йәки Бөгөн ул ниндәй күләмдә булырға тейеш?
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм туризм буйынса комитеты ултырышында «Юғары һәм вуздан һуңғы профессиональ белем тураһында» Федераль закондың 16-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» Федераль закон проекты тураһында» БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай проектын раҫланылар. Ул стипендия күләмен билдәләүгә ҡағыла. Әлегә тиклем юғары уҡыу йорттарында стипендия 1100 һум тәшкил итһә, киләһе йыл башынан инәсәк үҙгәрештәргә ярашлы, 2850 һум булырға тейеш.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының мәғарифты модернизациялау проекты координаторы Николай Булаев та Өфөгә килгән сағында, студенттарҙың стипендияһы 29 процентҡа артасаҡ, тип ышандырғайны. Ғөмүмән, стипендия тирәләй һүҙ күп булды. Берәүҙәр уны арттырыу тураһында һүҙ алып барһа, икенселәр, киреһенсә, бөтөрөү мәсьәләһен күтәрҙе. Йәнәһе лә, студенттар эшләп уҡырға тейеш. РФ Дәүләт Думаһында былтыр был хаҡта көслө бәхәстәр булып алғайны.
Стипендияны арттырыу – күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Был аҡсаның студентҡа йәшәү сығанағы була алмауы күптән инде һәр кемгә билдәле. Белеүебеҙсә, бөгөн юғары уҡыу йортонда белем алыусы студенттың уртаса стипендияһы 1200 һум. Айына 1200 һумға студент нисек йәшәргә тейеш? Кемдәр тик “бишле”гә генә өлгәшә, уларға тағы ла 50 процент өҫтәлә. Социаль стипендия алыусыларҙың да аҡсаһы юғары стипендия алыусыларҙыҡы менән бер сама килеп сыға. Әммә көндән-көн аҙыҡ-түлеккә, юл йөрөүгә хаҡтарҙың артыуын иҫәпкә алғанда, был сумма студентҡа йәшәү өсөн бер айға түгел, ярты айға ла етмәйәсәк. Ябай ғына иҫәпләүҙәр ҙә быны асыҡ күрһәтә. Мәҫәлән, дөйөм ятаҡ өсөн баш ҡала вуздарында белем алыусы студент айына 300 – 400 һум аҡса түләй. Транспортта льготалы хаҡ менән йөрөү өсөн дә айына 400 – 450 һум аҡса кәрәк. Бөгөнгө студент үҙенең уҡыуын интернетһыҙ ҙа күҙ алдына килтерә алмай, тимәк, уның өсөн тағы 300 – 400 һум аҡса кәрәк буласаҡ. Йәштәр телефонһыҙ бер көн түгел, бер минут та тора алмай. Бына шулар менән студенттың айлыҡ стипендияһы бөттө лә инде. Ә ул нимәлер ашарға ла тейеш бит әле. Йәш саҡта матур кейенге лә, кино-концерттарға ла йөрөгө килә.
Үткән быуаттың 80-се йылдарында юғары уҡыу йорто студентының стипендияһы 40 һум ине. Әммә ул ваҡытта тормош та күпкә арзаныраҡ булды. Хәҙер икмәк 18 – 20 һум торһа, ул ваҡытта 16 тин ине, шул уҡ һөт тә, кефир ҙа тиндәр менән генә иҫәпләнде. Ярмаларҙың, шәкәр-кәнфиттең арзанлығын әйтеп торорға ла түгел. Трамвай-автобуста йөрөү өсөн дә 3 – 5 тин аҡса етте. Шуға күрә лә 40 һум аҡса студентҡа ашау өсөн генә түгел, киноға, спектаклдәргә йөрөү өсөн дә, уҡыу кәрәк-яраҡтары, әсбаптар һатып алыу өсөн дә, хатта кейенеү өсөн дә етә ине. Бөгөн иһә студент күп осраҡта ата-әсәһе иҫәбенә йәшәргә йәиһә үҙен аҫрар өсөн уҡыуҙан буш ваҡытын ҡайҙалыр эш эҙләп үткәрергә мәжбүр. Өҫтәүенә, совет заманында ҡайһы бер эшселәрҙең эш хаҡы ла студенттың стипендияһынан әҙ генә күберәк булғандыр. Һәр хәлдә, уҡытыусы, табип яңы эш башлағанда 70 – 80 һум эш хаҡы алған. Ә төрлө эштә йөрөүселәрҙең шул 40 һум тирәһе булғандыр. Процентлап сағыштырып ҡарағанда ғына ла, хәҙер бит берәүҙең дә эш хаҡы 2500 һум түгел.
