-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Март 2011, 13:12

Хәл итәһе мәсьәләләр күп

Үткән аҙнала БР Мәғариф министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда республика мәғариф системаһының бер йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, мәғариф өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды, ағымдағы йылға бурыстар билдәләнде. Уҙған йылға йомғаҡ яһап, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Рәхмәтуллина республикала белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреү шарттарын яҡшыртыу, һәләтле балалар­ҙы асыҡлау, белем биреү учреждениелары селтәрен ҡулайлаштырыу, уҡытыусыларҙың ижади һәм инновацион эшмәкәрлеген дәртләндереү буйынса күп эш башҡарылыуын билдәләне.

Үткән аҙнала БР Мәғариф министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда республика мәғариф системаһының бер йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, мәғариф өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды, ағымдағы йылға бурыстар билдәләнде. Уҙған йылға йомғаҡ яһап, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Рәхмәтуллина республикала белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреү шарттарын яҡшыртыу, һәләтле балалар­ҙы асыҡлау, белем биреү учреждениелары селтәрен ҡулайлаштырыу, уҡытыусыларҙың ижади һәм инновацион эшмәкәрлеген дәртләндереү буйынса күп эш башҡарылыуын билдәләне.
– Башҡортостанда белем биреү учреждениелары селтәрен ҡулайлаштырыу дауам итә. Башҡортостанда һуңғы өс йыл эсендә муниципаль белем биреү учреждениелары 357-гә кәмегән, ә быйыл 378 мәктәпте үҙгәртеп ҡороу көтөлә. Иң беренсе сиратта кластарҙа уҡыусылар иҫәбенә иғтибар итергә кәрәк. Бөгөн республика буйынса 115 класта берәр генә уҡыусы иҫәпләнә, – тине ул.
Зөһрә Йыһанур ҡыҙы күтәргән тағы бер мәсьәлә – башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учреждениеларында эш хаҡын түләү буйынса кредитор бурысы. 2011 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 9-сы, 10-сы, 38-се, 82-се, 91-се, 154-се училище һәм лицейҙарҙа ошо хәлгә юл ҡуйыл­ған. 19 урта махсус уҡыу йортонда эш хаҡын түләүгә планлаштырылғандан әҙерәк аҡса алғандар. Был ҡайһы бер етәкселәрҙең хеҙмәт хаҡы түләү фондын дөрөҫ билдәләмәүенән килә.
Башланғыс профессиональ белем биреү учреждениеларында һөнәри белем биреү сифатын күтәреү, сығарылыш синыф уҡыусыларын күберәк йәлеп итеү – был мәсьәлә лә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарының иғтибарынан ситтә ҡалманы.
Зөһрә Йыһанур ҡыҙы туған телдәрҙе өйрәнеүҙе ойоштороу буйынса республикала яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡортостанда 1836 дөйөм белем биреү учреждениеһының һәм 832 филиалының 40 процентынан ашыуы милли мәктәптәр булып тора. Рус милләтенән булмаған уҡыусыларҙың 73,3 проценты үҙенең туған телендә белем ала һәм өйрәнә. ҡатнаш милләт балалары уҡыған мәктәптәр­ҙә бер нисә туған тел өйрәнелә.
Зөһрә Рәхмәтуллина ата-әсәләрҙең күбеһенең туған телдең әһәмиәтен, уның тәрбиәүи көсөн аңлап етмәүенә үкенес белдерҙе.
– Уҙған уҡыу йылында айырым мәктәп етәкселәренең ата-әсәләрҙән, туған телде уҡытыуҙан баш тартып, ғариза йыйған осраҡтар булды. Шулай уҡ Мәғариф министрлығына ла туған телде өйрәнеү буйынса хоҡуҡтары боҙолоуы тураһында мөрәжәғәттәр күбәйҙе. Беҙҙең бурыс – белемле шәхестәр генә түгел, ә рухи яҡтан үҫешкән, толерантлы шәхес тәрбиәләү. Туған телдәрҙе өйрәнеүҙе ойоштороуҙа бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәштек һәм шул кимәлдән төшөргә тейеш түгелбеҙ, – тине ул.
Яңы белем биреү стандартына күсеү мәсьәләһенә ҡағылып, Зөһрә Йыһанур ҡыҙы, бында төбәк һәм этномәҙәни үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алыу, туған тел дәреслектәренең йөкмәткеһен һәм уларҙы уҡытыу методикаһын яңынан ҡарар­ға кәрәклегенә баҫым яһаны. Вице-премьер фекеренсә, был эшкә республиканың ғилми учреждениелары, уҡытыусылар әҙерләүсе юғары уҡыу йорттары әүҙем ҡушылырға тейеш.
Мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреү мәсьәләһе лә, балалар баҡсаларының етешмәүе – был да күптәрҙе борсоған мәсьәләләрҙең береһе. Төбәктә мәктәпкәсә белем биреүҙең яңы моделдәрен үҫтереү буйынса тәжрибә үҙен аҡлай. Был йүнәлеш буйынса эш 2008 йылда башлана һәм республиканың өс ҡалаһында һәм 10 райо­нында ойошторола. Әлеге ваҡытта республикала 58 ғаилә тәрбиәһе төркөмө эшләй.
Коллегия ултырышында дөйөм белем биреүҙе модернизациялау кеүек мөһим мәсьәлә лә көн үҙәгенә ҡуйылды. Былтыр республиканың 40 районында һәм ҡалаһында башлан­ғыс дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарты буйынса 240 1-се синыф эшләй башлаһа, быйыл иһә барлыҡ 1-се синыфтар яңы стандартҡа күсергә тейеш. Берҙәм дәүләт имтиханы ла төрлө фекер уятты. Быйыл 11-се синыфтар ғына түгел, 9-сы синыф уҡыусылары ла яңыса имтихан тапшырасаҡ. Берҙәм дәүләт имтиханы өсөн 11 фән ҡаралған, ул рус теле һәм математиканан мотлаҡ булһа, ҡалған фәндәрҙе уҡыусылар үҙҙәре һайлаясаҡ.
С. ЛОТФУЛЛИНА.