Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Август 2010, 21:33

Диплом алып ҡулдарға, сыҡтыҡ оҙон юлға

Был йәштәр өсөн шаулап-гөрләп торған студент көндәре артта ҡалды. Бөгөн улар – фән үрҙәрен яулаған дипломлы белгестәр. Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлаған Гөлнара Муллайәнова «Уңыш» яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәтенә иҡтисадсы булып эшкә урынлашты. Ошо уҡ уҡыу йортон тамамлаған Алмас Мөхәмәҙиев Сәрмәсән ҡошсолоҡ фабрикаһында һайлаған һөнәре буйынса эш башланы.

Башҡорт дәүләт аграр университетының агрономия факультетын Саҡмағоштан биш егет һәм ҡыҙы тамамланы. Азат Ғайсин – «Заря» кооперативында, Илнур Хәйретдинов – «Сулпан» хужалығында, Вадим Ноғманов – «Базы»ла, Айнур Шайморатов «Марс» хужалығында хеҙмәт юлын башланы. Римил Ибраһимов менән Елена Князева – мал табиптары. Римил – «Башҡорт» МТС-ының Хужин исемендәге бүлексәһендә, Елена «Бәхтизин» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә практика үткәндә үк үҙҙәрен өмөтлө белгестәр итеп танытҡан.
Университеттың биология-технология факультетын тамамлаған йәштәрҙән Филүс Хәйбрахманов, Ильяс Йосопов, Маргарита Латипова үҙ һөнәрҙәре буйынса эшкә урынлашты.
Илнур Рамазанов, Наил Йәһүҙин, Айрат ҡунафин – ауыл хужалығын механизациялау, Илдар Камалетдинов, Гөлназ Усманова – ер төҙөлөшө һәм урман хужалығы, Илдар Шаһапов, Айҙар ҡоҙаяров, Индира ҡаһарманова аҙыҡ-түлек технологияһы факультетын уңышлы тамамлап, тыуған яғына ҡайтты.
Йәш белгестәргә диплом тапшырыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Р. Йосопов, уның урынбаҫары Г. Крюков, ауыл хужалығы идараһы начальнигы А. Хәлиуллин һәм башҡалар, сығыш яһап, үҙҙәренең кәңәш-тәҡдимдәрен еткерҙе.

Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
Саҡмағош районы.
Читайте нас в