Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Апрель 2011, 14:36

Йыл уҡытыусыһы кем булыр?

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының профессиональ конкурсы тамамланыуға республика мәктәптәренең башҡа фәндәрҙән белем биреүсе уҡытыусыларының конкурсы башланды. Кисә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында «Йыл уҡытыу­сыһы – 2011» республика конкурсын асыу танатанаһы үтте. Быйыл конкурс­та 123 уҡытыусы ҡатнаша, шул иҫәптән – 37 рус теле һәм 26 та­тар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Конкурс бер аҙна дауам итәсәк. Уҡытыусылар баш ҡала мәктәптәрендә асыҡ дәрестәр күрһәтәсәк, үҙҙәренең инновацион проекттарын яҡлаясаҡ. 12 апрелдә конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ. С. НИЯЗОВА.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының профессиональ конкурсы тамамланыуға республика мәктәптәренең башҡа фәндәрҙән белем биреүсе уҡытыусыларының конкурсы башланды.
Кисә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында «Йыл уҡытыу­сыһы – 2011» республика конкурсын асыу танатанаһы үтте. Быйыл конкурс­та 123 уҡытыусы ҡатнаша, шул иҫәптән – 37 рус теле һәм 26 та­тар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Конкурс бер аҙна дауам итәсәк. Уҡытыусылар баш ҡала мәктәптәрендә асыҡ дәрестәр күрһәтәсәк, үҙҙәренең инновацион проекттарын яҡлаясаҡ.
12 апрелдә конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.
С. НИЯЗОВА.
Читайте нас: