Өфө ҡалаһының Конгресс-холында «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә һәләтле йәштәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.
Республикабыҙҙан 127 ҡыҙ һәм егет еңеүсе дипломына һәм 30-ар, 60-ар мең һумлыҡ гранттарға лайыҡ булды. Ә «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты тормошҡа ашырыла башлағандан алып республикабыҙҙың 600-ҙән ашыу йәш таланты был премияның лауреаты булған. Төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, спорт ярыштарында юғары уңыштарға өлгәшеп, грантҡа лайыҡ булыусы йәштәрҙе БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина ҡотланы:
– Һеҙ – Башҡортостандың өмөтө һәм ғорурлығы. Алда яңынан-яңы үрҙәр көтә, уларҙы ла намыҫ менән үтеп, тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәргә өлгәшеүегеҙҙе теләйем.
Мәртәбәле дипломға лайыҡ булыусылар араһында – уҡыу алдынғылары, йәш артистар, музыканттар, спортсылар, рәссамдар. Бүләкләнеүселәр араһында Өфө ҡалаһының 31-се мәктәбе уҡыусыһы Руслан Хәбиров та бар. Ул «Ғилми потенциал – XXI быуат» V студент йәштәр һәм уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсында еңеү яулағаны өсөн ошондай наградаға лайыҡ булған.
– Ғилми эш менән өс йылдан ашыу шөғөлләнәм. Ғилми эшемде БДУ-ның физика факультеты доценты Рәсүл Зиннәтуллин етәкселегендә физика буйынса башҡарҙым. Һәм хеҙмәтемдең шундай юғары кимәлдә баһаланыуы өсөн бик шатмын, – ти ул.
Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа һәләтле йәштәрҙе асыҡлау, үҫтереү өсөн бик күп сара күрелә. Шулар араһында «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә тапшырылған гранттар улар өсөн иң ҙур дәртләндереү сараларының береһе булып тора.
С. ЛОТФУЛЛИНА.
Р. БАҘЫҡОВ фотоһы.