Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Декабрь 2010, 16:29

Ҡаҙағстан вуздарында ситтән тороп уҡыу бүлектәре юҡ

Һуңғы ваҡытта, бигерәк тә СССР тарҡалғандан һуң, төрки республикалар менән бәйләнештәр өҙөлөп ҡала. Был проблеманы Рәсәй Мәғариф министрлығы ла аңлай һәм һуңғы ваҡыттарҙа төрки республикаларҙағы вуздарға, үҙ-ара килешеүҙәр төҙөп, бергә эш алып барырға тәҡдим итә. Ошо маҡсаттан сығып, быйыл сентябрҙә Башҡорт дәүләт университетының бер төркөм ғалимы Астаналағы Л. Гумилев исемендәге Евразия милли университетына барып ҡайта. Улар университеттың һәр факультетында булып, уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге менән яҡындан таныша, ҡаҙағстан студенттарына лекциялар уҡый.

Ҡаҙағстан  вуздарында ситтән тороп уҡыу бүлектәре юҡ
Ҡаҙағстан вуздарында ситтән тороп уҡыу бүлектәре юҡ
Һуңғы ваҡытта, бигерәк тә СССР тарҡалғандан һуң, төрки республикалар менән бәйләнештәр өҙөлөп ҡала. Был проблеманы Рәсәй Мәғариф министрлығы ла аңлай һәм һуңғы ваҡыттарҙа төрки республикаларҙағы вуздарға, үҙ-ара килешеүҙәр төҙөп, бергә эш алып барырға тәҡдим итә. Ошо маҡсаттан сығып, быйыл сентябрҙә Башҡорт дәүләт университетының бер төркөм ғалимы Астаналағы Л. Гумилев исемендәге Евразия милли университетына барып ҡайта. Улар университеттың һәр факультетында булып, уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге менән яҡындан таныша, ҡаҙағстан студенттарына лекциялар уҡый. Был аҙнала иһә Башҡорт дәүләт университетына биш кешенән торған ҡаҙағстан делегацияһы килде. Улар – Евразия милли университеты проректоры, филология фәндәре докторы, профессор Дихан Камзабекулы, математика факультеты деканы, физика-математика фәндәре докторы Нурболат Яйчибеков, тәбиғи фәндәр факультеты деканы, медицина фәндәре докторы, профессор Нәйлә Шапекова, математика факультеты профессоры Рысҡол Ойнаров физика-техник факультеты деканы урынбаҫары, ассистент ҡобланды Иржанов. Һөҙөмтәлә ике университет араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Унда киләсәктә факультеттар-ара студенттар менән алмашыу, бергә ғилми тикшеренеүҙәр алып барыу һ.б. төрлө саралар ҡаралған. Ошо проект нигеҙендә әлеге көндә ҡаҙағстандан ике аспирант БДУ-ның физика факультетында стажировка үтеп йөрөй.
Евразия милли университетының проректоры Дихан Камзабекулы менән осрашып һөйләштек.
– Бөгөнгө Башҡортостанға сәфәрегеҙҙең төп маҡсаты нимәлә?
– Беҙ белгестәр әҙерләүҙә бергәләп эшләргә тейешбеҙ. 1997 йылда уҡ беҙҙең парламент Болон процесына ҡушылды. Уның буйынса Евразия милли университетында уҡып йөрөгән студент бер үк ваҡытта Европаның теләгән университетына күсеп, уҡыуын дауам итә ала. Ул шулай булырға тейеш. Беҙ хәҙер шундай ваҡытҡа еттек, студент бер үк ваҡытта Европа университетында ла белем алыу мөмкинлегенә эйә. Ошо маҡсаттан Иордания, Украина вуздары һәм башҡа илдәрҙең юғары уҡыу йорттары менән килешеүҙәр төҙөлгән.
Икенсе йүнәлеш, төрки дәүләт булараҡ, беҙ ҡәрҙәшбеҙ һәм туғанбыҙ. Шуға күрә быйыл июнь айында Астанала Төрки академияһы асылды. Уның төп маҡсаты – төрки халыҡтар­ҙың тарихын, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен өйрәнеү. Академияға йәш ғалимдар­ҙы йәлеп итәбеҙ.
– ҡаҙағстанда әлеге көндә нисә юғары уҡыу йорто бар? Үҙегеҙҙең вуз менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине.
– ҡаҙағстанда барлығы 130 университет бар: 9 милли университет, 50 дәүләт университеты, ҡалғандары – шәхси университеттар. Юғары уҡыу йортонда белем алыусы студенттарҙың 80 проценты – ҡаҙаҡтар, 15 – 20 проценты – урыҫтар һәм башҡа милләт вәкилдәре. Беҙҙең Евразия милли университеты 1996 йылда Нурсолтан Назарбаев инициативаһы менән асылған, Астанала урынлаш­ҡан. Ул ике юғары белем биреү йорто – 1962 йылдан эшләгән педагогия институты һәм 1964 йылдан эшләгән төҙөлөш институты нигеҙендә эшләй башлай. Бөгөн иһә иң абруйлы уҡыу йорттарының береһе һанала. Мәктәпте алтын билдәгә тамамлаусыларҙың 60 проценты беҙҙең вузға уҡырға килә. Университетта 9800 студент белем ала. 12 факультетта барлығы 36 белгеслек буйынса һөнәр алалар.
