Уҙған аҙнала сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн иң ҡыҙыу осор тамамланды – вуздарға уҡырға алыныусы абитуриенттарҙың исемлеге асыҡланды. Юғары уҡыу йортон һайлау һәм уҡырға инеү мәсьәләһе уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе һәр саҡ борсоп торҙо. Билдәле булыуынса, берҙәм дәүләт имтиханы ошо көсөргәнеште сисергә тейеш ине. Әммә әлегә быға тулыһынса өлгәшеп булмай. Эйе, ниндәйҙер кимәлдә беҙ уҡыусыларҙы ике тапҡыр стресс кисереүҙән ҡотҡарҙыҡ. Бөгөн уҡыусы өйөнән сыҡмайынса ғына үҙе теләгән уҡыу йортона уҡырға инә ала. Өҫтәүенә, уның уҡыу йортон һайлау мөмкинлеге лә бар. Йомғаҡлау аттестацияһын һәм ҡабул итеү имтихандарын берләштергән берҙәм дәүләт имтиханы балаға физик, аҡыл һәм психологик көсөргәнеште кәметә. Был үҙе генә лә БДИ-ға өҫтәмә плюс булып тора түгелме?! Шулай һәр кем үҙе өсөн был һынауҙың ниндәйҙер ыңғай яғын таба ала.
Имтиханды ойоштороу, уның етешһеҙлектәре һәм ыңғай яҡтары тураһында республика Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендә үткән селектор кәңәшмәһендә әйтелде. Уларға ентекләп туҡталып тормайым, тик иң мөһимен генә билдәләп үтәм. Берҙәм дәүләт имтиханы республикала быйыл өсөнсө тапҡыр үткәрелде. Быйылғы сығарылыш синыф уҡыусыларынан тыш, мәктәпте алдағы йылдарҙа тамамлаусылар, һөнәрселек училищелары һәм лицейҙарында, урта махсус уҡыу йорттарында белем алыусылар ҙа БДИ тапшырҙы. 27 меңдән ашыу кеше рус теленән БДИ тапшырҙы, шуларҙың 2,4 проценты тейешле минималь балды йыя алманы. Былтыр ул 3,71 процент булды. Математика буйынса ла шундай уҡ күренеш. 27 меңдән ашыу кешенең 2,5 проценты минималь сикте үтә алманы. Былтыр ундайҙар 3,6 процент ине. Үкенескә күрә, ҡабаттан имтихан тапшырғандан һуң да тейешле балл йыя алмаусылар һаны 0,8 процент тәшкил итте. Был уҡыусылар мәктәпте тамамлау тураһында белешмә алды һәм улар һөнәрселек училищелары һәм лицейҙарында уҡыуын дауам итә ала.
Күптәр БДИ тапшырыу өсөн йәмғиәтте өйрәнеү фәнен һайлаған, имтихан тапшырыусыларҙың дөйөм иҫәбенең 45,2 проценты был фәндән БДИ тапшырҙы. Шулай уҡ физика, биология, химия, тарих фәндәрен дә һайлаусылар күп кенә. Тап ошо фәндәр буйынса беҙҙең уҡыусылар Рәсәй кимәлендә үткән олимпиадаларҙа призлы урындар яулай ҙа.
БДИ-ны 100 балға тапшырыусылар һаны бер аҙ кәмене. Бер уҡыусы ике фән буйынса иң юғары балл алды. Ул – Нефтекама ҡалаһынан Данил Ғәлиев, республика һәм Рәсәй кимәлендә үткән олимпиадалар еңеүсеһе, Президент стипендианты, һәләтле уҡыусылар өсөн РФ Президенты премияһы лауреаты.
Берҙәм дәүләт имтиханы тураһында ҡайһы бер фекерҙәремде ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға еткермәксемен. Улар был хаҡта уйланһын ине. Кәңәшмәлә баһаларҙың ғәҙел булмауы (балдар үтә юғары!) тураһында һүҙ булды. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн БР Хөкүмәте ҡарамағында ведомство-ара комиссия төҙөләсәк. Берҙәм дәүләт имтиханы индерелеү менән Башҡортостандан Рәсәйҙең алдынғы вуздарына уҡырға инеүселәр һаны артты. Ул беҙҙең уҡыусыларҙың юғары конкурент һәләтлеген, хатта ҡайһы бер осраҡта Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы тиҫтерҙәренән дә өҫтөнлөгөн күрһәтте. Был юғары күрһәткес һәм республиканың мәғариф системаһы өсөн ҙур плюс булып тора. Әммә ойоштороусыларҙың һәм ҡайһы бер ата-әсәләрҙең ғәйебе менән бөтә был ыңғай ниәттәргә бысраҡ яғыла. Шуға күрә хәҙер үк имтиханды үткәреү урынын билдәләүгә, БДИ үткәреүгә йәлеп ителәсәк кешеләрҙе һайлауға яңыса ҡараш булдырырға кәрәк. Был эштә йәмәғәтселек күҙәтеүен көсәйтергә тейешбеҙ. Эште камиллаштырыу дауам ителәсәк: һәр районда, һәр мәктәптә алынған һөҙөмтәләргә ентекле анализ үткәреү зарур. Балаларҙың мөмкинлектәрен киңәйтеүгә йүнәлтелгән яҡшы идея зыян күрергә тейеш түгел, ә йәштәрҙең киләсәге өсөн эшләргә тейеш.
С. НИЯЗОВА әҙерләне.