-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Март 2011, 13:21

Студенттар уҡыясаҡ!

Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында дүртенсе курста уҡыусы Флорид Багаев менән Илгиз Таҡаловтың университеттан ҡыуылыуы йәм­ғиәттә ҙур ҡәнәғәтһеҙлек уятты. Был хаҡта гәзитебеҙҙең үткән һандарында мәғлүмәт биргәйнек. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларының асыҡ мө­рә­жәғәтендә студент егеттәр – Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Флорид Багаев менән уның урынбаҫары Илгиз Таҡаловтың нигеҙһеҙ рәүештә уҡыуҙан ҡыуы­лына ризаһыҙлыҡ белдерелде.

Башҡортостандың төп юғары уҡыу йортонда барған бындай ғәҙел­һеҙлеккә республика етәкселеге лә битараф ҡалманы. 4 мартта Флорид Багаевҡа Баш­ҡортостан Республи­каһы Президенты Рөс­тәм Хәмитов телефондан шылтыратҡан. Рес­пуб­лика башлығы уҡыу­ҙан ҡыуылған студенттың хәлен һорашҡан һәм был хәлдең нисек килеп сығыуы менән ҡыҙыҡ­һын­ған. Башҡорт йәштәре иттифағы ағзалары биргән мәғлүмәт буйынса, Флоридҡа Рөстәм Хәмитов ҡайһы бер чиновниктар һәм башҡа вазифалы кешеләрҙең законға ҡаршы ҡарарҙар ҡабул итеүе тураһында хәбәрҙар булыуын хәбәр иткән. Был проблема хәл ителәсәк. Һуңынан Баш­ҡортостан Респуб­лика­һы Президенты, Баш­ҡорт дәүләт университетының ректорына шылтыратып, активистарҙы ҡабат уҡырға алыуын һораған. Рөстәм Хәми­тов, Флорид Багаев менән Илгиз Таҡаловҡа ышаныс белдереп, студенттар өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуы хаҡында белдергән. Сту­денттарҙы университеттан ҡыуыуҙың сәбәптәренең береһе итеп улар­ҙың санкцияланмаған митингыла ҡатнашыу­ҙары ла аталғайны.
Башҡорт дәүләт университетының тарих фа­культеты деканы Рөс­тәм Хәбибуллин хәбәр ите­үен­сә, Флорид менән Илгиз университетҡа ҡай­танан алынған. Әл­биттә, уларҙың тапшырылмай ҡалған «ҡойроҡ»тары ла юҡ түгел. Әле студенттар бар көстәрен уҡыуға һалырға вәғәҙә бирҙе.
Л. СОЛТАНОВА.