Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Декабрь 2010, 19:11

Һәр 12 балаға бер компьютер буласаҡ

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың уҡытыусылар – Башҡортостандың муниципаль берәмектәре вәкәләтле органдары депутаттары менән осрашыуында БР мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов, Башҡортостан мәктәптәрендә компьютерҙар иҫәбен арттырғас, 12 балаға бер техника берәмеге тура киләсәк, әлегә иһә республика мәктәптәрендә һәр компьютерға уртаса 18 кеше сиратта тора, тип хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, яңы компьютерҙар һатып алыуҙан тыш, Башҡортостанда дөйөм белем биреү өлкәһенә башҡа заманса мәғлүмәт технологияларын әүҙем индереү ҙә күҙаллана. Улар иҫәбендә яңы электрон белем биреү ресурстарын файҙаланыу һәм алдынғы мәғлүмәт технологияларын үҙләштергән уҡытыусыларҙы матди яҡтан дәртләндереү ҙә бар.

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың уҡытыусылар – Башҡортостандың муниципаль берәмектәре вәкәләтле органдары депутаттары менән осрашыуында БР мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов, Башҡортостан мәктәптәрендә компьютерҙар иҫәбен арттырғас, 12 балаға бер техника берәмеге тура киләсәк, әлегә иһә республика мәктәптәрендә һәр компьютерға уртаса 18 кеше сиратта тора, тип хәбәр итте.
Уның әйтеүенсә, яңы компьютерҙар һатып алыуҙан тыш, Башҡортостанда дөйөм белем биреү өлкәһенә башҡа заманса мәғлүмәт технологияларын әүҙем индереү ҙә күҙаллана. Улар иҫәбендә яңы электрон белем биреү ресурстарын файҙаланыу һәм алдынғы мәғлүмәт технологияларын үҙләштергән уҡытыусыларҙы матди яҡтан дәртләндереү ҙә бар.
Читайте нас: