-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Ноябрь 2010, 15:18

Осрашыу һабаҡ булды

Башҡорт дәүләт университетында, «Йәшлек», «Молодежная газета», «Өмет» гәзиттәренең баш мөхәррир­ҙәре студенттар менән осрашыу үткәр­ҙе. Һөйләшеү рәсмиерәк башланып китһә лә, һуңғараҡ буласаҡ журналистар уға ихлас ҡушылды. Һәм беҙҙең өсөн мөһим булып торған һорауҙар яуа башланы. Мөхәррирҙәр һәр һорау­ға тулы яуап бирергә тырышты.

«Молодежная газета»ның баш мөхәррире Ярослава Голобородько журналистикала ир-егеттәр етешмәүен белдерҙе, егеттәрҙе әүҙемерәк, ҡыйыуыраҡ булырға саҡырҙы.
Әлбиттә, йәштәрҙе бер ерҙә лә ҡолас йәйеп ҡаршы алмайҙар. Кеше тик үҙенең тырышлығы менән генә нимәгәлер өлгәшә ала. Кемдеңдер көрәшергә көсө юҡ. Бер тапҡыр килеп сыҡмаһа, ҡул һелтәргә ашыға, ә бәғзе берәүҙәр маҡсат ҡуйып, урау юлдар, ауырлыҡтар менән булһа ла, журналист булыу бәхетенә ирешә.
Минең уйымса, йәштәр матбуғаты булғас, беҙ үҙебеҙ йәштәрҙең зауығына тап килерлек, ҡәнәғәтләндерерлек материалдар табырға, яҙырға тейешбеҙ. Ә яҙабыҙмы һуң? Бына «Йәшлек» гәзитенә журналистика бүлегендә уҡыған бөтә студенттарҙың тик биш-алтауһы ғына яҙыша. Хатта уның баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков шәмбе һанының өс битен студент журналис­тар ҡарамағына бирәм, тип тора, тик яҙыусы, ижад итеүсе генә булһын!
Студент йылдары «һә» тигәнсе үтеп китер, ҡулға диплом да алыныр. Ә ярат­ҡан үҙ жанры ла, стиле лә булмаған, бер генә лә редакцияға аяҡ баҫмаған йәш белгесте кем эшкә алһын инде?!
Осрашыуҙа һәр студенттың ниндәйҙер һығымталар яһап, һөнәремде дөрөҫ һайланыммы, тип, башҡа әллә ниндәй мөһим булған мәсьәләләр тураһында уйланғанына иманым камил. Журналист эшенең 1 проценты таланттан, ә 99 проценты тырышлығынан торғанын белеп тә, быны аңларға, башыма һеңдерергә теләмәгәйнем. Ошо осрашыу мине тетрәндерҙе, ҙур һабаҡ булды.

Алһыу МӨХӘМӘТҡОЛОВА,
БДУ-ның журналистика бүлегенең
II курс студенткаһы.