– Һәләтле йәштәрҙе үҫтереү, дәртләндереү өсөн дәүләт тарафынан ниндәй саралар күрелә?
– ҡаҙағстанда «Буласаҡ» тигән программа эшләй. Дәүләт уның өсөн бик ҙур аҡса бүлә. Уның буйынса йыл һайын 3000 студент сит илгә уҡырға ебәрелә. Уларға 40 меңдән 90 меңгә тиклем доллар бүленә. Уның эсенә ашау ҙа, юл сығымдары ла, йәшәү ҙә инә. Студенттар Көнбайыштың алдынғы вуздарында уҡый. Быйылдан унда йәш вуз уҡытыу­сыһы менән магистранттарҙы ла ебәрәләр. Шул уҡ ваҡытта хөкүмәтебеҙ ошо программаға бүленгән сығымдарҙы үҙебеҙҙә ҡалдырыу яҡлы. Был бер булһа, икенсенән, тәжрибә күрһәтеүенсә, 18 – 20 йәшлектәрҙең күбеһе сит илгә барып йәшәргә, уҡырға әҙер түгел. Ошоларҙы иҫәпкә алып, башҡа вуздарҙан, шулай уҡ сит илдәрҙән дә ғалимдарҙы күпләп йәлеп итергә тырышабыҙ. Әлеге көндә беҙҙең университетта Техас университетынан, Англиянан һәм башҡа илдәрҙән барлығы 150 – 170 саҡырылған фән докторы һәм кандидаты эшләй. Был бик ҙур көс.
– Фән менән ҡыҙыҡһыныусы йәштәр күпме?
– Һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу артты. Беҙҙә һәләтле йәштәргә төрлө министрлыҡтар грант бүлә. Икенсе төрлө әйткәндә, стипендия тиергә мөмкин. Бынан тыш, Президент стипендияһы бар. Ул ике йылға иҫәпләнгән, айына – 100 доллар. Иң яҡшы вуз уҡытыу­сыларына ла гранттар бар. Был бер тапҡыр ғына бирелә торған гранттың күләме 20000 доллар.
Сығарылыш синыф уҡыу­сылары мәктәпте тамамлағанда берҙәм милли тест тапшыра. Шуның һөҙөмтәһе буйынса дәүләт һәр сығарылыш синыф уҡыу­сыһына грант бирә. Уҡыусы грантты үҙе уҡыясаҡ вузға бирә, уҡыу йорто иһә уны дәүләткә кире ҡайтарып бирә лә, һуңынан шул грант нигеҙендә студентҡа ай һайын стипендия түләнә.
– Студенттар күпме стипендия ала?
– 150 доллар, яҡынса 3100 һум, магистрҙың стипендияһы – 200 доллар, аспиранттыҡы – 250 доллар.
– Сығарылыш синыф уҡыусылары берҙәм милли тест үтә, тинегеҙ, ул берҙәм дәүләт имтиханымы?
– Юҡ, һеҙҙә сығарылыш синыф уҡыусылары мәктәпте тамамлағанда берҙәм дәүләт имтиханы тапшырһа, ҡаҙағстанда уҡыусылар ЕНТ (Единое национальное тестирование) тапшыра. Берҙәм дәүләт имтиханында ике генә фәндән мотлаҡ имтихан ҡарал­һа, беҙҙең уҡыусылар биш фәндән мотлаҡ рәүештә тест тапшыра. 125 баллы система буйынса баһалана. Бөтә ҡаҙағстан буйынса барлығы 50 генә ЕНТ ҡабул итеү пункты бар. (Ә беҙҙә кәмендә 150 берҙәм дәүләт имтиханы ҡабул итеү пункты бар – авт.) Улар юғары уҡыу йорттарында урынлашҡан. Унда уҡыусылар бары тик үҙ көсөнә, белеменә генә ышана ала, ситтән ярҙам алыу мөмкин түгел. 100-ҙән 3 проценты ғына телефон алып килепме, ниндәйҙер юлын эҙләп маташыуы ихтимал, әммә, дөйөм алғанда, беҙҙә был мәсьәлә бик ҡаты ҡуйылған, нигеҙҙә, уҡыу­сылар, ғәҙел юл менән имтихан тапшырып, лайыҡлы баһаһын ала.
– Һуңғы йылдарҙа мәктәпте тамамлаусы ҡыҙҙар һәм егеттәр фәҡәт юғары белем алырға ынтыла. Был, бер яҡтан, яҡшы булһа, икенсе яҡтан, хеҙмәт баҙарында эшсе һөнәр белгестәренә ҡытлыҡ тыуҙыра. Һеҙҙә был мәсьәлә нисек?
– Беҙҙә лә бар ул проблема. Уны былай хәл иттек. 10 йылдан ашыу инде ситтән тороп уҡыу бүлектәре бөтөрөлдө. Түләүле бүлектәр ҙә мөмкин булғанса ҡыҫҡартылған. Һәр уҡыусы дүрт специальносҡа документ тапшыра ала. Түләп уҡыуға килгәндә, хаҡтар яҡынса ошолай: милли вуздың түләүле бүлеге 500 – 2000 мең тәңкә, яҡынса йылына 3000 доллар, ә дәүләт вуздарында ике тапҡыр­ға кәмерәк.
– Башҡортостан, университет тураһындағы тәьҫораттарығыҙ?
– Башҡортостан бик оҡшаны. Халҡы бик ихлас, ҡунаҡсыл. Университет менән дә таныштыҡ. Ул беҙҙең элекке ҡаҙаҡ дәүләт университетына оҡшаған. Белгестәр әҙерләү йүнәлештәре буйынса иһә үҙебеҙгә бик күп файҙалы мәғлүмәт алдыҡ. Бында килеүебеҙгә һәм үҙ-ара бәйләнештәр урынлаштырылыуына бик шатбыҙ.

[b]Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА әңгәмәләште.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.[/b]
Читайте нас в