Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Август 2010, 16:43

Беренсе тапҡыр – беренсе синыфҡа!

26 августа Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге «Беренсе тапҡыр – беренсе синыфҡа!» тигән темаға «ҡыҙыу линия» үткәрә. Уҡытыусы-психологтар балаларҙы мәктәпкә әҙерләү, балалар баҡсаһынан мәктәпкә күскән осорҙағы проблемалар, баланы яңы режимға өйрәтеү мәсьәләләре буйынса һорауҙарға яуап бирәсәк. ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем 8 (347) 273-09-00 телефоны буйынса шылтырата алаһығыҙ. Шылтыратыу бушлай. Шулай уҡ һорауҙарҙы [email protected]. адресы буйынса электрон почта аша ла ебәрергә мөмкин. С. НИЯЗОВА.

Читайте нас: