Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Август 2011, 15:37

Грант иң башлыларға бирелә

Республикабыҙ ғалимдары, белгестәре ил кимәлендә лә юғары баһа алып эшләй – ошо көндәрҙә Башҡортос­тандың алты йәш ғалимы Рәсәй Федерацияһы Президентының грантына лайыҡ булды! Быны иҫбатлаған таныҡлыҡты уларға Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль инспектор Алексей Ковальский тапшырҙы.

Грант иң башлыларға бирелә
Грант иң башлыларға бирелә

Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты – 1 миллион 200 мең һум. Был аҡса проектты тормошҡа ашырыу өсөн ҡорамалдар алыу, командировкаларға йөрөү, төрлө кәңәшмәләрҙә ҡатнашыу өсөн ике йылға бер тапҡыр бирелә. Ул фундаменталь һәм ғәмәли фәнни тикшеренеүҙәрҙе финанслау өсөн файҙаланылырға тейеш.
Үҙгәрештәр осорон дөрөҫ баһаламай, баҙар иҡтисады йүнәлешенә бирелеп китеп, әле күптән түгел илебеҙҙә фәнгә иғтибар бөтөнләй кәмегәйне. 90-сы йылдарҙа фәнни тикшеренеүҙәрҙе финанслау өлкәһендәге проблемалар арҡаһында йәш кадрҙар күпләп сит илдәргә китә башланы. Ғәмәли һәм фундаменталь фәндәр­ҙә яңы асыштар яһау өсөн аҡса булмауының насар һөҙөмтәһе әле һаман да үҙен һиҙҙерә. Шөкөр, бөгөн башында аҡыллы идеялары булған, уларҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләргә тырышҡан йәш ғалимдарға ил кимәлендә иғтибар көсәйә. Ғалимдарға матди ярҙам күрһәтеү уларҙың үҙҙәренә генә түгел, тотош йәмғиәткә кәрәк һәм перспективалы йүнәлеш.
Рәсүл Зиннәтуллин билдәләүенсә, эшләргә теләгән кешегә күрһәтелгән ярҙам юғары кимәлдә. 2010 – 2013 йылдарҙа фәнде үҫтереүгә тотоноу өсөн федераль бюджетта 14 миллиард һум аҡса ҡаралған. Был аҙ сумма түгел. Матди сараларҙы нисек файҙаланыу Рәсәй фәненең киләсәгенә туранан-тура йоғонто яһаясаҡ. Дәүләт наградаһы йәш ғалим Рәсүл Зиннәтуллин үткәргән тикшеренеүҙәр­ҙең көнүҙәк һәм ҡыҙыҡлы икәнен дәлилләй. Шуныһы ла мөһим – йәш кешеләр үҙҙәрен йәмғиәткә кәрәкле тип һанап, дәртләнеп эшләйәсәк. Үҙ эшенә лайыҡлы баһаһын алған белгестәрҙән генә артабан да уңышлы проекттар көтөргә мөмкин.

Лилиә СИРАЕВА.
Читайте нас: