-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Ноябрь 2010, 16:20

Уға барыһы ла иртә килде

Йәшлек йылдары, башты текә тотоп, ваҡыты-ваҡыты менән туҡтап тын алырға, үткән юлыңа ҡайырылып күҙ һалырға сула тапмаған саҡ бит инде. Мәктәптең беренсе синыфына барып, тәүге таяҡтарҙы һыҙа, артабан хәрефтәрҙе яҙа башлағаны бирле үҙеңә әлегәсә таныш булмаған мөхиткә килеп инәһең. Ошо мөхит, оло донъя рәүешен ала барып, һине үҙ эсенә тарта, мауыҡтыра, бар булмышыңды солғап ала. Артабан ниндәй юлдар үтһәң дә, яҙмыштың ҡайһы ярҙарына барып һуғылһаң да, мәктәп, мөғәллимдәрең, һабаҡташтарың хәтереңдә шул йылдарҙағыса йәш, әле йәшәй генә башлаған кешеләр булып һаҡланып ҡала. Әлбиттә, ғүмерҙең һәр көнө һәм һәр минуты иңдәребеҙҙәге йөктө ауырайта барған һымаҡ. Яҙ еткән һайын сусаҡ түбәләрендәге ҡар иреп төшкән кеүек, баштарыбыҙҙағы аҡтыҡҡы сал сәстәр ҙә осоп юғала, әммә беҙ уныһын да күрмәмеш-һиҙмәмешкә һалышабыҙ. Йәшлегебеҙҙе уҙғармаҫҡа, юғалтмаҫҡа тырышыуыбыҙ, күрәһең, шулдыр. Хәйер, ғүмерҙең ҡәҙере ҡартайғас ҡына беленеүе лә мәғлүм.

Уға барыһы ла иртә килде
Йәшлек йылдары, башты текә тотоп, ваҡыты-ваҡыты менән туҡтап тын алырға, үткән юлыңа ҡайырылып күҙ һалырға сула тапмаған саҡ бит инде. Мәктәптең беренсе синыфына барып, тәүге таяҡтарҙы һыҙа, артабан хәрефтәрҙе яҙа башлағаны бирле үҙеңә әлегәсә таныш булмаған мөхиткә килеп инәһең. Ошо мөхит, оло донъя рәүешен ала барып, һине үҙ эсенә тарта, мауыҡтыра, бар булмышыңды солғап ала. Артабан ниндәй юлдар үтһәң дә, яҙмыштың ҡайһы ярҙарына барып һуғылһаң да, мәктәп, мөғәллимдәрең, һабаҡташтарың хәтереңдә шул йылдарҙағыса йәш, әле йәшәй генә башлаған кешеләр булып һаҡланып ҡала. Әлбиттә, ғүмерҙең һәр көнө һәм һәр минуты иңдәребеҙҙәге йөктө ауырайта барған һымаҡ. Яҙ еткән һайын сусаҡ түбәләрендәге ҡар иреп төшкән кеүек, баштарыбыҙҙағы аҡтыҡҡы сал сәстәр ҙә осоп юғала, әммә беҙ уныһын да күрмәмеш-һиҙмәмешкә һалышабыҙ. Йәшлегебеҙҙе уҙғармаҫҡа, юғалтмаҫҡа тырышыуыбыҙ, күрәһең, шулдыр. Хәйер, ғүмерҙең ҡәҙере ҡартайғас ҡына беленеүе лә мәғлүм.
Иҫән йәшәүсе бер нисә һабаҡташым быйыл йәй Амангилде урта мәктәбен тамамлауыбыҙға илле йыл тулыуҙы барып хәтергә алып йөрөгән. Ғиффәтле ғәмәл – әйтәһе лә түгел. Хәбәрҙар булһам, донъяға күҙем асҡан йортҡа мин дә осоп ҡайтыр инем...
