-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Ғинуар 2011, 13:44

Күпме уҡырға була?

Мәктәптә иң оҙон өсөнсө сирек башланды. Иң оҙоно ғына түгел, иң ауыры ла ул. Сөнки ҡышҡыһын организм да арый, витаминдар ҙа кәмей. Хатта ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа был сиректең аҙағын көтөп ала алмай хәле бөтә. Ә бала нисек түҙергә тейеш? Өҫтәүенә, хәҙер мәктәптәрҙә дәрестәр һаны ла күп. Сит телдә лә өйрәтәләр, башҡа өҫтәмә дәрестәре менән дә, күсмә һәм сығарылыш имтихандарына әҙерлек тип тә йонсоталар, балаларҙы теге йәки был конкурстарға ла тартҡылайҙар. Ә баланың сәләмәтлеге тураһында кем хәстәрлек күрергә тейеш?! Ирекһеҙҙән, ниндәйҙер норма бармы, 11 – 12 йәшлек бала көнөнә нисә дәрес шөғөлләнергә тейеш, тигән һорау тыуа.

Күпме уҡырға була?
Мәктәптә иң оҙон өсөнсө сирек башланды. Иң оҙоно ғына түгел, иң ауыры ла ул. Сөнки ҡышҡыһын организм да арый, витаминдар ҙа кәмей. Хатта ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа был сиректең аҙағын көтөп ала алмай хәле бөтә. Ә бала нисек түҙергә тейеш? Өҫтәүенә, хәҙер мәктәптәрҙә дәрестәр һаны ла күп. Сит телдә лә өйрәтәләр, башҡа өҫтәмә дәрестәре менән дә, күсмә һәм сығарылыш имтихандарына әҙерлек тип тә йонсоталар, балаларҙы теге йәки был конкурстарға ла тартҡылайҙар. Ә баланың сәләмәтлеге тураһында кем хәстәрлек күрергә тейеш?! Ирекһеҙҙән, ниндәйҙер норма бармы, 11 – 12 йәшлек бала көнөнә нисә дәрес шөғөлләнергә тейеш, тигән һорау тыуа.
Санитар нормалар буйынса 5-се синыфта биш көнлөк уҡыу аҙнаһында аҙнаһына 28 дәрес булыр­ға тейеш. Шунан да артыҡ түгел. Алты көнлөк уҡыу аҙнаһында – 31 дәрес. 6-сы синыфта биш көнлөк уҡыу аҙнаһында сәғәттәр һаны 29-ҙан артмаҫҡа, ә алты көнлөк уҡыу аҙнаһында 32 сәғәт булырға тейеш. Бер ниндәй гимназия һәм лицей ҙа дәрестәр теҙмәһенә артыҡ дәрес индерергә тейеш түгел. Өйҙә уҡыусыға дәрес әҙерләү өсөн 2,5 – 3 сәғәт ваҡыт норма итеп ҡуйылған.
ҡайһы бер гимназия, лицейҙарҙа балалар көнөнә 8 сәғәт уҡый. 8 сәғәт мәктәптә, 3 сәғәт – өйҙә дәрес әҙерләүгә. Бына 11 – 12 йәшлек баланың эш көнө! Ә өлкән синыф уҡыусылары хатта тәүлегенә 16 сәғәт шөғөлләнә, йоҡоға алты сәғәт кенә ваҡыт ҡала. Әммә бала ниндәй генә вундеркинд булһа ла, биологик талап сиктәренән сығырға тейеш түгелбеҙ. Ашамай, йоҡламай, ял итмәй бер кем дә эшләп кенә йөрөй алмай. 5 – 6-сы синыф уҡыусылары 9,5 – 10 сәғәттән дә кәм йоҡларға тейеш түгел. Бынан тыш, улар көнөнә ете саҡрым атларға, йүгерергә, һикерергә тейеш, шуның 3 сәғәтен – мәктәптәге ваҡыт иҫәбенә. Юғиһә балалар дәрестә ултыра ла, тыңлай ҙа, материалды иҫендә лә ҡалдыра алмаясаҡ.
Уларға көн һайын өс сәғәт саф һауала йөрөү мотлаҡ. Ә ниндәй уҡыу­сы расписаниела ял итеү өсөн шул тиклем ваҡыт таба алһын?! Шуға ла уҡыусы­ларҙың сәләмәтлеге борсоуға һала түгелме?

