Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Август 2010, 21:18

Ауылға йәш кадрҙар ҡайта

Баҡалы районы хакимиәтендә Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусыларға дипломдар тапшырылды.Осрашыуҙы асып, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары А. Латипов районда ауыл хужалығы буйынса белгестәр талап ителеүен билдәләне. Быйыл аграр университетты Баҡалы районынан 27 егет һәм ҡыҙ тамамлаған. Шул иҫәптән 24-е – бюджет нигеҙендә, 13-ө юллама буйынса белем алған.

Ауылға йәш кадрҙар ҡайта
Ауылға йәш кадрҙар ҡайта
Баҡалы районы хакимиәтендә Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусыларға дипломдар тапшырылды.
Осрашыуҙы асып, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары А. Латипов районда ауыл хужалығы буйынса белгестәр талап ителеүен билдәләне. Быйыл аграр университетты Баҡалы районынан 27 егет һәм ҡыҙ тамамлаған. Шул иҫәптән 24-е – бюджет нигеҙендә, 13-ө юллама буйынса белем алған.
Тамамлаусыларҙың бер өлөшө район ауыл хужалыҡтарына эшкә урынлаш­тырыл­ған, бер нисә белгес уҡыуын аспирантурала дауам итергә теләүен белдергән.
Уҙған йылда уҡыу йортон 17 кеше тамамлаған һәм уларҙың алтыһы тыуған районында төпләнгән. Был йәһәттән агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына республика Хөкүмәте тарафынан күрһәтелгән дәүләт ярҙамының роле ҙур булды.
Дипломлы белгестәрҙе эш биреүселәр исеменән район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Р. Ғарифуллин, Ауыл хужалығы министрлығының әйҙәүсе белгесе М. Ғабдуллин, район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Ю. Кутырева һәм башҡалар ҡотланы. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, күптән түгел район етәкселеге Башҡорт дәүләт аграр университетында Баҡалы районының студенттары менән ошондай осрашыу үткәргәйне.
Аграр университетты тамамлаусыларға дипломдар тапшырып, район хакимиәте башлығы А. Андреев йәштәргә хыялдары тормошҡа ашыуын теләне.

Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
Читайте нас: