Дүртенсе класта уҡыған Айнур ҡәҙимов, мәҫәлән, ҡарап тороуға тыйнаҡ ҡына күренһә лә, дзю-до түңәрәгенә йөрөй икән. Хатта, ҡалалағы ярыштарҙа ҡатнашып, үҙ тиҫтерҙәре араһында бер нисә тапҡыр еңеү ҙә яулап өлгөргән. Ләйсән Әлибаева иһә рус, башҡорт телдәре буйынса уҙғарылған ҡала олимпиадаларында ҡатнашып, икенсе урынды яулаған.
– Мин икенсе синыфта “дүрт” һәм “биш” билдәләренә генә уҡыйым, – ти Наҙгөл Рәхимова. – Шашка, йыр түңәрәктәренә йөрөргә яратам. Әкиәт һөйләү буйынса “Йомро-йомро йомғағым” ҡала бәйгеһендә беренсе урынды яулағайным, баш ҡалабыҙ Өфөгә ебәрҙеләр. Унда ла уңышлы сығыш яһаным.
Наҙгөлдөң әхирәте Ринада Бикбирҙина ла икенселә генә уҡый. Физкультура, аэробика түңәрәктәрендә шөғөлләнгән ҡыҙ аш-һыуға ла оҫта икән.
Раил Вахитов – мәктәптә иң шуҡ малайҙарҙың береһе. Шулай ҙа уҡыуға шәп үҙе. Раил күптән түгел ҡалала уҙғарылған шашка ярыштарында чемпион булған.
Был балаларҙың барыһы өсөн дә тағы бер уртаҡ сифат бар – улар бейеүгә, йырға, шиғыр һөйләргә маһир.
– Беҙҙең мәктәптә үҙ эштәренә мөкиббән бирелгән, балаларҙы яратҡан уҡытыусылар эшләй, – ти Әлфинур Әхмәтшәриф ҡыҙы. – Шуға ла һөҙөмтәләребеҙ ҙә күҙгә күренеп тора. Айырыуса 34 йыл ғүмерен йәш быуын тәрбиәләүгә арнаған Миңзәлә Миһранованы, музыка уҡытыусыһы Йәмил Рафиҡовты, физкультура уҡытыусыһы Әхәт Рафиҡовты, Клара ҡотлогилдинаны, Лилиә Әлибаеваны билдәләп үтер инем. Улар балаларға донъяның серҙәрен аңларға ярҙам итә, китапҡа, туған телебеҙгә, моңобоҙға, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләй.
Мәктәптә үҙҙәренең белем усағына нигеҙ һалған Мөхәммәт Исҡужинды ла онотмайҙар. Йыл һайын оло шәхесебеҙҙең тыуған көнөндә уға арналған асыҡ дәрестәр, ғилми-ғәмәли конференциялар, хәтер кисәләре үткәрелә. Был сараларға Өфөнән, башҡа тарафтарҙан мәрхүмдең дуҫтары, туғандары, замандаштары саҡырыла.
– Ата-бабаларыбыҙҙың тарихын белгән, нәҫел-нәсәбебеҙҙең атын-затын онотмаған, ырыу шәжәрәһен йөрәгендә йөрөткән кешеләр генә киләсәктә республикабыҙға, илебеҙгә файҙа килтерерҙәй шәхес булып етешә, – тип иҫәпләй мәктәп директоры Әлфинур Ванюркина.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе.
Күмертау ҡалаһы.
Автор фотолары.