Октябрҙең йәйгесә сыуаҡ, йылы көндәренең береһендә, Әбйәлилемә юл төшкән арала, Амангилдегә һуғылырға, хатта Хәмзин Әшрәф ағайҙар­ҙың өйөнә инеп сығырға йөрьәт иттем. Үҙең ғүмер эңеренә еткән саҡта уҡытыусың эргәһенә инергә тартынып йөрөүҙе хәҙерге йәштәр аңлаймы икән? Бына мин урта мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытып сығарған Роза Мотаһар ҡыҙы Сәйфиева апайҙы күреп китергә лә бер нисә йыл әүәл генә баҙнатсылыҡ иттем. Әшрәф Мостафа улы ла, Роза апай ҙа – РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусылары, Әбйәлилдә ифрат абруйлы педагогтар, хатта республика йөҙөндә лә һыр бирмәгән шәхестәр.
Башҡортта, хәләлеңә булһынмы, мөғәллимеңә ҡаратамы, хис-тойғоларыңды тота килеп асып һалыу ғәҙәте юҡ. Улай ғына ла түгел, мөғәллимеңдең күҙ алдындамы, ул юҡтамы, тыйнаҡлылыҡ фиғелеңдең ҡануны булып китә һәм ул ҡанунды һинең вазифаларың да, маҡтаулы исемдәрең дә, мөлкәти хәлең дә ғәмәлдән сығара алмай. Уҡытыусы шәхесен, бәлки, артығыраҡ идеаллаштырыу булғандыр, иллә беҙ уларҙың ҡәҙимге кешеләр тормошо менән йәшәй алыуын күҙ алдына килтермәнек. Бындай ҡараштың бөгөнгө тормошта бер ҡатлы булып күренеүе ихтимал. Ләкин бала тәрбиәләү кеүек сетерекле һөнәр кешеһе, хирург эшенең серҙәрен пациентҡа асып бармаған һымаҡ, фани донъя ваҡлыҡтары менән йәшәй алмай.
Хәмзин Әшрәф ағайҙың тормошома килеп инеүе шулайыраҡ булды. ҡырҡты менән Ирәндек һырттары Әбйәлил районын ялан яғына һәм таулы-урманлы төбәккә айырып ята. Тауҙар атайсалымды ике тарафҡа бүлеп кенә ҡалмаған икән. Игенселек өсөн иркен далаларға байтаҡ ҡына рустар ҙа күсенеп ултырған. Ҙур-ҙур совхоздар ҙа һуңғараҡ ошо иркенлектә ойошторолған. Тәүге урта мәктәптәр ҙә, тәбиғи, халҡы ишле булған Асҡар, Ташбулат, Таштимер, Красная Башкирия, Хәлил, Гусев, Йәнгел ҡасабаларында һәм ауылдарында асылған. Тау-ташлы, ҡыҫалан, юлһыҙ-элемтәһеҙ беҙҙең тирәлә илленсе йылдарҙың аҙағыһыҙ урта мәктәп булманы. Ете синыфты бөткән бала-саға, Буранғол менән Хәмиттән булһынмы, ҡаҙмаштан йә ҡырҙастан тиһеңме, Байымдан да, Ишҡолдан да, әлеге Асҡарға, Ташбулатҡа уҡыуын дауам итмәккә китә. Сит ауылдарҙан килеүселәрҙе һыйындырырлыҡ интернат йорттары ла, балаларҙы илтеп ҡуйырлыҡ, барып алырлыҡ транспорт та, туйындырырлыҡ ризыҡ та юҡ осорҙа белем алам тигән балаға – ихтыяр көсө һәм түҙемлелек, ата-әсәләренә балаһына ла, уҡытыусыларына ла ышаныу кәрәк булғандыр. Хәҙер генә ул Буранғолда ла, ҡаҙмаш менән ҡырҙаста ла, хатта урманлы төпкөлгә боҫҡан Хәмиттә лә урта мәктәп бар. Юлдар, йылылыҡ, элемтә, компью­тер­ҙар – ғәҙәти тормош. Бөгөнгө педагогтар ваҡыт-ваҡыты менән мыжып алһа ла, уҡыусылар барҙың ҡәҙерен баһалап еткермәһә лә, мәғрифәт донъяһы ғәжәпкә ҡалырлыҡ үҙгәрҙе.
