– Олимпиаданың бигерәк тә икенсе туры ауыр, бында теоретик белемеңде практикала иҫбатларға кәрәк. Ни тиклем генә ауыр булмаһын, аҙаҡҡаса еңеүгә ышанысымды юғалтманым. Еңеүемдән бигерәк, олимпиадала ҡатнашыуыма бик шатмын, үҙемә күп дуҫтар таптым, төрлө ҡалаларҙан тиҫтерҙәрем менән аралаштым, шундай матур һәм таҙа ҡаланы күрҙем, – ти Пенза ҡалаһының 55-се мәктәбенең 11-се синыф уҡыусыһы Даша Князева.
Башҡортостан уҡыусылары ла һынатмаған – республиканан өс призер һәм өс еңеүсе. 9-сы синыф уҡыусыһы Сабина Ибраһимова, 11-се синыф уҡыусылары Анна Вахмянина менән Ангелина Бриллиантова еңеүселәр рәтендә.
Анна Вахмянина 117-се мәктәптең 11-се синыфын тамамлай, олимпиадала быйыл өсөнсө тапҡыр ҡатнаша икән.
– Олимпиада һорауҙары ауырмы? Мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барырға уйлайһың? – тип һорайым унан.
– Һорауҙарҙы еңел тип әйтеп булмай. Әммә минең өсөн өс йыл дауамында маҡсатҡа ярашлы әҙерләнеүем үҙ һөҙөмтәһен биргәндер тип уйлайым. Ә һөнәр һайлауға килгәндә, әле ныҡлап ҡына хәл итмәгәнмен, медицина университетына барырмын тигән уйым бар, – ти ул.
Туймазы районының Серафимовка мәктәбенән Сабина Ибраһимованың иһә тәүге еңеүе.
– Олимпиадала беренсе тапҡыр ҡатнашам һәм шундай уңыш. ҡыуанысымдың сиге юҡ! Олимпиада, әлбиттә, бик оҡшаны, иҫ киткес тәьҫораттар ҡалдырҙы, – ти ул.
– Теге йәки был һынау төрөнә әҙерләнеп, дүрт көн һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Олимпиада үҙеңдең белемеңде һынау ғына түгел, дуҫлыҡҡа ла һынау булып тора. Эргәңдә дуҫтарыңдың һинең өсөн борсолоп, ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләргә әҙер тороуы һөйөнөслө, – ти олимпиадала ҡатнашыусылар.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.