Дөрөҫ, хәҙер студенттар бер стипендияға ҡарап ҡына йәшәмәй, сипендияларҙың төрлөһө бар. Мәҫәлән, аҙ тәьмин ителгән ғаилә категорияһына ингән студенттарға социаль стипендия билдәләнгән. Социаль стипендия студенттың айлыҡ стипендияһына өҫтәп түләнә, тимәк, яҡынса 3000 һумдан ашыу килеп сыға. Уҡыу алдынғыларына Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Президенты стипендиялары тәғәйенләнә, өҫтәүенә, РФ Һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры стипендиялары ла бар. Бынан тыш, республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим, шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиялар булдырылған. Уҡыу йорттарының ғилми советтары ла һәләтле уҡыусыларға махсус стипендияларын түләй. Әммә был стипендиялар тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшкән, йәмәғәт эштәрендә, вуз тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, ғилми конференцияларҙа даими рәүештә докладтар менән сығыш яһаған һанаулы студенттарға ғына түләнә. Һәр кем дә уға лайыҡ була алмай, хатта лайыҡ булған хәлдә лә, барыһына ла исемле стипендия биреп булмай. Шуға күрә бөтә студенттарҙың социаль хәлен яҡшыртыу тураһында һүҙ алып барылырға тейеш. Ни генә тиһәк тә, бөгөнгө студенттың хәле бик ауыр, стипендияны арттырыу тураһында күптән уйларға кәрәк ине. Ул бит студенттың эш хаҡы, ә бөгөн республикала минималь эш хаҡы − 5500 һум. Бәлки, ошо сумма хәлде бер аҙ булһа ла яҡшыртырға мөмкинлек бирер ине.
Башҡорт дәүләт университетының студенттар профкомы рәйесе Сергей Карлыханов әйтеүенсә, 1 сентябрҙән стипендия 9 процентҡа артҡан. Киләсәктә стипендия фондының артыуы көтөлә. Әммә стипендия фондының артыуы, һәр студенттың стипендияһы күтәрелә, тигәнде аңлатмай. Ул аҡсаны элек алмаған студенттарға түләү өсөн йәиһә спортта, фәндә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән ҡыҙҙар һәм егеттәргә өҫтәп түләү өсөн дә файҙаланырға мөмкин. Быныһы инде вуз ҡарамағында.
Беҙҙә эш хаҡы артһа ла, пенсияны күтәрһәләр ҙә, бер нисә генә процентҡа күтәрәләр ҙә, уларҙың артыуы һиҙелмәй ҙә, күренмәй ҙә. Сөнки унан алда аҙыҡ-түлеккә, юл йөрөүгә хаҡтар ике-өс тапҡырға артып та өлгөрә. Ғөмүмән, 1 сентябрҙән стипендияның артыуын да студенттарҙың күбеһе белмәй ҙә ҡалды. Әле лә бит уҡыу йылы башланыу менән автобустарҙа хаҡтар 10 һумдан – 15 һумға, 15 һумдан 20 һумға күтәрелеп тә өлгөрҙө.
P.S. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар? Фекерҙәрегеҙҙе www.ye02.ru сайтында көтәбеҙ.
Стипендия хаҡында ата-әсәләр, студенттар нимә уйлай һуң?
Хәлиҙә Ғәбитова,
хужабикә:
– ҡыҙым Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала. Стипендия ала, йыл һайын социаль стипендияға ла ғариза яҙабыҙ. Икәүһе бергә айына 3200 – 3500 һум тирәһе килеп сыға. Әлбиттә, ҡыҙым был аҡсаға ғына йәшәй алмай, ярҙам итәбеҙ. ҡайһы саҡта аҡсаһы йыйылып китһә, үҙенә берәй әйбер һатып алған була. Студент стипендияһына ғына, өҫтәүенә, Өфө ҡалаһында, минеңсә, бөтөнләй йәшәп булмай. Ата-әсәләр һау булһын инде. Әле атаһына инвалидлыҡ юллағас, шул да өҫтәп түләнергә тейеш тиҙәр ине, әлегә юҡ әле.