Уйҙарымдың көтөүһеҙ ҡуйҙар кеүек таралып китеүенең сәбәбе – Әшрәф ағайҙы онотоуҙан түгел, бәлки уның оло эште башлап торған сағындағы дөйөм хәлде аңлатырға теләүҙән. Илле етенсе йылдың йәйе. Унан алда Асҡарҙа ике сирек уҡып маташҡандан һуң, белемгә лә, йөрөп уҡыуға ла ҡарыу етмәгәс, башты ҡайҙа алып барып һуғырға белмәй, ҡаңғырып йөрөп ятам. Аръяҡ урамда йәшәгән Әһелов Әғзәптең һәммә ағайҙары ла, үҫә тора, Мәғниткә китә тора. Ни аралалыр әҙәм ҡорона тулып, фырт кейенеп ҡайтып төшәләр. Эс ҡыҙа инде, малай! Өҫтәүенә, Әғзәп: «Әйҙә, ФЗО-ға китәбеҙ. Бер-ике йылдан күрерҙәр, ялтыр ҡаптырмалы ҡайыш тағып, форменный кейем менән ҡайтып төшәбеҙ. Русса ғына һөйләшеп йөрөйбөҙ». Пряжкалы ҡайыш булғас, мин ни Мәғниткә ихлас, тик әсәй ҙә, апа ла минең кикректең кирелеүен маҡтамаҫ кеүек. Киреһенсә, апа: «Был малайҙы алдағы уҡыуға Асҡарға утын арбаһына арҡыры тейәп, бәйләп алып китәм», – тип янай. Булыр ҙа.
Шулай, ут менән ялҡын араһында йөрөгән көндәрҙең береһендә ихатаға, һалмаҡ ҡына баҫып, ҡаҡса һынлы, ҡуйы ҡара ҡашлы бер ағай килеп инде. Хәйер, ул мине белмәһә лә, ҡунаҡты шундуҡ таныным. Субан ауылындағы ҡорҙашым Әҙеһәмдең ағаһы икәнен дә беләм.
Әсәй-апа менән Әшрәф ағай ни һөйләшкәндер, иллә ихатаға сыҡҡас, миңә һүҙе шул булды: «Амангилделә быйыл һигеҙенсе синыф булдырыла, шунда уҡырға киләһең. Аңлашыл­дымы?»
Шылды инде. Мәғните лә, ФЗО-ла, эш-әлемһеҙ тормош та – барыһы ла шылды. Баҡтиһәң, Хәмзин Әшрәф ағайҙы асыласаҡ урта мәктәпкә директор иткәндәр ҙә, ул, велосипедҡа атланып, яҡын тирәләге ауылдарҙа балаларҙың хәл-ниәтен белешеп йөрөй икән.
Яңы уҡыу йылына, шулай итеп, яңы мәктәпкә йыйылдыҡ. «Яңы» тип әйтеү ҙә шартлы, сөнки булған биналар, мөлкәт – Амангилде ете йыллыҡ мәктәбенеке. Туҡембәткә (ауылды ул саҡ Амангилде тип ҙурлап тороу ҡайҙа!) ҡаҙмаштан, Ырыҫҡужанан, Әбдел­ғәзенән, Үтәгәндән, Буранғолдан – ғөмүмән, тау яғындағы байтаҡ ауылдан йыйылғандар. Дәрестәр башланып, тәнәфескә сыҡҡан саҡтарҙа, әлегә сит ауылдарҙан килгән беҙ бер мөйөшкәрәк һырығабыҙ. Аман­гилделәр, тәбиғи, күпселектә, колхоз, ауыл советы үҙәгендә йәшәп, движок эшләгәндә электр утына ҡойонғанғалыр, йә иһә бағана башында репродуктор һөрәнләгәнгәлер, туҡембәттәр айырымыраҡ йөрөй, үҙҙәрен һауалыраҡ тотҡандай. Тәнәфес мәлдәрендә, беҙҙең ише, һынағас булып тормайҙар, тансаға төшөп китәләр, йә иһә: «Ой, рябина-рябинушка, что взгрустнула ты?..» – тип буҙлап та ебәрәләр. Ни тиһәң дә, центр шул...
