-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Ғинуар 2011, 13:46

Тырыш йәштәр – ил таянысы

Һеҙ һүрәттә күргән егет – Башҡорт дәүләт университетының математика факультеты студенты Айҙар Миңләхмәтов. Сығышы менән Дүртөйлө районы егете. Дүртөйлө ҡалаһының 2-се гимназияһында уҡыған сағында уҡ ике тапҡыр район хакимиәте башлығы стипендиаты булған, Мәскәү ҡалаһына Президент шыршыһына барған. Бөгөн БДУ-ла тырышып белем ала, төрлө олимпиадаларҙа призлы урындар яулай. Шуға ла уҙған һәм быйылғы уҡыу йылында ла Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендияһына лайыҡ булған.

Тырыш йәштәр – ил таянысы
Һеҙ һүрәттә күргән егет – Башҡорт дәүләт университетының математика факультеты студенты Айҙар Миңләхмәтов.
Сығышы менән Дүртөйлө районы егете. Дүртөйлө ҡалаһының 2-се гимназияһында уҡыған сағында уҡ ике тапҡыр район хакимиәте башлығы стипендиаты булған, Мәскәү ҡалаһына Президент шыршыһына барған. Бөгөн БДУ-ла тырышып белем ала, төрлө олимпиадаларҙа призлы урындар яулай. Шуға ла уҙған һәм быйылғы уҡыу йылында ла Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендияһына лайыҡ булған.
– Уҡытыусыларыма, айырыуса Гүзәлиә Хәмәтйән ҡыҙы Хәмзинаға рәхмәтлемен, – ти Айҙар. Шулай уҡ егет фәнни-тикшеренеү эше менән дә әүҙем шөғөлләнә, махсус йыйынтыҡтарҙа баҫылып сыҡҡан мәҡәләләре лә бар. Уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәгән егет спорт ярыштарында ла яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә, төрлө кисәләрҙә лә ҡатнашырға өлгөрә.
Айҙар киләсәктә аспирантураға уҡырға инеү теләге менән яна. Фәнни һәм уҡытыу эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнергә теләй. Иң яҡшы студенттар­ҙың береһе булараҡ, кесе курстарҙа лекциялар уҡыған, көҙгө каникул мәлендә балаларҙы олимпиадаларға әҙерләгән. Ҙур фән донъяһына юлын башлаған тырыш егеткә тик уңыштар юлдаш булһын.

Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
Дүртөйлө районы.