Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Сентябрь 2010, 17:47

Мәктәп йылдарының яҡты байрамы

1 сентябрь – Белем байрамы. Һәр мәктәптә үҙенсә матур үтә ул. Бер-береһен ҡабатламай ҙа, һәр береһе яңы тәьҫораттар, кисерештәр уята. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһында ла быйылғы 1 сентябрь байрамы бик матур үтте. Көндөң һыуытып тороуы ла байрамдың йәмен ебәрә алманы.

Мәктәп йылдарының яҡты байрамы
Мәктәп йылдарының яҡты байрамы

– Бөгөнгө байрам икеләтә ҡыуаныслы. Сөнки билдәле уҡыу йортонда уҡый башлаясаҡмын. Уҡырға инеүен ингәс, хәҙер тырышырға кәрәк буласаҡ. Гимназия оҡшай, ауыл мәктәбе кеүек түгел. ҡайһы бер синыфташтарым менән танышырға ла өл­гөрҙөм, – ти Әбйәлил районының Рәүил ауылынан килгән Илһам.
Эйе, әлегә уларға бөтә нәмә яңы һәм ят. Ә бына бында кемдәр бер нисә йыл уҡый, улар туған мәктәптәрен һағынып, си­ныфташтары, уҡытыусылары менән яңынан осрашыр көндө түҙем­һеҙләнеп көтөп алған.
– Мәктәп һағындырҙы, синыфташтар ҙа. Беҙҙең гимназия иң шәбе бит ул, бында уҡыуы иҫ киткес оҡшай. Быйыл беҙҙең өсөн айырыуса яуаплы осор. Берҙәм дәүләт имтиханын яҡшы тапшырыу өсөн тырышып уҡырға кәрәк буласаҡ. Сөнки уҡырға инеү-инмәүең дә берҙәм дәүләт имтихандарын нисек тапшырыуҙан тора, – ти 11-се «В» синыфынан Эльмира Ғәлләмова менән Илдар Өмөтбаев.
– Бөгөн – йылдың иң матур көнө. Республикабыҙҙың бөтә мәктәптәрендә Белем байрамына арналған тантаналар үтә. Гимназиябыҙҙың уңыштары бик күп. Беҙҙең уҡыу­сылар олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай. Былтыр беҙҙең мәктәпте 175 уҡыу­сы тамамлаһа, шуларҙың 174-е юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде. Ә 27 уҡыусыбыҙ Мәскәү һәм Санкт-Петербург вуздарында белем аласаҡ. Был – һуңғы йылдарҙағы иң юғары күрһәткес. Һеҙ ҙә тырышырға, яҡшы белем алып, юғары уҡыу йорто студенты булып, республикабыҙҙың лайыҡлы шәхестәре булып үҫергә ынтылырға тейешһегеҙ, – тине гимназия директоры Әлфир Ғайсин, уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыуы менән тәбрикләп.
Гимназияла элек-электән уҡытыуға ғына түгел, балаларҙы һәр яҡтан камил шәхестәр итеп тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бирелә.
Уҡытыусылар, ветерандар коллективы исеменән ҡотлап, Гөлсирә Фазыл ҡыҙы Юлдыбаева ла:
– Аҡса бөтә, кейем туҙа, байлыҡ та юғала, белем һәм әҙәп кенә һәр саҡ ҡала. Уҡытыусы биргән белем генә етмәй, һеҙҙең тырышлыҡ кәрәк. Барыһы ла, маҡсат ҡуйып, шуға ынтылыуҙан тора. Киләсәктә милләтебеҙҙе яҡларҙай ҙур шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем, – тип, уҡыусыларҙы оло маҡсаттарға әйҙәне.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.
Читайте нас: