Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Ноябрь 2010, 13:19

Екатеринбургтан – еңеү менән!

Бер төркөм егет-ҡыҙҙар менән вокзалда осрашып, «Симферополь – Екатеринбург» поезын көтәбеҙ. Төн уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың кәйефе шәп. Сөнки был көндө ярты йыл көтөп алдылар. Рәсәйҙең иң матур ҡалаларының береһе һаналған Екатеринбургҡа төркөмдән кемдер – өсөнсө, кемдер дүртенсегә бара. ЮНЕСКО-ның Урал-Себер үҙәге Халыҡ-ара асыҡ мәктәбенең «Берҙәмлек» клубы вәкилдәрен бер аҙналыҡ уҡыуға киткән хәтһеҙ генә сығымдар ҙа, юл оҙонлоғо ла, көн торошо ла борсомай, әйтерһең, улар­ҙың күңелен ҡайҙалыр алыҫта емелдәүсе йондоҙ саҡыра.

Екатеринбургтан – еңеү менән!
Екатеринбургтан – еңеү менән!
Осрашыуҙың тәүге сәғәттәре. Ҙур түңәрәк өҫтәл артында ултырған йәш лидерҙар (Свердловск өлкәһенең башҡа ҡалаларынан килгән вәкилдәр ҙә бар), остаздары йөҙөнә төбәлеп, тын ҡалған. Мөкиббән китеп, тын да алмай тыңлаған йөҙҙәрҙәге етдилекте күреп аптыраным: әйтерһең, алда уҡыусылар түгел, ә донъялыҡтағы йәшәү хәҡиҡәтен, һүҙ көсөн, бөйөклөгөн тойоусы аҡыл эйәләре ултыра ине. Аңыма барып етмәгән ҡайһы бер һөйләмдәрҙе уларҙың зиһене бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ үҙләштерә. Ораторлыҡ оҫталығын камиллаштырыу буйынса стажировкаға килгән егет-ҡыҙҙарға «аҡ көнләшеү» менән ҡарап ҡуям. Бала саҡта миңә ошондай фәһемле осрашыуҙар, үҙ-үҙеңә ышаныс, бөйөк хыялдарға әйҙәр лекциялар булһа, моғайын, нәфис һүҙ оҫтаһы, йә журналист була алыр инем, тип тә уйлап ҡуйҙым.
Бына ҡайҙа юғары мәҙәниәтлек факттары, үҙ-үҙеңә оло ихтирам, рух ныҡлығы тәрбиәләнә икән! Төп уҡыу­ҙарын ҡалдырып, үҙҙәрендә лидерлыҡ һәләттәрен үҫтереү өсөн юҡҡа ғына ашҡынып килмәйҙәр икән. Юрий Сергеевич Борисихиндың һәр һүҙе бөйөк аҡыл эйәләренең әйткән фекере, афоризмдар, мәҡәл-әйтемдәр менән иҫбатлана, һәр һөйләмен тормоштан алынған миҫалдар ярҙамында нығыта. Донъяға киң билдәле оратор, нәфис һүҙ оҫтаһы күңелендә Башҡор­тостанға оло ихтирам ята. Респуб­ликабыҙҙың экологик яҡтан иң таҙа төбәктәрҙең береһе булыуына, халҡыбыҙҙың матур ғөрөф-ғәҙәттәре, йолаларының һаҡланып ҡалыуына һоҡлана ул. Бер илдә, бер халыҡта булмаған тәбиғи, милли байлығыбыҙҙы һаҡларға, ҡәҙерләргә саҡыра йәштәрҙе. Яңы ғына уҡыу йортон тамамлаған йәш журналист, 1967 йылда тәү тапҡыр Башҡортостанға килеп, тәүге хикәйәләрен яҙа. Рәсәйҙәге ЮНЕСКО хәрәкәтенең тәү башлап Башҡортостанда башланыуын да, Республика иҡтисад лицей-интернаты уҡыусыларының беренселәрҙән булып ошо ағымға ҡушылыуын, бына инде ун йылға яҡын әүҙем ағзалар булып килеүен йыш иҫкә ала.
– ЮНЕСКО хәрәкәтенең мөһимлеген, ул башҡарған эштәрҙең етдилеген аңлаусылар һаны арта бара, тимәк, донъябыҙҙы атом ҡоралы, ҡан ҡойош, боҙоҡ уй-ниәттәр менән түгел, ә үҙ-ара аңлашыуҙар, фекер алышыуҙар, уртаҡ уй-ниәттәр менән диалог, һүҙ ярҙамында ҡотҡара алабыҙ. Йыһанға бысраҡ уйҙар түгел, ә изге нурҙар, яҡты теләктәр генә барып етһен ине. Матурлыҡҡа, сафлыҡҡа сарсаған еребеҙҙе тик изгелек кенә ҡотҡара алыуына шигебеҙ юҡ, – ти профессор. Һис шикһеҙ, хаҡ һүҙҙәр.
