Өфө ҡалаһында йылдан-йыл береһенән-береһе матурыраҡ, береһенән-береһе шәберәк яңы мәктәптәр файҙаланыуға тапшырыла. Быйыл ғына баш ҡалала биш белем биреү учреждениеһы сафҡа индерелгән, дүртәүһе тулыһынса яңырыу кисергән. Уҙған аҙнала республика Президенты Рөстәм Хәмитов Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан 159-сы яңы мәктәп менән танышты.
Дүрт ҡатлы ҙур белем усағы тыштан уҡ иғтибарҙы үҙенә йәлеп итеп ултыра. Эстә иһә иркен коридорҙар, яҡты бүлмәләр, матур һәм заманса йыһаздар күҙҙең яуын ала. Мәктәп 825 уҡыусыға иҫәпләнгән. Директор Наталья Иванцова әйтеүенсә, әлегә ата-әсәләрҙән 600-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Бигерәк тә шул уҡ районда урынлашҡан 38-се, 141-се мәктәптәрҙән балаларын яңы мәктәпкә күсерергә теләүселәр күп. Ни өсөн тигәндә, балалар һаны күп һәм улар икешәр смена уҡырға мәжбүр. Мәҫәлән, 38-се мәктәптә генә уҡыусылар һаны 245 процентҡа артыҡ.
Мәктәптә бер түгел, ике спорт залы бар, 400 кешегә иҫәпләнгән ҙур тамаша залы ла баш ҡаланың башҡа бер мәктәбендә лә юҡ. Заман технологияларына һәм санитар нормаларға яуап биреүсе ҡорамалдар менән йыһазландырылған ашханала бер юлы 275 уҡыусы туҡлана ала. Уҡыу бүлмәләре иһә компьютерҙар, интерактив таҡталар менән йыһазландырылған. Хеҙмәт дәрестәрендә ҡыҙҙар өр-яңы теген машиналарында эшләй ала. Башланғыс синыфтар блогында оҙайтылған көн төркөмөндә шөғөлләнеү өсөн дә айырым бүлмәләр булдырылған.
ҡыҫҡаһы, мәктәп бөгөндән уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер. Әммә дәрестәр бында өсөнсө сиректән генә башланасаҡ. ҡышҡы каникул көндәрендә иһә уның буласаҡ хужаларын мәктәп менән таныштырырға, төрлө байрам саралары ойошторорға ниәтләйҙәр.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Владимир КАРАБАНОВ фотоһы.