Земфира Юлдашева,
Мәләүез районы:
– ҡыҙым БДУ-ның математика факультетында 5-се курста уҡый. Сентябрҙә студенттарға аҡса күп китә. Уҡыу кәрәк-яраҡтары, кейем һатып алаһың. Унан ятаҡ өсөн бер йылға 4200 һум түләнек, йыйыштырыусыларға – 400 һум. Октябрҙә, тыуған көнө тип, тағы 5000 һум аҡса ебәрҙем. Стипендияға килгәндә, ул күп булһа бер аҙнаға етәлер. Быйыл, ҡыҙым әйтеүенсә, автобустарға ла хаҡтар артҡан. Беренсе курста уҡығанда 1300 һум стипендия ала торғайны, әллә ниндәйҙер өҫтәмә түләнгәнме икән, һуңынан кәмене, 1100 һум тирәһе ҡалды шикелле. Быйыл күпме икәнен аныҡ ҡына белмәйем дә, 1250 һуммы? Әлегә тиклем юлға тип 1000 һум матди ярҙам да күрһәтәләр ине, былтыр уныһы ла булманы. Айына, уртаса алғанда, ҡыҙыма 3700 – 4500 һум аҡса китәлер. Үҙебеҙ ебәреп торабыҙ. Быйыл эшкә урынлашҡан булғайны, арыта, ти, белмәйем, күпме эшләй алыр инде. Студент уҡытыуы ата-әсәгә ҡыйбатҡа ғына төшә. Ярай түләүле бүлектә уҡымай, тип һөйөнәбеҙ инде.
Гөлнара Хафизова:
– Мин 1978 – 1981 йылдарҙа Өфө медицина училищеһында уҡыным. Ул саҡта беҙҙең стипендия 30 һум ине. Арабыҙҙа ана шул аҡсаға ғына йәшәгән кешеләр булды. Ата-әсәйемдең хәленән килгәс, ярҙам итеп торҙолар. 1992 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын бөттөм. Унда стипендия 50 һум була торғайны, ә мин юғары стипендия алдым – 60 һум. Ул ваҡытта кешеләр 70 – 80 һум эш хаҡы алды, шуға күрә 60 һум ҙур ғына аҡса иҫәпләнде. Өфө ҡалаһының Совет майҙанында министрлыҡта эшләгән кешеләр йөрөгән ашханаға инеп, туйғансы ашап сыға ала инек. Ғөмүмән, студент стипендияһына аслы-туҡлы түгел, ә ҡәҙимге генә йәшәү мөмкин ине. Әле, шуға ҡарамаҫтан, беҙ эшләп тә маташтыҡ. Үҙем, мәҫәлән, иҙән дә йыуҙым, Башҡорт дәүләт аграр университетында драма түңәрәге лә алып барҙым.
Филүзә, БДУ студенты:
– Мин айына 1250 һум стипендия алам. Ул, әлбиттә, йәшәү өсөн етмәй. Әсәй-атайҙың ярҙамына өмөт итергә ҡала. Һуңғы курс булғас, бөтә көстө уҡыуға һалырға тура килә, эшләргә ваҡыт та ҡалмай. Аҡсаңды ҡыҫып-ҡыҫып тотҡан хәлдә лә, айына дүрт-биш мең һум аҡса кәрәк. Стипендия 3000 һум тирәһе булһа ла, әҙерәк әлхәм булыр ине. Был сумма етә тип әйтеүен-әйтмәйем, етмәй ул, шулай ҙа 1250 һум түгел бит.
Ғаяз, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты:
– Стипендияға ғына йәшәп булмай инде ул. Мин нисек тә үҙ көнөмдө үҙем күрергә тырышам. Әсәйҙәргә бәлә һалып булмай, сөнки өйҙә минән башҡа ла туғандарым бар. ҡайҙа эш тура килә, буш ваҡытымда шунда эшләйем. Төҙөлөштә лә ярҙамсы булып йөрөгәнем бар, төнгө ҡарауылға ла сыҡҡаным булды, нисек тура килә инде.
Стипендияны процентлап түгел, ә ике-өс тапҡырға арттырһындар ине.