Мөғәллимдәребеҙ менән дә танышып бөттөк. Халиҡов Хәкимйән ағай химиянан уҡыта, Сәйфиева Роза апай­ҙа – рус теле менән әҙәбиәте, Батталов Әнүәр ағайҙа – физика, Мәһәҙиев Вәкил ағай саңғы, турник тип йәнде ала. Әшрәф ағай үҙенә тарих дәресен алған икән. Тарих, ғөмүмән, мауыҡтырғыс фән бит. Ағайыбыҙ дәресте, беҙҙе орошмай-нитмәй, тыныс ҡына алып бара. Уҡытыусы ипле тәбиғәтле булһа, шуҡ балалар ҙа дәрестә тыйылып ултыра. Әшрәф Мостафа улы ҡатмарлы темаларҙы ла ябай һәм мауыҡтырғыс итеп аңлата белә.
Директор кешенең дәрестән бүтән дә ҡырҡ эше ҡырылып ята бит. Синыфтар өсөн бүлмәләр етешмәй. Колхоз ярҙамы булмаһа, бура менән ни хәл итмәк кәрәк? Унан һуң, ҡышҡы селләләрҙә балаларҙы әллә ҡайҙа ятҡан ауылдарҙан йөрөтөүе лә эшем түгел.
Әммә урта мәктәп икән, ул ҡорап-ялғалған йорттарҙа ғына эшләй алмай. Хәҙер Амангилде ауылының уртаһында балҡып ултырған ҙур, типовой бинаны төҙөтөү өсөн Хәмзинға Өфөгә нисә мәртәбә юлланырға тура килде икән? Ул һанаманы, көсө барҙа ошо эште атҡарып сығыр­ға тырышты.
Хәйер, ошо мәктәпкә күп йылдар етәкселек иткән кеше булараҡ, Әшрәф Мостафа улының үҙенә һүҙ бирәйек.
– Тәүге педсовет әле булһа хәтеремдә. Коллегаларымдың береһе туранан-тура: «Ә һеҙ бында оҙаҡҡа килдегеҙме?» – ти һорағайны. Һорауға үпкәләйһе түгел, мәктәп директорҙары күпкә түҙмәгән икән. Синыфтар тырым-тырағай алты ағас йортта урынлашҡан, уҡытыусылар бүлмәһе лә ҡыҫынҡы ғына бер өйҙә. Беҙгә иң яҡын урта мәктәп – район үҙәгендә һәм уға текә ҡырҡты аша, ат юлы менән бараһың. Уҡырға бик теләһәң дә, ниәтеңде бойомға ашырыу, ай-һай, ауыр. Шуға күрә Амангилделә урта мәктәп асыу мәсьәләһен ҡәтғи ҡуйҙыҡ. Колхоз да хәле ҡәҙәренсә ярҙам итте. Ул күтәргән буранан ике синыф өсөн бүлмә эшләнек. Күмәкләй торғас, илле етенсе йылда, тәү башлап, һигеҙенсе синыфҡа балалар йыйҙыҡ. Яҡын тирәлә ауылдар күп, килгән балаларға интернаты ла кәрәк булды. Уҡытыусылар ҙа ҡайҙалыр йәшәргә тейеш.
