-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Ғинуар 2011, 13:47

Эшкә бирә бөтә күңелен

Уҡытыусы – ҙур тормошҡа дөрөҫ юл күрһәтеүсе изге йән. Дәүләт, халыҡ уларға йәш быуынды, йәғни үҙенең өмөтөн һәм киләсәген үҫтереү, формалаштырыу бурысын йөкмәткән. Был – ғәйәт ҙур ышаныс, ул педагогтарға оло яуаплылыҡ өҫтәй. Илеш районы Иҫке Күктау урта мәктәбенең география уҡытыусыһы Гөлнәзирә Әхмәтсолтан ҡыҙы Ғилемханова ла бына 27 йыл инде көн һайын мәктәп һуҡмағынан атлап, был ышанысты аҡларға тырыша.

Эшкә бирә бөтә күңелен
Уҡытыусы – ҙур тормошҡа дөрөҫ юл күрһәтеүсе изге йән. Дәүләт, халыҡ уларға йәш быуынды, йәғни үҙенең өмөтөн һәм киләсәген үҫтереү, формалаштырыу бурысын йөкмәткән. Был – ғәйәт ҙур ышаныс, ул педагогтарға оло яуаплылыҡ өҫтәй. Илеш районы Иҫке Күктау урта мәктәбенең география уҡытыусыһы Гөлнәзирә Әхмәтсолтан ҡыҙы Ғилемханова ла бына 27 йыл инде көн һайын мәктәп һуҡмағынан атлап, был ышанысты аҡларға тырыша.
Ул 1983 йылда Күмертау педагогия училищеһының физик культура бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлай. Илеш районының ҡаҙыр урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. 1985 йылда БДУ-ның география факультетына ситтән тороп уҡырға инә, ә 1988 йылда Иҫке Күктау урта мәктәбенә география уҡытыусыһы итеп ебәрелә.
Гөлнәзирә Әхмәтсолтан ҡыҙы юғары теоретик әҙерлеккә эйә, үҙенә ҡарата талапсанлыҡ менән айырылып тора. Ул эҙләнә, таба, булдыра торған тынғыһыҙ йәндәрҙән. ҡайҙа ғына эшләһә лә, һөнәри бурысын еренә еткереп, йөҙ ҡыҙармаҫлыҡ итеп башҡара, шуға күрә хеҙмәтенең һөҙөмтәләре лә шатланырлыҡ. Йәш быуынды уҡытыуҙағы һәм тәрбиәләүҙәге уңыштары, республикала Туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге тарафынан үткәрелгән викторинала еңгәне өсөн БР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
Ижади эшләүсе уҡытыусы булараҡ, Г. Ғи­лемханова уҡыусыларын фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашыуға әҙерләй, һәм тәрбиәләнеүселәре приз­лы урындар яулай. Мәҫәлән, Айнур Саҙертдинов (8-се синыф) “Тыуған ил буйлап” тип аталған фәнни конференцияла республика буйынса 3-сө урынды ала.
Тәбиғәттең һәм тыуған яҡтың гүзәллеген тойорға, уны аңларға, яратырға өйрәткән өсөн Гөлнәзирә Әхмәтсолтан ҡыҙына уҡыусылары ла рәхмәтле һәм улар араһында уҡытыу­сы һөнәрен һайлаусылар ҙа байтаҡ.
“Ике педагогтың кә­ңәше күңелемдә мәң­гегә уйылып ҡалды. Беренсе кәңәште уҡытыусы булып эшләй башлаған тәүге коллективымдың етәксеһе – мәктәп директоры Илфир Миңлехан улы Ғәлиев­тан (мәрхүм инде) ишеттем. Илеш районының ҡаҙыр урта мәктәбенә эшкә килгәс, бөтә һәләтемде, теләгемде күрә белеп, эшләргә өйрәтеүсе ул булды. “Һинән талантлы уҡытыусы сығасаҡ, һөнәреңә хыянат итмә”, – тип әйтә торғайны Илфир Ғәлиев, һәр эшемә ҡеүәт биреп.
Ә икенсе остазым – Илеш районы Иҫке Күктау урта мәктәбенең химия уҡытыусыһы Мәйсәрә Мазһар ҡыҙы Тимерханова. Ул да миңә һәр ваҡыт аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итте, тырышлыҡҡа өндәне, ауыр мәлдәрҙә яҡты маяҡ булып алға әйҙәне. Үҙемдең уңыштарым өсөн бына ошо ике уҡытыусыма рәхмәтлемен “, – ти тырыш мөғәллимә.
Ул маҡтаулы ла, яуаплы ла был эштә 28-се йыл эшләй. Күпме хәстәрлек, борсолоуҙар, күпме тынғыһыҙ сәғәттәр менән үткән был ваҡыт. Бар булмышын балаларға белем биреүгә, йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған Гөлнәзирә Ғилемханова – ысын уҡытыу­сы, тәрбиәсе. Киләсәктә лә тик уңыштар ғына юлдаш булһын уға!

Лира ГӘРӘЕВА.
Илеш районы.