премияһының быйылғы лауреаттары үҙҙәренең ғилми эҙләнеүҙәрен практик эшмәкәрлек менән берлектә алып бара. Мәҫәлән, техник фәндәр өлкәһендә премияға лайыҡ булыусы Павел Никифоров Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә эшләй, ә тәбиғи фәндәр өлкәһендә дәүләт премияһына лайыҡ булыусы Гүзәл Бикбова, Артур Хәбибуллин, Наил Баймөхәмәтов – Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәрҙәре. Тимәк, улар үҙҙәренең ғилми тикшеренеүҙәрен практикала ла һынап ҡарай ала. Гуманитар фәндәр өлкәһендә Республика йәштәр премияһы Башҡорт дәүләт аграр университеты доценты Ләлә Дәүләтбаеваға тапшырылды.
Ләлә Дәүләтбаева Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад факультетында белем ала. Студент сағында уҡ фән менән ҡыҙыҡһына башлай, төрлө олимпиадаларҙа, ғилми конференцияларҙа ҡатнаша. Уҡыу алдынғыһы студент тормошонда ла әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостан Президенты стипендияһына лайыҡ була. 2008 йылда «Рәсәйҙең милли ҡаҙанышы» Бөтә Рәсәй һәләтле йәштәр конкурсында лауреат була, 2011 йылда республикабыҙҙың йәш ғалимдар өсөн тәғәйенләнгән грантын ала. Әле иһә ауыл ерендә бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә арналған ғилми эше дәүләт премияһы менән баһаланды.
Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттарын тәбрикләп, БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов, йәш ғалимдарҙың фәнде һәм техниканы, шул иҫәптән республиканы үҫтереүгә ҙур өлөш индереүен билдәләп үтте.
Күҙ – кеше организмының иң нескә һәм ҡатмарлы органы. Беҙҙең республика – күҙ ауырыуҙарын дауалау буйынса иң алдынғы тәжрибәгә эйә төбәктәрҙең береһе. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтынан йәш ғалимдарҙың ғилми эше лә күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа яңы технологиялар тәҡдим итеүе менән әһәмиәтле.
– Эшебеҙҙең, ғилми тикшеренеүҙәребеҙҙең республика кимәлендә юғары баһаға лайыҡ булыуына бик шатбыҙ. Был премия беҙгә артабан да ошо өлкәлә тырышып эшләргә, яңы фәнни тикшеренеүҙәр алып барырға этәргес бирә. Беҙҙең ғилми эшебеҙ «Күҙ мөгөҙсәһе шекәрәһе патологияһын дауалауҙа – яңы технологиялар» тип атала. Был йүнәлештә ғилми тикшеренеү эштәрен 2007 йылда башлағайныҡ. Әле иһә уның абруйлы ғалимдар тарафынан ҡабул ителеүе – беҙгә ҙур мәртәбә, – ти йәш ғалим Артур Хәбибуллин.
С. ЛОТФУЛЛИНА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.