Ҙур хыялдар менән йәшәүсе уҡыу­сыларым күңеленә бағам. Уларҙың күҙҙәрендә илһам осҡондары, мөғжизәле тылсым эйәһе булып, бар кешелекте бысраҡлыҡтан, яуызлыҡтан ҡурсалау, ҡотҡарыу хыялы менән яна һәр кемдең йөрәге. Шул кескенә хыял уты егет-ҡыҙҙарҙың зиһен-аҡылдарын яҡтыртып, тормошто биҙәргә, матурларға, алға әйҙәп йәшәргә өйрәтһен ине.
Бер аҙналыҡ сәйәхәттең һуңғы көнө. Был көн уҡыусылар араһында иң көслө лидерҙы асыҡлаусы турнир менән тамамланасаҡ. Һәр кемдең йөҙө етди, ҡулдарҙа – доклад-сығыштар. Бер аҙна буйы дәрес-лекцияларҙа алған теоретик белемдәрен улар практика ла иҫбатлаясаҡ. Үҙ-үҙеңде оло сәхнәлә тота белеү, трибуна артында тороу, дөрөҫ тын алыу һәм оҫта уҡыу, яҡшы дикция, артислыҡ һәләте, залдың иғтибарын йәлеп итеү, һөйләр телмәреңдең мөһимлеген, әйтер һүҙеңдең бөйөклөгөн кеше йөрәгенә үтеп инерлек итеп күрһәтә алыу, холоҡ-фиғелең, булмышың аша халҡыңдың мәҙәнилеген күрһәтеү ваҡыты етте. Бөтә донъя кимәлендә сығыш яһаясаҡ лидер-етәкселәргә дүрт минутлыҡ докладта бына ошо талаптарҙы үтәү бурысы ҡуйыла. Быны яҡшы аңлай уҡыусылар, төндәрен йоҡламай, иртә таңдан тороп әҙерләнде улар был турнирға. Араларынан кемдер берәү иң яҡшыһы булып, халыҡ-ара конгресҡа барасаҡ. Тағы ла шуныһы шатлыҡлы: мәктәп этабын үтеп, аспирантураға ҡабул ителәсәк бөгөнгө сығыш яһаусыларҙың «иң-иң»дәре. Маҡтаулы ла, яуаплы ла аҙым!
Һәр сығыш үҙенсә матур, үҙенсә әһәмиәтле. Миңә ҡалһа, һәр береһенә юғары баһа бирер инем, ләкин арала кемдер айырылырға тейеш. Ауыр мәсьәлә! Жюриҙан тыш, уҡыу­сылар үҙҙәре лә сығыштарҙы баһалау хоҡуғына эйә. Бына, ниһайәт, барыһы ла һәүетемсә хәл ителде. Ике төрлө конкурстың ике еңеүсеһе – Республика иҡтисад лицей-интернатынан Луиза Ғәлимова (ике йыл рәттән!) һәм Мәләүездән Эльза Ғабдрахманова. Башҡалар ҙа буш ҡул менән ҡайтманы: һәр кемгә ниндәй­ҙер номинацияла еңеүсе таныҡлығы тапшырылды. Дәрестәрҙә яуап биргәндә бер аҙ тотлоҡҡан уҡыусымдың, таҙа, шыма, ихлас күңелдән сығыш яһап, 1-се урынды яулауына ҡыуандым. Бына ҡайҙа ул һынауҙар аша оҫталыҡҡа өйрәткән ҙур тормош мәктәбе! Әгәр хәлемдән килһә, барлыҡ лицей уҡыусыларының ғына түгел, ә бөтә республика балаларының, уҡытыусы, тәрбиәселәрҙең ошо һүҙ оҫталығы, матурлыҡ, мәҙәнилек тәрбиәләүсе мәктәптә уҡыуҙарын теләр инем. Мөмкинлеге, теләге булған һәр кемгә юл асыҡ, тик ҡыйыулыҡ кәрәк. Ошо мөһим сәфәргә әҙерләнгән «Аврора» һәм «Берҙәмлек» клубы етәксеһе, инглиз теле уҡытыусыһы Фәүзиә Зәйнетдин ҡыҙы Сәғәҙәтоваға, лицей-интернат директоры Юлай Солтангәрәевҡа һәм ата-әсәләргә сикһеҙ рәхмәтле бөгөн уҡыусылар. Әйҙә, шулай һәр юлыбыҙ уң, һәр сәфәребеҙ файҙалы, ырыҫлы булһын. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ. Балаларыбыҙ ҡыуанысы – беҙҙең ҡыуаныс.

Рәсимә ЙОМАҒОЛОВА,
Республика иҡтисад лицей-
интернаты уҡытыусыһы.
Читайте нас: