Һуңғы ваҡытта балалар баҡсаһы проблемаларына дәүләттең йөҙ бороуы һөйөндөрә. Баш ҡалала 1 октябрҙән йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге балаһы булған (баҡсаға йөрөмәгән осраҡта) аҙ тәьмин ителгән һәм ишле ғаиләләргә пособие түләү индерелеүе – быға асыҡ миҫал. Әле өс мең һум күләмендәге ярҙам дүрт йөҙҙән ашыу ғаиләгә күрһәтелә лә инде. Яңы йылдан һуң әлеге ярҙамды ике меңдән ашыу ғаилә ала башлаясаҡ. Пособиелар, башлыса, ғаилә балалар баҡсаларын ойоштороуға йүнәлтелә. ҡағиҙә булараҡ, бындай ғаилә баҡсаларын үҙҙәренең балалары булған кешеләр ойоштора ала. Мәғлүмәт өсөн шуны ла еткерәйек, бөгөн Өфөлә өс тиҫтәгә яҡын ошондай төркөмдә 85 бала тәрбиәләнә. Барлыҡ район һәм ҡалаларҙа балалар баҡсаһына 50 меңдән ашыу ғаилә сиратта тора. Баш ҡалала путевка көтөүселәр – 17 мең. Ә балалар баҡсаларына йөрөгән балаларҙың дөйөм һаны – 165 мең. Проблеманы хәл итеү ниәтендә 2011 йылда республика бюджетынан 2,5 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Ә инде алдағы өс йылда Башҡортостанда балалар баҡсалары төҙөлөшө өсөн 9 миллиард һум аҡса бүлеү планлаштырыла. Был сиратта тороусыларҙың һанын 30 – 35 меңгә кәметәсәк, тигән һүҙ.
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев та үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә балалар баҡсалары мәсьәләһен тиҙ арала хәл итергә саҡырҙы. Дәүләт башлығы килтергән һандар буйынса, тотош илдә 1,684 миллион бала баҡсаға сиратта тора икән. Ошо дәлилдәрҙән сығып, гәзит уҡыусыларға «Балалар баҡсаһын нисек итеп күрергә теләр инегеҙ?» тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Гүзәл КИРӘЕВА, Өфө ҡалаһы:
– Пособиеларҙы арттырып, «әсәлек капиталы» кеүек матди дәртләндереү саралары индергәнсе үк тәүҙә балалар баҡсалары төҙөүҙе әүҙемләштерергә кәрәк ине. Юғиһә һанап үтелгән программалар тыуымды арттырҙы, ә был балаларҙы урынлаштырыу мәсьәләһе ваҡытында хәл ителмәне. Һөҙөмтәлә бөгөн ҡайһы ғына балалар учреждениеһына барып инһәң дә, 2007 – 2008 йылдарҙа тыуған балалар күпселекте тәшкил итә. Ҙурыраҡ төркөмдәрҙә балалар һаны бер ни тиклем әҙерәк, тимәксемен. Тимәк, улар уҡырға барһа, мәктәптә лә шул уҡ хәл буласаҡ... әллә нисә параллель класс, тығыҙ синыфтар һ.б.
Дәүләттең йыш ҡына комплекслы эш алып бармауы асыуға тейә. Хәҙер килеп, күпләп баҡса төҙөй башларҙар ҙа ул, ә бөгөн сабыйҙарын мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларға көс-хәл менән урынлаштырған йәки тырышлыҡ менән дә урынлаштыра алмаған ата-әсәнең йәнә бала табырға теләге ҡалырмы? Проблеманы күреп белгән йәштәр был хаҡта ни уйлай? Миңә ҡалһа, ошо проблемаларға бәйле бер-ике йылдан тыуым кәмеһә, киләсәктә балалар баҡсалары тағы буш торасаҡ. Шуға күрә иң хәйерлеһе – ғаилә балалар баҡсаларын ойоштороу. Рөхсәт итһәләр, хатта мин үҙем дә, баламды балалар баҡсаһынан алып, шунда бирер инем. Сөнки 35 баланан дә кәм булмаған төркөмгә бала ҡалдырып китеүе оло йөрәк талап итә. Хатта, ҡурҡыныс, тип әйтергә кәрәк.
Павел КОНСТАНТИНОВ, эксперт:
– Беҙҙә баҡсалар етешмәй, ә дәүләттеке булмаған балалар баҡсалары юҡ кимәлендә. Булған хәлдә лә, 10 – 15 мең һум хеҙмәт хаҡы алып эшләгән ата-әсәнең балаһын унда йөрөтөргә айлыҡ эш хаҡы ла етмәҫ. Күҙәтеүҙәремдән сығып, шуны әйтә алам, балалар баҡсаларында урын булмау сәбәпле, йәш ғаиләләр бала табыуҙан баш тартырға, йә бер генә бала менән ҡалырға мәжбүр. Проблеманы хәл итеү өсөн, иҫкеләрен заман талаптарына яуап бирерлек итеп реконструкциялау менән бергә, яңыларын да төҙөргә кәрәк. Бынан тыш, РФ Президенты үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә әйткәнсә, яңы төрҙәге балалар баҡсаларына аренда ставкаларын түбәнәйтеү мөмкинлеген ҡарау дөрөҫ буласаҡ.
Миләүшә ФӘЙЗУЛЛИНА, Сибай ҡалаһы:
– Балалар баҡсалары етмәүе – йәш ғаиләләр өсөн иң актуаль проблемаларҙың береһе. Ни хәл итмәк, балаң тыуғас уҡ сиратҡа баҫһаң да – урын юҡ. Урыны табылһа ла, өй эргәһендәге баҡсаға түгел, ҡаланың икенсе осонда... Ул ғына ла түгел, ата-әсәләрҙе төркөмдә балалар һанының дүрт тиҫтәгә етә яҙыуы хәүефләндерә. Һөҙөмтәлә тәрбиәселәргә көс төшә, балалар ҙа йонсой. Тейешле нормаларҙың боҙолоуын һанай китһәң, осо-ҡырыйына сығырлыҡ түгел. Сибайҙа быға тиклем дә күп ата-әсә, балаларын баҡсаға урынлаштыра алмағас, кемделер яллап, проблемаларын үҙ аллы хәл итеп йәшәне. Минең уйымса, баланы баҡса менән тәьмин итә алмаған хәлдә компенсация түләү – иң отошло юл.
Земфира ЛАТИПОВА, тәрбиәсе:
– Быға тиклем, эш хаҡы түбән, тип зарлана инек, әле уға өҫтәп төркөмдәрҙә балалар һаны күбәйеү менән бәйле көсөргәнеш артты. Әммә бының өсөн өҫтәмә түләүҙәр ҡаралмаған. Мәсьәлә аҡсала түгел, эшләүе ауыр, балалар ҙа интегә. Дәрестәрҙе төркөмдәргә бүлеп үткәрәбеҙ. Берәүҙәр менән эшләгәндә, балаларҙың ҡалған яртыһы сисенеү бүлмәһендә көтөп ултыра. Ғаилә баҡсаларын арттырыуға, компенсация түләүгә ҡыҙыҡмаһындар, иң мөһиме, дәүләт ҡарамағындағы баҡсаларҙы күберәк төҙөһөндәр ине. Тәжрибәле тәрбиәсе булараҡ, ошо фекеремде еткерәм.