Талаптарҙы кәметегеҙ
Һеҙҙең улығыҙ йә ҡыҙығыҙ мәктәптә бирелгән талаптарҙы үтәй аламы, юҡмы – быны ҡайһы бер билдәләр буйынса асыҡларға мөмкин. Үтә ныҡ арыуҙың билдәләре түбәндәгеләр:
1. Бала кискеһен оҙаҡ ваҡыт йоҡлай алмай интегә. Мәктәпкә тиклем көндөҙ йоҡлауҙан баш тартҡан башланғыс синыф уҡыусыһын көндөҙ йоҡоға тарта.
2. Өйгә эште эшләргә ултырғас, тиҙ генә иғтибарын туплай алмай – оҙаҡ итеп сумкаһында соҡона, ҡағыҙҙарын, ҡәләмдәрен барлай, дәреслектәрен эҙләй. Уҡытыусылар баланың дәрестә тик ултыра белмәүенә, уҡытыусыны тыңламауына, һорауҙарға уйламай яуап биреүенә зарлана.
3. Аппетиты юҡ. Бала иртән мәктәпкә ашап китеүҙән баш тарта. Рәсәй физиологтарының тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, беренсе си­ныф уҡыу­сыларының 60 проценты беренсе сирек аҙағына үтә ныҡ арыуҙан ябыға. Ә балалар бит үҫә һәм уларҙың кәүҙә ауырлығы ла даими рәүештә артыр­ға тейеш.
4. Башланғыс си­ныф уҡыусыһы үтә ныҡ ҡуҙғыу­сан, хәрәкәтсән, ә үҫмер артыҡ тупаҫ. Был да баланың арыуын аңлата. Баланың хәрәкәтсәнлеге – артыҡ көсөргәнештән һаҡланыу билдәһе, ә тупаҫлыҡ – үҫмер саҡта эмоциональ талсығыуҙың бер билдәһе. Үҫмерҙең бер нәмәгә лә өлгөрә алмауынан шулай телләшеүе бик тә ихтимал.
5. Йыш ҡына баланың башы ауырта, ҡан баҫымы күтәрелә. ҡан баҫымы күтәрелеүенән айырыуса ҡыҙҙар интегә. 3-сө сирек уртаһында баланың ҡан баҫымын үлсәргә кәрәк. Үрге күрһәткес нормаһы 80 – 100 мм-ға тиң булғанда башланғыс синыф уҡыу­сыһыныҡы артыҡ көсөргәнештән 115 – 120-гә тиклем күтәрелеүе ихтимал.
6. Бала бер туҡтауһыҙ һыуыҡ алдыра. Был да шулай уҡ үҙенсә бер сигнал булып тора. Тормошҡа ҡарашты үҙгәртеп, беренсе урынға һаулыҡты ҡуйырға кәрәкмәйме икән?!

Тиҙерәк уйлау өсөн күберәк йүгерергә кәрәк
Ғаилә, ата-әсәләр мәктәптәге йөкләмәләрҙе кәметеп, бер үк ваҡытта яҡшы мәктәп менән айырылышмау өсөн нимәләр эшләй ала?
Беренсенән, уҡыусыға мөмкин тиклем күберәк хәрәкәт итергә кәрәк. Шуға күрә уҡытыусылар­ҙың: «Һеҙҙең балағыҙ тәнәфестә күп йүгерә», – тигән иҫкәрмәләренә артыҡ иғтибар итмәгеҙ. Йүгерә икән, бик яҡшы. ҡайһы бер мәктәптәрҙә ата-әсәләр попечителдәр советы аҡсаһына мәктәпкә ингән урынға спорт тренажерҙары алып ҡуя. Бәлки, һеҙҙең мәктәптә лә шундай мөмкинлек барҙыр.
Әгәр ҙә өйҙән мәктәпкә тиклем 2 – 3 туҡталыш барырға икән, иң яҡшыһы – йәйәү йөрөү. Балағыҙҙың йөрөп килергә ваҡыты етмәһә, йомош менән магазинға сығарығыҙ. Ә өйҙә буш ваҡытында диванда тик кенә ятҡансы, әйҙә һикерһен, баш түбән әйләнһен, шаярһын – тыймағыҙ.
Икенсенән, балағыҙға ниндәй өҫтәмә интеллектуаль көс төшөүен иҫәпләп ҡарағыҙ. Аҡыллы ғына балаға гимназия класы йәиһә берәй тел өйрәнеүсе мәктәп артығы менән еткән. Ә бына музыка менән һынлы сәнғәт мәктәбенә йөрөтөү артыҡ булыр. Иң яҡшыһы бейеү түңәрәгенә йәиһә бассейнға йөрөһөн. Аҙнаһына ике сәғәт бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеү йәиһә бассейнда йөҙөү баланың психик көсөргәнешен дә, арыу-талыуын да юҡҡа сығарыр.
Ә инде балағыҙ аҡыллы ғына түгел, үтә лә һәләтле икән, ҡыуаныр­ға ғына кәрәк. Әммә уны дан ғына түгел, профессиональ ауырыуҙар ҙа һағаламаймы икән, был хаҡта ла онотмағыҙ.
Өсөнсөнән, ял көндәрендә балаға мотлаҡ тышҡа сығып йөрөргә кәрәк. Кәмендә ярты көнө саф һауала үтергә тейеш. Урманда, паркта, ауыл-ҡаланан ситтә – саңғыла, велосипедта, бадминтон менән – уныһы һеҙҙең ҡарамаҡта.
Дүртенсенән, бала бер үк ваҡытта ашап, бер үк ваҡытта дәрес әҙерләргә ултырып, бер үк ваҡытта йоҡларға ятһа, һәйбәтерәк. Бындай режим менән уның организмы алдағы эшмәкәрлеккә әҙер була. Был осраҡта баланың ашағанда аппетиты ла яҡшы, тиҙерәк йоҡлап та китә, дәрес әҙерләгәндә иһә иғтибарын туплау өсөн дә ваҡыт күп китмәйәсәк. Тимәк, ваҡытын да бушҡа сарыф итмәйәсәк, үтә арымаясаҡ та. Бында бер генә тайпылыш булыуы ихтимал – бала ял көнө туйғансы йоҡларға тейеш. Был ниндәйҙер кимәлдә аҙна буйы туймаған йоҡоно ҡаплаясаҡ.
Бишенсенән, көслө аҡыл эшмәкәрлегенән глицин – баш һәм арҡа мейеһе күҙәнәктәрендә барлыҡҡа килгән аминокислота бик күп сарыф ителә. Ғилми-тикшеренеү институты белгестәре уны мәктәптә иғтибарын туплай алмаған, өлгәше буйынса артта ҡалған балаларға тәғәйенләгән. Глицин курсы алғандан һуң улар синыфташтарын ҡыуып еткән. Глицинды ваҡыты-ваҡыты менән бөтә уҡыусыларға ҡулланып алыу файҙалы: өлкән синыф уҡыусыларына – имтихандар ваҡытында, беренсе синыф уҡыусыларына – тәүге уҡыу айында, ә башҡаларға – иң оҙон өсөнсө сиректә.