+2 °С
Болотло
Вконтакте
Одноклассники
Телеграм
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Мәғариф
1 Февраль 2011, 15:04
Баш ҡала иң көслө уҡытыусыһын һайлай
Бөгөн М. Горький исемендәге 3-сө гимназияла «Башҡортостандың баш ҡалаһы уҡытыусыһы – 2011» конкурсын асыу тантанаһы үтте. Быйыл «Йыл уҡытыусыһы» исеменә 55 конкурсант дәғүә итә. Конкурста ҡатнашыусыларға асыҡ дәрестәр күрһәтергә, синыфтан тыш саралар үткәрергә, үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға тура киләсәк. Бынан тыш, уҡытыусыларҙы оҫталыҡ дәрестәре, лекция менән сығыштар, дебаттар көтә. Конкурсҡа 18 февралдә йомғаҡ яһаласаҡ. Өфө хакимиәте мәғариф идаралығының мәғлүмәт-белем биреү порталы менән ҡулланыусылар «Иң яҡшы инновацион проект» өсөн интернет аша тауыш бирә ала. Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы конкурсы беренсе тапҡыр 1997 йылда ойошторола. Шул ваҡыттан алып унда барлығы 800-ҙән ашыу уҡытыусы үҙен һынап ҡарай.
Бөгөн М. Горький исемендәге 3-сө гимназияла «Башҡортостандың баш ҡалаһы уҡытыусыһы – 2011» конкурсын асыу тантанаһы үтте.
Быйыл «Йыл уҡытыусыһы» исеменә 55 конкурсант дәғүә итә. Конкурста ҡатнашыусыларға асыҡ дәрестәр күрһәтергә, синыфтан тыш саралар үткәрергә, үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға тура киләсәк. Бынан тыш, уҡытыусыларҙы оҫталыҡ дәрестәре, лекция менән сығыштар, дебаттар көтә. Конкурсҡа 18 февралдә йомғаҡ яһаласаҡ.
Өфө хакимиәте мәғариф идаралығының мәғлүмәт-белем биреү порталы менән ҡулланыусылар «Иң яҡшы инновацион проект» өсөн интернет аша тауыш бирә ала. Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы конкурсы беренсе тапҡыр 1997 йылда ойошторола. Шул ваҡыттан алып унда барлығы 800-ҙән ашыу уҡытыусы үҙен һынап ҡарай.
Читайте нас:
Ултыр беҙҙең арбаға!
"Йәшлек" гәзитенең "Телеграм"дағы каналына ҡушыл, дуҫ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять