Баш ҡалалағы Конгресс-холда Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиадалары еңеүселәре һәм призерҙары тәбрикләнде
Шуларҙың 21-е – Бөтә Рәсәй олимпиадаһына ингән фәндәр буйынса. Уларҙа туғыҙ меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Республика олимпиадаһында 1419 уҡыусы көсөн һынаны, шуларҙың 200-ҙән ашыуы ғорур рәүештә еңеүсе исемен йөрөтә, – тине мәғариф министры, еңеүселәрҙе тәбрикләп.
Еңеүселәргә һәм уларҙың остаздарына дипломдар, премиялар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында беренсе урынға лайыҡ булған 11-се синыф уҡыусыларына иһә «Һәләтле балалар» республика фонды үҙенең махсус бүләген – ноутбуктар әҙерләгән.
Сәхнәгә сығып баҫыусы уҡыусыларға ҡарап һоҡланып та, улар өсөн шатланып та ҡуяһың. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа йыл һайын район күләмендә уҡыу алдынғыларының слеты ойошторола торғайны. Шунда ҡатнашыу ҙа тағы ла тырышыбыраҡ уҡырға әллә күпме дәрт өҫтәй ине. Ә бында тотош республика күләмендә шулай баһаланһындар әле. Әлбиттә, уҡыусы артабан тағы ла яҡшыраҡ булыу өсөн тырышасаҡ.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Владимир КАРАБАНОВ фотоһы.