Шулай ҙа ағас биналар оҙаҡ ултырмай. Август кәңәшмәләренең һәр береһендә типовой яңы мәктәп төҙөү мәсьәләһен күтәрә килдем. Һәм, ниһайәт, 1975 йыл планына инә алдыҡ.
Әшрәф ағай ғүмерҙә оҙон тәбәрәккә китеп ултырған кеше булманы. Әлеге тарих та Әбйәлил районы тураһында яҙылып, нәшер күрә алмай ятыусы китапҡа ингәйне. Мин шуны файҙаландым. Әйтеүе генә анһат, һигеҙенсе синыфты асып, әлеге ҡарарға тиклем 18 йыл ғүмер үткән.
Амангилде, ысындан да, ошо яҡтарҙағы матур ауылдарҙың береһе. Ауыл ситенән Өфө – Асҡар – Магнитогорск йүнәлешендә шоссе юл үтә. ҡаҙмашҡа тиклемге дүрт саҡрым араға заманында беҙ бер сәғәт ваҡыт сарыф итһәк, хәҙер ул һиҙелмәй ҙә ҡала. Оло ҡыҙыл туғайына төшкән текә ҡыҙыл яр ситендәге яңғыҙ ҡарағас, беҙ олоғайһаҡ та, әле лә шул көйө. Был ҡарағас, бәлки, мәңгелек билдәһелер?
Мин дә, тиҫтәләрсә йыл осрашып-күрешә алмаһам да, Әширәф ағайҙы йылдарға һис бирешмәгән, беҙҙе мәктәбенә йыйып йөрөгән егерме етеһе лә тулмаған директорыбыҙ тип күҙ алдына килтерҙем. Тәймәнеште йылғаһы буйындағы күркәм йортона туҡтап, күтәрмәһенә аяҡ баҫыуыбыҙ булды, ағай, хәләле Лена апай өтәләнеп килеп тә сыҡты. Хыялым алдамаған икән, мөғәллимдәрем, ярты быуат ғүмерҙе бик ауырһынмай, теремек кенә күренәләр. Донъялары бөтөн, өйҙәре йылы, бөхтә. Лена апай­ға, журналист йомоштары менән Көйөргәҙе районындағы уның тыуған ауылы Илкәнәйгә барып сығыуым, ҡустыһы Рим менән танышыуым тураһында һөйләп алдым. Минең ҡатыным, Сания Ғөзәйер ҡыҙы, командировкала сағында был йылы йортта булып та киткән икән. Ул – 46 йыл балалар уҡытҡан кеше. Амангилде мәктәбенең хәҙерге йәш директоры Йомадил Вәкил улы Әбүбәкеров ҡусты ла беҙгә ҡушыл­ғайны. Дүрт педагог бергә йыйылғанда һүҙҙең нимә тураһында булыуын аңлайһығыҙҙыр.
Әшрәф Мостафа улы Хәмзин декабрь айында һикһәнен теүәлләүе тураһында, әлбиттә, ләм-мим. Уҡытыусылар, ғөмүмән, юбилейҙар, маҡтау-бүләктәр мәсьәләһендә тыйнаҡ халыҡ. Шулай ҙа әлеге көн уға хөрмәтебеҙҙе йәнә бер еткерергә сәбәп булһын. Алтмышынсы йылдың 22 июнендә Амангилде урта мәктәбе тарихында тәүге өлгөргәнлек аттестаты алған, әлегә иҫән һәм баҡыйлыҡ иленә күскән ун һигеҙ ҡыҙ һәм малай исеменән мин дә, Әшрәф ағай, һеҙгә рәхмәтемде күндерәм. Йәш ғүмер, әйткән һүҙ, атҡан уҡ кире ҡайтмай, тиһәләр ҙә, һеҙ барҙа йәшлегебеҙ үҙебеҙ менән ҡала.

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ,
публицист, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.