Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Ноябрь 2010, 17:52

Халҡыбыҙҙың бөйөк әҫәрен – төрлө телдә

Республикабыҙҙа йыл һайын «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса уҡыусылар араһында йәш сәсәндәр бәйгеһе уҙғарыла. Күптән түгел ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитеты Мәғариф министрлығы менән берлектә бөйөк әҫәр буйынса тағы бер конкурс ойошторҙо. «Урал батыр» эпосын һөйләүселәрҙең I республика конкурсы тип аталды ул.

Сәсәндәр бәйгеһенән айырмалы рәүештә, бында мәктәп уҡыусылары ғына түгел, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ла – йәмғеһе 100-ҙән ашыу бәйгесе ҡатнашты. Яңы конкурс, эпосты төрлө телдәргә тәржемә итеп, уны башҡа халыҡтарға ла еткереү, башҡорт халыҡ ижадының иң боронғо һәм сағыу өлгөһөн бөтә донъяға танытыу маҡсатын ҡуя.
Халҡыбыҙ тыуҙырған бөйөк әҫәр башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, мордва, удмурт телдәрендә, шулай уҡ инглиз, немец, француз, поляк, төрөк, ғәрәп, фарсы телдәрендә лә яңғыраны. Еңеүселәр өс номинация буйынса билдәләнде. Эпосты инглиз телендә башҡарыусылар араһында Благовар районының Языков мәктәбенән Алһыу Биглова менән Салауат педагогия колледжынан Гөлназ Булатова еңеп сыҡты. Башҡа сит телдәрҙә башҡарыусылар араһында Салауат педагогия колледжынан Айгөл Бәхтиәроваға беренсе урын бирелде. Башҡортостан халыҡтары телдәре секцияһында сығыш яһаусыларҙан Октябрьский ҡалаһындағы музыка училищеһынан Илнур Әхәтовтың сығышы иң юғары баһаға лайыҡ булды.
С. ЛОТФУЛЛИНА.
Читайте нас в