Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Сентябрь 2011, 17:06

Аҡ елкәнле Белем карабына аяҡ баҫты беренселәр

Баш ҡаланың «Динамо» стадионында республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов беренсе курс студенттарын тәбрикләнеӨфөнөң «Динамо» стадионында ниндәйҙер шәп тамаша барғанлығы әллә ҡайҙан һиҙелеп тора ине. Дәртле көйҙәр яңғырай, эскә үтә алмағандар тимер рәшәткәләр аша һонолоп байрам ҡарай, динамиктарҙан кемделер ҡотлайҙар. Хәйер, кемде, тип, 1 сентябрь – Белем көнөндә уҡыусыларҙы, студенттарҙы ҡотлайҙар инде. Бындағы ҙур байрам да баш ҡаланың 14 юғары уҡыу йортона һынауҙы уңышлы үтеп, беренсе көн генә студент исемен йөрөтөүсе беренсе курстар өсөн ойошторолғайны.

Аҡ елкәнле Белем карабына аяҡ баҫты беренселәр
Аҡ елкәнле Белем карабына аяҡ баҫты беренселәр
Читайте нас: