Азат Вәлиев − Өфө дәүләт авиация техник университеты доценты. Ул «Иннова − 2011» форумында «Тере ер» проекты менән сығыш яһаны. Йәш ғалимды экология мәсьәләһе бик борсой. Тирә-яҡты туҡтауһыҙ бысратыуға сик ҡуйыу мөмкин булмауын аңлағас, ул планетабыҙҙы икенсе төрлө ысул менән ҡотҡарырға ниәтләй.
Азат Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге хеҙмәткәре Лилиә Анисимова уйлап тапҡан «Фенокс» препаратын киң ҡулланыуға индерергә йыйына. Әйткәндәй, был биотехнология продуктына Лилиә Анисимова ил патентын алған, әле халыҡ-ара патент алыуға документтар тапшырылған.
− Тупраҡтағы химик ашламалар, пестицид-гербицидтар кеше организмына ғәйәт ҙур зыян килтерә. Ә «Фенокс» ана шул токсик матдәләрҙе юҡҡа сығара. Уның составында тупраҡта йәшәүсе тере микроорганизмдар (прибиотиктар) бар. Улар химик элементтар менән «туҡлана». Порошок хәлендәге препаратты һыуға ҡушып, зарарлы урынды эшкәртһәң, ундағы «насар» элементтар юҡҡа сыға. Үҙе арзан, үҙе тирә-яҡҡа бер ниндәй ҙә зыян килтермәй, − тине Азат Рөстәм улы. − Маркетинг йүнәлешендә дөрөҫ эш алып барған саҡта, уңышҡа өлгәшермен, тип уйлайым. Әлегә ил һәм донъя баҙарында бындай продукция юҡ.
Г. БИКМӘТОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.